Шытҡан бойҙай – фәнни асыш түгел, уны электән ҡулланғандар. Уның составында файҙалы матдәләр бик күп.
Шытҡан бойҙайҙы тикшереүсе Эни Вагмор былай тип яҙа: “20 йыл тикшереү барышында төрлө эскперименттар үткәрҙем һәм аңланым: шытҡан бойҙай—ғүмер элексиры, организмда матдәләр алмашыныуын тәьмин итә, нервы системаһына яҡшы тәьҫире бар.
Бойҙай шытымдары “ҡый-һай”ҙы тиҙ генә йыйып ала һәм организмды таҙарта. Яман шештән ҡурсалай. Нисә генә йәштә булһаң да, организмдың мөһим функцияларын дөрөҫ эшләтеп ебәрә, хатта йәшәртә лә. Яңы барлыҡҡа килгән яман шештәрҙе, полиптарҙы, фибромаларҙы юҡ итә. Ҡанды кислород менән байыта. Уны ҡулланғанда организм һыуыҡҡа ла бирешмәй. Һәр төрлө инфекцияны, елһенеү процестарын, артыҡ холестеринды, зыянлы, ағыулы матдәләрҙе юҡҡа сығара. Иммунитетты күтәрә. Күҙҙең күреү һәләте яҡшыра. Тән яраларын тиҙ бөтөрә. Сәстәрҙең торошо яҡшырта. Оҙаҡ йәшәүгә көс тә бирер.
Бойҙай шытымы әҙерләү ысулы:
80-100 грамм бойҙайҙы ағып торған һыуҙа 2-3 тапҡыр йыуығыҙ. Боҙолған, бешеп етмәгәндәрен ташлағыҙ. Йыуылған бойҙайҙы 2-3 сантиметрҙан да ҡалын итмәй фарфор йә башҡа һауытҡа һалығыҙ. Өҫтөнә һыу ҡойоғоҙ. Иң өҫкө ҡат бер аҙ һыуға етеп торорлоҡ булһын. Марля менән ҡаплағыҙ. Дымлы, йылылыҡ 22 градусҡа тиклем булған бүлмәлә 24-30 сәғәт торһон. Шул саҡ аҡ ҡына шытымдары барлыҡҡа килер. Уларҙың оҙонлоғо 2-3 миллиметр булһа, алығыҙ, йыуығыҙ. Ит турағыста йә кофемолкала ваҡлағыҙ. Әҙер. Әйҙә ошоно сәйнәгеҙ инде. Бер сәй ҡалағы бойҙайҙы 1 минут сәйнәргә (50-60 тапҡыр сәйнәү хәрәкәте). Әгәр сәйнәй алмаһағыҙ, бойҙай шытымы өҫтөнә 1-1,5 стакан һыу ҡойоп, болғатып, һөҙөп алығыҙ. Бойҙайлы “һөт” хасил булыр. Ул да файҙалы.
Табип менән кәңәшләшергә.