Халыҡта: “Банандың файҙаһы аҙ, ә калорияһы күп”, - тигән фекер йәшәй. Әммә улар яңылыша. Банандың калориялығы яҡынса – 100 ккал, был бер көнлөк рациондың уртаса энергетик ҡиммәтенең 5 проценты ғына.
Бананда ашҡаҙан-эсәклек тракты эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай торған клечатка бар. Организмда һыу балансын көйләй, бөйөрҙәр, йөрәк –ҡан тамырҙары системаһы өсөн кәрәк булған калий ҙа бар уның составында. Магнийҙың иһә йөрәк мускулы өсөн файҙаһы күп. Шуға спорт менән шөғөлләнеүселргә ашарға кәңәш итәләр. Ул ҡандағы глюкозаны тиҙ арттыра. В9 витамины, йәғни фолий кислотаһы үҙәк нерв системаһы өсөн файҙалы. Бананда организмда серотонин, йәғни бәхет гормонына әүерелә торған тирозин тигән аминокислота ла бар. Тимәк, банан яҡшы кәйеф өсөн дә кәрәк. Артыҡ кәүҙә ауырлығынан һәм шәкәр ауырыуынан яфаланыусыларға белгестәр йәшел йәки йәшкелт-һары банан ашарға тәҡдим итә. Ә өлгөргән бананда витамин һәм макро- һәм микроэлементтар күберәк. Уларҙа клечатка һәм шәкәр ҙә шаҡтай.
Көнөнә уртаса ҙурлыҡтағы бер йә ике банан ашарға рөхсәт ителә. Кәнфит йәки башҡа татлы ризыҡтар урынына бананды иҙеп, йомортҡа ҡушып бешерелгән ҡоймаҡ ашарға кәрәк, ти диетологтар. Бананды блендер менән иҙергә кәрәкмәй, сәнске ҡалаҡ ҡулланығыҙ.
Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!
Фото: интернеттан.