Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
4 Апрель 2020, 13:10

Һарымһаҡлы һөт

Ҡайҙа ғына ҡарама лимон хаҡы күтәрелгән, имбирь артҡан тигән хәбәр тарала. Уларҙы күпләп алыусылар булғанда, ниңә хаҡ арттырмаҫҡа һуң? Үҙебеҙ шул хаҡтың күтәрелеүенә булышлыҡ итәбеҙ түгелме? Әйҙәгеҙ, әсәй-өләсәйҙәребеҙ электән ҡулланған дауаланыу сараларына иғтибар итәйек, шифалы үләндәребеҙ, милли ризыҡтарыбыҙ хаҡында ла онотмайыҡ. Ә бөгөнгә ябай һарымһаҡ хаҡында... Уны һөткә һалып эсһәгеҙ, күп сирҙән ҡотолорһоғоҙ.

Һарымһаҡтың файҙаһы хаҡында бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ. Ә уны һөткә һалып эсһәгеҙ, ул астманан, пневмониянан, туберкулездан, йөрәк ауырыуҙарынан, йоҡоһоҙлоҡтан, артриттан, йүтәлдән һәм башҡа күп сирҙәрҙән дауа булыр.
Һарымһаҡ микробҡа ҡаршы тороу һәләтенә эйә, көслө антиоксидант булып тора. Уны йылы һөткә бутаһаң, ул күп кенә ауырыуҙарҙан ҡурсалар.
Бының өсөн һеҙгә 250 мл һыу, таҙартылған 10 теш һарымһаҡ, 500 мл һөт, 2-3 сәй ҡалағы шәкәр кәрәк булыр.
Әҙерләү: кәстрүлгә һөт һәм һыуҙы ҡойоғоҙ, уға ҡырғылған һарымһаҡты һалығыҙ һәм даими болғап ҡайнау хәленә еткерегеҙ. Яртыһы бүҫкәргәнсе ҡайнап ултырһын. Уттан алғас, уны һөҙөп алығыҙ ҙа, һөткә шәкәр ҡушығыҙ. Эҫе көйө генә эсегеҙ.
Пневмония менән көрәшеү өсөн көнөнә өс тапҡыр ошо рецепт буйынса һөт эсергә.
Астма менән яфаланыусылар, йоҡлар алдынан өс теш һарымһаҡ ашап, хәлен еңелләштерә ала. Һарымһаҡлы һөт тә ярҙам итер.
Әлеге эсемлек холестеринды кәметә, тимәк ҡан әйләнеше яҡшыра. Йөрәк сире менән йонсоусылар әллә ни ҡуйы булмаған һөттө ҡулланһын.
Быуындар һыҙлаһа, көн дә һарымһаҡлы һөт эсегеҙ.
Һарымһаҡ бауырға ла ярҙам итә. Биш көн эсһәгеҙ, һары ауырыуынан ҡотолорға мөмкин. Йоҡоһоҙлоҡтан интегеүселәргә лә ярҙам итер.
Туберкулез менән яфаланыусыларға әлеге шыйыҡсаны көнөнә өс тапҡыр эшләп эсергә кәрәк.
Йүтәл йонсотһа, һарымһаҡлы һөткә куркума ла өҫтәп ебәрегеҙ.
Насар холестеринды кәметә, ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар түлһеҙлегенән дауалай, аш эшкәртеү системаһын яҡшыртып, эсәк флораһын яйға һалыр.
* Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.