Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
8 Июнь 2020, 12:45

ЭХ, ЕЛӘККӘЙҘӘРЕ...

Әгәр йәй дауамында 5 килограмм еләк ашаһағыҙ, һеҙҙең организм таҙара, ҡан составы яңыра. Ул еңелсә генә антибиотик ролен дә үтәй, аш эшкәртеүҙе яйға һала, дофамин—шатлыҡ гормоны етештерә, иммунитетты нығыта. Баҡса еләге һаулыҡ өсөн генә түгел, кәйеф өсөн дә яҡшы.

Ҙур, ҡып-ҡыҙыл, һутлы ғына баҡса еләген кем генә яратмай икән?! Был күп йыллыҡ емеш культураһының 200-ләп сорты бар, ул Ер шарының төрлө төбәктәрендә үҫтерелә.
Бөгөн уның файҙаһы хаҡында яҙып үтергә теләйбеҙ. Еләк составында А, С, РР, В, Е, К витаминдары, каратиноид, пектин, төрлө органик кислоталар, микроэлементтар бар.
Баҡса еләген супермаркеттарҙа йыл әйләнәһенә һаталар. Әммә ул үҙ миҙгелендә күпкә файҙалыраҡ. Һутлы, «итле» генә еләк экология йәһәтенән таҙа ерҙә үҫтерелгән икән, ул һаулыҡ өсөн йәйгеһен бик яҡшы. Туңдырылып ҡыш һатыла икән, ул хәүеф һәм шик тыуҙыра.
Әгәр йәй дауамында 5 килограмм еләк ашаһағыҙ, һеҙҙең организм таҙара, ҡан составы яңыра. Ул еңелсә генә антибиотик ролен дә үтәй, аш эшкәртеүҙе яйға һала, дофамин—шатлыҡ гормоны етештерә, иммунитетты нығыта. Баҡса еләге һаулыҡ өсөн генә түгел, кәйеф өсөн дә яҡшы.
Ябығырға теләүселәргә тәмле-татлынан баш тартып, улар урынына еләк ашау кәңәш ителә. Был емеште йыш ашау тырнаҡтарҙы ла яҡшыртыр.
Баҡса еләген косметологияла ҡулланалар. Уны лосьон һәм скрабтарға ҡушалар, биткә маска эшләйҙәр. Сөнки ул тирене яҡшырта, шымарта, ваҡ йыйырсыҡтарҙы ала.
Әммә уны кире яҡтарын да онотмағыҙ. Ашҡаҙан яраһы булғанда бик һаҡ булырға кәрәк. Аллергия менән интегеүселәргә лә уны күпләп ҡулланыу кәңәш ителмәй. 3 йәшкәсә балаларға, ауырлы, сабый имеҙеүсе ҡатындарға тыйылып тороу яҡшы булыр.

*Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
фото: 1zoom.me