Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
12 Ғинуар 2022, 15:45

Вакцинацияны тамамлау зарур

Республика Башлығы Радий Хәбиров 15 февралгә вакцинацияны тамамларға ҡушты. Башҡортостандың муниципалитет башлыҡтары 15 февралдә вакцинацияның план күрһәткестәре тураһында отчет бирергә тейеш. Бынан алда 1 февралгә тип билдәләнгәйне.

Вакцинацияны тамамлау зарур
Вакцинацияны тамамлау зарур

Яңы йыл каникулдары осоронда вакцинация темпы көнөнә 1-2 меңгә тиклем кәмене.

Тағы 200 мең кешегә прививка яһарға кәрәк.

Бөгөнгә республикала 2 205 618 кеше прививканың беренсе компонентын алған - был иһә халыҡтың 88 проценты. Ә 2 075 366 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған (83%).

 

Автор:Гульдар Кадаева