АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
15 Октябрь 2020, 11:25

Ҡулдарҙың таҙалығы—сәләмәтлек билдәһе

Сибай үҙәк дауаханаһы поликлиникаһының табип-эпидемиологы Радик Кейекбаев билдәләүенсә, бысраҡ ҡулдар дизентерия, А гепатиты, эсәк тифы, бабасыр (селәүсен) инвазияһы, киҫкен респираторлы вируслы сирҙәр, бөтә донъяны хәүефкә һалған коронавирус кеүек инфекцион ауырыуҙарҙы йоҡтороуға булышлыҡ итә. Сирҙәрҙе ҡуҙғытыусылар ҡул ҡыҫышҡан ваҡытта, көнкүреш әйберҙәренән, уйынсыҡтар аша күсә.

15 октябрҙә Бөтә донъя ҡулдарҙы йыуыу көнө билдәләнә. Ҡыҙыҡлы датаны булдырыу идеяһын ООН-дың Генераль Ассамблеяһы, ЮНИСЕФ балалар фонды, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы хуплап сыға. 2008 йылдан алып был көн донъяла даими уҙғарыла.
Рәсми байрам көнө һаналмаһа ла, был көндө йәмғиәттең иғтибарын проблемаға йәлеп итеү өсөн йыйындар, байрам акциялары ойошторола. Бөгөн “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Сибай үҙәк дауаханаһында ла буклеттар таратыла, әңгәмәләр ойошторола.
Ҡулдарҙы йыуыу сараһының төп маҡсаты—балаларҙы һәм өлкәндәрҙе ҡулдарҙы ваҡытында һәм дөрөҫ итеп һабын менән йыуыуға ылыҡтырыу. Тап ошо ысул бик күп инфекциялы сирҙәрҙән ҡотолоуҙың иң эффектлы һәм арзанлыһы иҫәпләнә.
Был көндө телевидениелар ошо тематикаға арналған тапшырыуҙар әҙерләй, халыҡ араһында ҡулды йыуыу—сәләмәтлек нигеҙе булыуы хаҡындағы листовка, иҫкәрмәләр, буклеттар, брошюралар таратыла.
1847 йылда Игнац Земмельвайс Вена госпиталендә доктор Кляйнда ассистент булып эшләгәндә балалар үлеме һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың бала тапҡандан һуң янып ауырыуҙарын анализлай. Баҡһаң, медицина хеҙмәткәрҙәре йоғошло ауырыуҙарҙы ҡарағандан, мәйеттәрҙе ҡырҡҡандан һуң ҡулдарын эшкәртмәйҙәр икән. Игнац Земмельвайс уларға хлорлы эзбиз менән ҡулдарын йыуырға тәҡдим иткәндән һуң, ысынлап та, үлем осраҡтары ҡырҡа кәмегән.
Сибай үҙәк дауаханаһы поликлиникаһының табип-эпидемиологы Радик Кейекбаев билдәләүенсә, бысраҡ ҡулдар дизентерия, А гепатиты, эсәк тифы, бабасыр (селәүсен) инвазияһы, киҫкен респираторлы вируслы сирҙәр, бөтә донъяны хәүефкә һалған коронавирус кеүек инфекцион ауырыуҙарҙы йоҡтороуға булышлыҡ итә. Сирҙәрҙе ҡуҙғытыусылар ҡул ҡыҫышҡан ваҡытта, көнкүреш әйберҙәренән, уйынсыҡтар аша күсә.
Балалар әйләнә тирәләге бөтә әйберҙәрҙә лә—ҡәләм, ручка, китап, уйынсыҡтар, ишек тотҡаларында күҙгә күренмәгән бысраҡ булыуын белергә тейеш. Улар менән ҡулланғандан һуң ҡулды йыумаһаң шул бысраҡ ауыҙ аша организмға үтеп инеүен һәм ауырыу ҡуҙғатыуын да аңлатырға кәрәк.
Белгестәр тикшеренеүҙәренән күренеүенсә, кеше ҡулында әллә нисә миллион микроб бар. Офиста хеҙмәт итеүселәрҙең ҡулдары физик эш башҡарыусыларҙыҡынан күберәк микроблы булып сыҡҡан. Шулай уҡ ирҙәрҙең ҡулы, ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡынан күпкә таҙараҡ булыуы иҫбатланған.
Офистарҙа иң бысраҡ әйберҙәр булып телефондар, шул иҫәптән мобилле, яҙыу өҫтәлдәре, клавиатура һәм компьютер сысҡаны, ишек тотҡалары, утты яндырыу, һүндереү ҡоролмалары табылған. Сәғәт, беләҙек, балдаҡтар аҫтында ла ауырыу тыуҙырыусы микроорганизмдар йыйыла.
Ҡулдан-ҡулға күсеп йөрөүсе аҡса ла сир таратыу сығанаҡтарының береһе.
Радик Яҡуп улы әйтеүенсә, ҡулды һабынлап йыуыу тиренән 90 процент микробтарҙы йыуып төшөрә.
--Даими рәүештә ҡулдарҙы һабынлап йыуыу бер-береңә ҡағылыу, көнкүреш әйберҙәре аша йойғоусы сирҙәр хәүефен кәметә. Коронавирус пандемияһы осоронда ҡул бирешеп күрешеүҙән күптәр тыйылды. Был бик дөрөҫ, сөнки 80 процент осраҡта сирҙәр бер-береңә ҡағылғандан йоға. Кеше менән генә түгел, үҙ ауыҙыңа, танауыңа, аҙыҡ-түлеккә ҡағылыу ҙа сир ҡуҙғата. Ҡулдарҙы йыумаған килеш ашау сальмонеллез, диарея, стафилококлы инфекцияға килтереүе ихтимал. Бысраҡ ҡулдар менән биткә ҡағылыу киҫкен респиратор вирусы һәм киҙеү, короновирус менән сирләүгә илтә.
Йәмәғәт урынында йөрөп ҡайтҡандан һуң, айырыуса транспорт хеҙмәте менән ҡулланғандан һуң ҡулдарҙы йыуыу зарур,--ти табип-эпидемиолог.
#нацпроекты#миллипроекттар