Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
25 Ноябрь 2021, 17:45

Оҡшағанын һайлап ал

Коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививка яһатырға теләүселәр үҙенә оҡшаған вакцина төрөн үҙе һайлай. Әлеге көндә Сибай үҙәк дауаханаһында Спутник V, Спутник лайт, КовиВак һәм ЭпиВакКорона вакциналары бар. Уларҙың ҡайһыһын һалдырыу отошло?

Оҡшағанын һайлап ал
Оҡшағанын һайлап ал

Әлеге көндә  Спутник V, Спутник лайт вакциналары халыҡ араһында ҙур һорау менән ҡуллана.  Спутник V йәки гамКовидВак беҙҙең илдә беренсе булып етештерелде һәм 2020 йылдың авгусында рәсми рәүештә теркәлде. Препараттың эффектлылығы 91,6 процент тәшкил итә. Компоненттың әһәмиәтен ваҡыт та күрһәтте. Шуға күрә табиптар беренсе вакцинация өсөн ике компонентлы прививканы яһатырға кәңәш итә.

-- Спутник лайт вакцинаһы башлыса коронавирус менән ауырығандарға һәм вакцинаны ҡабатлап эшләтеүселәргә яһала. Хроник сирлеләргә ике компонентлы  Спутник V препаратын һалдырыу отошло. Дөйөм алғанда беҙҙең дауаханала вакцинаның дүрт төрө лә бар, -- ти табип-эпидемиолог Радик Кейекбаев.

Прививканы көн һайын иртәнге 9-сы яртынан киске 8-се яртыға ҡәҙәр ҡала поликлиникаһының 202-се, 207-се бүлмәләрендә һалдырырға мөмкин. Пункт ялһыҙ эшләй. Шулай уҡ вакцинаны “Урал аръяғы”, “Аструм” сауҙа үҙәктәрендәге мобиль пункттарҙа ла эшләтеп була. Улар иртәнге унда киске етәгә ҡәҙәр халыҡты ҡабул итә. Үҙегеҙ менән паспорт, медицина страховкаһы полисы, СНИЛС булыуы мотлаҡ. Йөрөй алмаусыларға өйҙә вакцианция яһатырға була. Бының өсөн 8 937-853-77-35 телефонына шылтыратырға кәрәк.

Әлеге көндә ҡалала вакцинаның беренсе компонентын 20 мең кеше эшләткән. Ковид госпиталдә 51 сирле дауалана, реанимацияла 6 кеше ята.

Оҡшағанын һайлап ал
Оҡшағанын һайлап ал
Автор:Гульдар Кадаева