АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
8 Ноябрь 2020, 20:15

БАЛА ҺАУЛЫҒЫ - ОЛО ХАЗИНА

Кибеткә барып инһәм, яңы ғына атлай башлаған ҡыҙы менән бер мәрйә тора. Ул ҡатын-ҡыҙҙарға тәғәйенләнгән тәмәке һайлай ине. Ә бәләкәстең күҙе кәштәләрҙә теҙелеп ятҡан аллы-гөллө ҡаптарҙағы тәмлекәстәрҙә, әле уға, әле быға ҡулын һона, үҙенсә нимәлер тәтелдәй. Әсәһе бер ҡап тәмәке һатып алып, балаһын етәкләп сыҡмаҡ булғайны ла, ҡыҙсыҡ атларға теләмәй, һаман тәмлекәстәргә ынтылыуын дауам итте. Әсәһенең бер ни ҙә алырға йыйынмауын күргәс, һатыусы ҡыҙға чупа-чупс һуҙҙы. Шул саҡ йәш әсә сарылдап ҡысҡырып уҡ ебәрҙе

Кибеткә барып инһәм, яңы ғына атлай башлаған ҡыҙы менән бер мәрйә тора. Ул ҡатын-ҡыҙҙарға тәғәйенләнгән тәмәке һайлай ине. Ә бәләкәстең күҙе кәштәләрҙә теҙелеп ятҡан аллы-гөллө ҡаптарҙағы тәмлекәстәрҙә, әле уға, әле быға ҡулын һона, үҙенсә нимәлер тәтелдәй. Әсәһе бер ҡап тәмәке һатып алып, балаһын етәкләп сыҡмаҡ булғайны ла, ҡыҙсыҡ атларға теләмәй, һаман тәмлекәстәргә ынтылыуын дауам итте. Әсәһенең бер ни ҙә алырға йыйынмауын күргәс, һатыусы ҡыҙға чупа-чупс һуҙҙы. Шул саҡ йәш әсә сарылдап ҡысҡырып уҡ ебәрҙе:
--Нет, вы что, это вредное лакомство, - тип балаһын һөйрәп тигәндәй алып сығып китте.
Һатыусы миңә ҡараны ла: “Һмм, үҙе тәмәке тарта, бер ҙә вредно тимәй, ауырлы саҡта ла тартҡандыр инде”, - тип ҡуйҙы.
Эйе, икеһе лә хаҡлы... Чупа-чупстан балаларҙың теше боҙола. Шуға уны йыш бирмәһәгеҙ бик яҡшы булыр ине. Юғиһә, арзан кәнфитте һәр кем балалы кешеләргә күстәнәс итеп алып килергә ғәҙәтләнгән. Емеш-еләк бирһәгеҙ, күпкә отошло булыр.
Ә бына тартҡан әсәнән ниндәй бала тыуа? Эйе, бала ҡарында уҡ тонсоға, гипоксия менән йонсоуы ихтимал. Йә ваҡытынан алда төшә, йә үле тыуа. Һау бала тыуған осраҡта ла, ул 3-4 йәшкә етеү менән төрлө сир үҙен һиҙҙерә башлай. Ундай балалар бөйөр, йөрәк, үпкә сирҙәре менән ыҙалай, иммунитеты насар була. Үҫә бара һимереп, тулыланып китеүе, 2-се типтағы диабет менән ауырыуы ихтимал.
Һәр аҡыллы ата-әсә өсөн бала һаулығы – ҙур ҡиммәт! Магазин кәштәләрендәге тәмлекәстәрҙе алыр алдынан уларҙың составына иғтибар итегеҙ. Аңлашылмаған әйберҙәр, һәр төрлө буяуҙар, ҡатышмалар бар икән, уларҙы алмауығыҙ күпкә хәйерле.
Ә бына түбәндәге исемлектәге ризыҡтарҙы бөтөнләй алмаҫҡа кәңәш итер инек:
  1. Чипсы.
  2. Газлы һыуҙар.
  3. Колбаса изделиелары.
  4. Фаст-фуд.
  5. Шоколадлы батончиктар.
  6. Майонез.
  7. Ҡыҫала таяҡсалары.
  8. Магазинда һатылған булочка, бәлештәр.
  9. Желелы кәнфиттәр (желейные).
  10. Ҡаптағы һуттар.
  11. Емеш-еләктән үҙегеҙ һут эшләргә, компот ҡайнатырға ғәҙәтләнегеҙ. Әсеткеһеҙ ҡамыр аштары бешерегеҙ. Ә магазин ризыҡтарының составын мотлаҡ ҡарағыҙ. Һау бала – оло бәхет, икәнен онотмағыҙ!