АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
23 Июль 2021, 09:00

«Еңеү өсөн тест»

Сибай ҡалаһынының үҙәк майҙанында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы «Еңеү өсөн тест» акцияһы үтте.

«Еңеү өсөн тест»
«Еңеү өсөн тест»

ВИЧ эпидемияһы коронавирус пандемияһы кеүек үк кеше сәләмәтлегенә хәүеф менән янаған ҡурҡыныс сир. Күптәр үҙҙәренең ВИЧ йоҡтороуын белмәй ҙә йәшәй бирә. Рәсәйҙә әлеге ваҡытта 1 миллиондан ашыу кеше ошо үлемесле ауырыуға дусар. Сирҙе бер генә ысул менән туҡтатып була – ауырыу хаҡында халыҡҡа мөмкин тиклем мәғлүмәт еткереү. Төрлө юлдар менән йоҡҡан ВИЧ хаҡында кешеләр хәбарҙар булырға тейеш. Хәүеф төркөмөнә эләкмәү, һаҡланыу саралары күреү, ВИЧ-инфекцияға тест тапшырыу – федераль проект сиктәрендә уҙғарылған «Еңеү өсөн тест» киң күләмле акцияһының төп маҡсаты.
--Беҙҙең «Яңы быуат» компанияһы Ҡазан ҡалаһында урынлашҡан. Мәрхәмәтлек фонды Рәсәйҙең 9 төбәгендә тест уғарыу буйынса грант отто. Өс бригадаға бүленеп ошо 9 ерлекте — Волга буйы федерель округында, шул иҫәптән Башҡортостанда ВИЧ-инфекцияны асыҡлаусы экспресс-тестар уҙғарабыҙ,-- ти социаль хеҙмәткәр, табип Асҡар Гәрәев.
Үҙеңдең ВИЧ-статусыңды асыҡлау бушлай һәм аноним рәүештә 1 минут эсендә атҡарыла. Кешеләрҙән алынған биоматериалға шәхсән код биреү өсөн исемдең баштағы ике хәрефен генә һорайҙар. Ҡанды бармаҡтан алалар, һөҙөмтәне шунда уҡ үҙеңә әйтәләр. Сибайҙа уҙғарылған акция барышында кешеләрҙең иммун дефициты вирусы хаҡында тейешле кимәлдә хәбәрҙар булмауы асыҡланды. Күптәр был теманы урап үтә йәки оят тип һынай. Экспресс-тест үтеүселәргә белгестәр мәкерле сир хаҡында буклеттар тапшырҙы. Сөнки ВИЧ-инфекция хаҡында күп нәмә белеү – ул үҙ ғүмереңде хәүеф аҫтына ҡуймау тигәнде аңлата.

#нацпроекты#миллипроекттар#здравоохранение
Фото: Сибай телевидениеһы төркөмөнән.

Автор:Гульдар Кадаева