АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
6 Сентябрь 2021, 16:00

Акция тамам, вакцинация дауам итә

Сибай ҡалаһында “Сибай прививкалы!” акцияһы тамамланды. Унда ҡатнашып, бүләк отоусылар үҙҙәренә тәғәйен приздарҙы алып бөттө. Акция ахырына етһә лә, ҡалала ковид-19-ға ҡаршы вакцинация дауам итә.

Акция тамам, вакцинация дауам итә
Акция тамам, вакцинация дауам итә

“Сибай прививкалы” акцияһын ойоштороусы мәрхәмәтлек фонды 3 этаптан үткән сара барышында 52 приз уйнатты. Йәй уртаһында башланған отош 31 авгусҡа ҡәҙәр дауам итте. Унда ошо арауыҡта ковид-19 сиренә ҡаршы прививка яһатыусы 252 кеше ҡатнашты. Отош барышын Сибай телевидениеһы аша һәр кем күҙәтә алды. Кеше исеме яҙылған купонды барабан эсенән студиялағы бала осраҡлы рәүештә һайлап алды. Приздар уйнатыу барышын эксперт комиссияһы айырым контролдә тотто.

Һуңғы тәүлектә Сибайҙа коронавирус сирен 14 кеше йоҡторған. Пандемия башланғандан алып урында 1252 сирлегә ковид диагнозы ҡуйылған, 942 кеше һауыҡҡан.

Йоғошло сиргә вакцинаның беренсе компонентын 13941 кеше һалдырһа, 12372 кеше иммунизацияның тулы курсын үткән.

Әлеге ваҡытта ҡаланың ковид-госпиталендә 101 ауырыу дауалана, шуларҙың 13-ө реанимацияла ята.

Сибай үҙәк дауаханаһы белгестәре халыҡ араһында мәкерле ауырыуға ҡаршы прививка яһауҙы дауам итә. Ҡалала прививка ҡаҙау буйынса стационар, шулай уҡ мобиль пункттар уңышлы эшләй.

Фото: Сибай телевидениеһы төркөмөнән.

Автор:Гульдар Кадаева