Ауырыһаҡ шунда уҡ дауаханаға йүгерәбеҙ... Күпләп аҡса түгәбеҙ, ҡиммәтле дарыуҙар алабыҙ. Әлбиттә, табипҡа күренергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта баҡсабыҙҙа ғына үҫкән йәшелсәләргә, емеш-еләккә иғтибарҙы юғалтмайыҡ. Бөгөн беҙ һеҙгә иң шифалы ете йәшелсә, емеш-еләктең файҙаһы хаҡында һөйләмәксебеҙ.
Организмды таҙартыусы 7 ризыҡ:
1. Ҡыҙыл сөгөлдөр. Организмды таҙартыусы йәшелсәләр араһында уға беренсе урын бирергә була. Ул аҙыҡтың "хәрәкәт"ен яҡшыртыусы органик кислоталарға, витаминдарға бай, шулай уҡ эсәктәге "насар" бактерияларҙы юҡ итә. Бауырҙы токсиндарҙан таҙарта. Организмды йәшәртеү һәләтенә эйә, тирене, тырнаҡ-сәстәрҙең торошон яҡшырта.
Нисек ҡулланырғамы? Бешереп ашарға, борщ бешерергә, салатҡа өҫтәргә, төнәтмә эшләргә йә һутын эсергә.
2. Кәбеҫтә.
Ул аҙыҡ эшкәртеүҙе яҡшырта, микрофлораны яйға һала. Уның составында бик һирәк U витамины бар. Ул алама химик матдәләргә ҡаршы тора, хатта яраларҙы уңалтыуға булышлыҡ бирә.
Шул көйө лә, салат эшләп тә ашарға мөмкин, һутын һығып эсергә була.
3. Һарымһаҡ.
Уның бер генә тешендә 400 (!!!) файҙалы компонент бар. Ул ҡандағы "насар" холестерин кимәлен төшөрә, ҡан тамырҙарын таҙарта, яман шеш барлыҡҡа килтереүгә һәләтле күҙәнәктәрҙе үлтерә, дифтерия, туберкулез таяҡсаларын һәм хеликобактерҙы (ашҡаҙандың сей яраһын барлыҡҡа килтереүсе) үлтерә, организмды таҙарта.
Нисек ҡулланырға: шул көйө йә иҙеп, ваҡлап.
4. Һуған.
Күп кенә бактерияларҙы үлтерә, аҙыҡ эшкәртеүҙе яҡшырта. Зыянлы матдәләрҙе юҡ итә.
Ҡулланыу алымы: шул көйө ашарға, турамаға һалырға, спиртлы төнәтмә эшләргә, косметик маскалар эшләргә (һытҡыларҙан ярҙам итә).
5. Алма.
Аппетитты күтәрә, аш эшкәртеүҙе яйға һала, эс ҡатыуҙан ярҙам итә. Гриптың А төрөндә файҙалы, дизентерия барлыҡҡа килтереүселәр менән көрәшә.
Ҡулланыу ысулы: йыуып тышы менән бергә ашарға, һут эшләп эсергә, ҡырғыс аша ҡырып бутҡа һымаҡ итеп ҡулланырға мөмкин.
6. Авокадо
"Көньяҡ" емешенең файҙаһын күптәр белеп етмәй. Ул 40-лаған канцерогенға кәртә була ала, шул рәүешле бауырҙы һаҡлай. Ҡанда холестерин кимәлен рәткә һала, аш эшкәртеүҙе көйләй, кислород менән тәьмин итә.
Ҡулланыу ысулы: шул килеш ашарға, кипкән килеш тә файҙалы йә "майын" ҡулланырға.
7. Мүк еләге
Иң ҡеүәтле тәбиғи антибиотик, шулай уҡ вирусҡа ҡаршы тороуға һәләтле. Һейҙек ҡыуығын алама бактерияларҙан һаҡлай. Яман шеш, тромба барлыҡҡа килтереүсе күҙәнәктәр менән көрәшә.
Нисек ҡулланырға: шул килеш ашарға, морс йә һут эшләп эсергә, ҡайнатма эшләргә.
*** Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!