2021 йыл - Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлек йылы
Бер туҡтауһыҙ көнбағыш сиртергәме, әллә өшкөрөлөргәме, әллә… Ни эшләргә һуң? Кеҫәгә ныҡ һуға бит был тәмәке-әшәке… Нисек тартыуҙы ташларға? Ошо һорау һеҙҙе борсоймо? Улайһа бер кәңәш тәҡдим итәбеҙ. Бәлки, ярҙамы тейер.
Имбирле сәй тәмәке тартыуҙы ташларға ярҙам итә, тиҙәр. Улай ғына ла түгел, иммунитетығыҙ ҙа нығыныр, сөнки имбирҙә витаминдар, микроэлементтар бик күп.
Имбирҙә ҡандағы липидтарҙы кәметеүсе органик берләшмәләр бар. Ул иһә атеросклероз үҫеүенә (тәмәке тартыусының төп дошманы) кәртә булып тора. Имбирь йүтәлде дауалаусы ла. Уға бал ҡушып эсһәгеҙ, ауыҙҙағы алама еҫ тә бөтә. Ғалимдар иҫбатлауынса, имбирь организмда шештәр барлыҡҡа килеүгә лә ҡаршы тора. Ҡартайыуҙы ла әкренләтә, тире торошон яҡшырта, токсин һәм шлактарҙы сығара. Тартҡы килә башлаһа, бәләкәй генә имбирь киҫәге ҡабығыҙ. Ул һәр төрлө леденцы, һағыҙҙарҙан күпкә яҡшыраҡ бит. Имбирҙе имеү йә сәйнәү тәмәке тартыу теләген баҫыр. Ваҡланған имбиргә лимон һуты ҡушып, өҫтөнә эҫе һыу ҡойоп үҙегеҙгә файҙалы эсемлек эшләп алығыҙ. Һыу һыуына биргәс, бал ҡушырға була. Сәләмәт булығыҙ! Табип менән кәңәшләшегеҙ!
***Кәңәштәрегеҙ булһа, беҙгә яҙығыҙ, гәзит уҡыусыларға еткерербеҙ.