Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
21 Ғинуар 2021, 21:05

КИПКӘН ВИТАМИНДАР

Һуңғы йылдарҙағы хәлдәр һаулыҡҡа иғтибар итергә саҡыра. Ашҡаҙан өсөн ауыр булған һәм организм өсөн әллә ни файҙалы булмаған ризыҡтарға, ярымфабрикаттарға иғтибар һәм сығым бүлгәнсе, бәлки, емеш-еләк, йәшелсәгә өҫтөнлөк бирербеҙ? Әйткәндәй, киптерелгән емеш-еләктә лә витамин күп. Ниндәй сирҙән ярҙам итә улар? Йөҙөмдөң файҙаһы нимәлә? Ә грушаны ҡасан ҡулланырға? Тулыраҡ сайтта.

  1. Абрикос, йәғни курага. Йөрәк һәм ҡан тамырҙары өсөн яҡшы. Унда калий, антиоксиданттар күп. Курага организмдан зыянлы холестеринды сығара. Ҡалҡан биҙе сире, шәкәр диабеты менән сирләүселәргә лә тәҡдим ителә.
  2. Ананас. Кипкән был емеш калий һәм магний, тимер һәм цинк, В витамины сығанағы, аш эшкәртеүҙе көйләй. Шешенеүҙәрҙән (отек) ярҙам итә, кәйефте күтәрә, көс бирә. Тәмәке тартыуҙы ташларға теләүселәр өсөн дә яҡшы.
  3. Баклажан. Ҡандан “насар” холестеринды сығара. Уның составында баҡыр, кобальт, марганец бар. Был һирәк осрай торған элементтар ҡанды яҡшырта. Тимергә лә бай, шуға анемия менән яфаланыусылар уны ҡулланһа яҡшы. Ә калий күҙәнәктәрҙән артыҡ шыйыҡсаны сығара. Шәкәр кимәлен төшөрөргә лә ярҙам итә.
  4. Банан—калий сығанағы. Йөрәк, мейе, һөйәктәр, тештәр, мускулдар өсөн бик файҙалы. Һәр кемгә тәүлегенә кәм тигәндә 1 грамм калий кәрәк. Организмға калий етмәһә, аҡһымды етерлек кимәлдә ҡулланған хәлдә лә, дистрофия барлыҡҡа килеүе ихтимал. Кипкән бананда ысын шәкәр була, ҡан уны бик еңел үҙләштерә. Бананда триптофан аҡһымы була, ул серотонинға әүерелә. Уныһы иһә кәйефте күтәрә.
  5. Виноград, йәғни йөҙөм. Айырыуса аҡһыл төҫтәгеһе файҙалы, сөнки составында калий, фосфор күп. Улар аҡыл эшендә, имтиханда ярҙам итә. Пародонтоз сиренән профилактика өсөн яҡшы.
  6. Сейә. Тартыуҙы ташларға теләүселәр өсөн бик файҙалы.
  7. Бәшмәктәр. Кипкән бәшмәктәр ябығырға ярҙам итә. Ундағы аҡһым һыйыр итендәге аҡһымды алмаштырыу һәләтенә эйә. Аҡ бәшмәк мигрендан дауа.
  8. Груша. Составында инфекцияға ҡаршы көрәшерҙәй эфир майҙары бар, биологик актив матдәләр бар. Депрессиянан да ярҙам итә. Йөрәк, бауыр, бөйөр, шәкәр диабеты сирҙәре менән яфаланыусыларға файҙалы.
  9. Дыня. Һейҙек, үт һыуын ҡыуыуға һәләтле. Ашҡаҙан-эсәкте таҙарта, ҡанды ойоштормауға булышлыҡ бирә, матдәләр алмашыныуҙа ярҙам итә. Анемия, атеросклероз менән ауырыусыларға тәҡдим ителә. Эс ҡаталау менән яфаланһағыҙ ҙа дыня ашағыҙ. Косметологияла ла ҡулланырға була: тирене таҙарта.
  10. Ташҡабаҡ. Тимер, баҡыр, фосфор, калий, магний, натрий бар уның составында. С һәм В витаминына ла бай. Балалар өсөн файҙалы, әллә ни аллергия бирә торғандарҙан түгел. Иммунитетты көйләй. Аҙ ҡанлылыҡ, йөрәк, гипертония йонсотһа, кипкән ташҡабаҡ ашағыҙ.
  11. Киви. С витаминына бай. Калий һәм магний ҙа бар унда. Ҡан тамырҙары стеналарын нығыта, тромб барлыҡҡа килмәһен өсөн “кәртә” булып тора. Кипкән киви фигураһын тоторға теләүселәр өсөн бик кәрәк. Уны киптереү ҙә ауырлыҡ тыуҙырмай. Кис таҙартып, киҫәктәргә бүлеп, йәшелсә һәм емештәрҙе киптереү өсөн тәғәйенләнгән электр киптергескә һалығыҙ. Иртәнсәк шәп витамин әҙер булыр.
    • Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ! Сәләмәт булығыҙ!




    • Читайте нас: