Беҙҙең бала саҡ һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдарға тура килде. Медпункт та юҡ, табип менән шәфҡәт туташын күргән дә булманы. Тик райондан килеп, бетләмәнеме икән, тип башты ҡарайҙар һәм туберкулездан пирке ҡуялар ине. Халыҡ үҙенсә белгәндәрен ҡулланып һауығырға тырыша ине. Әйткәндәй, хәҙер күҙ алдыма китереүемсә, ул ваҡыт бөгөнгө кеүек хроник ауырыуҙар булғанға бер ҙә оҡшамаған. Кеше аяҡтан йығылғансыға саҡлы эш менән мәшғүл булды. Минең атайым һуғышҡа саҡлы ике генә аҙна башы һыҙлап, ҡырҡ йәшендә вафат булған (миңә йәш тә булмаған саҡта). Шунда табиптар булһа, бәлки биш бала йәтим ҡалмаҫ ине...
Ул ваҡыттан иҫтә ҡалған дауалау ысулдары
Бала саҡта гел йүгереп йөрөп, яңғылыш баҫып, аяҡты ҡаймыҡтыра инек (растяжение суставов). Шул саҡта әсәй тасҡа йылы һыу һалып, аяҡтарҙы тығып, кер һабыны тоттороп ултыртып ҡуя. Шул һыуҙың эсенән аяҡтарҙы сығармайынса, ҡаймыҡҡан төштө һабынлап, ышҡып ултыра торғайныҡ. Унан һуң түшәккә һалалар ине. Бер процедурала аяҡтың һыҙлауы баҫыла ла ҡуя ине. Ләкин быны кисектермәйенсә тиҙ эшләргә кәрәк. Иртәгәгә ҡалһа - процедураны бер-нисә рәт эшләргә тура килә. Мин үҙем әле лә ошо ысулды ҡулланам.
Күҙгә аҡ төшһә лә, ҡуйы кер һабыны эретмәһе менән йыуалар ине.
Бармаҡ киҫелһә, юл япрағын ҡаплайҙар ине.
Аслыҡ ваҡытында, нишләптер инде, кеше бетләй. Һуғыштан ҡайтыусылар ҙа бетле ҡайталар, тип һөйләй инеләр. Хатта әле лә балалар балалар баҡсаһынан, лагерҙан алып ҡайтҡандары ишетелә. Мин сәсте үҙем тарай алмай инем, бөҙрә булғас ойоша. Бер мәл миндә бет табалар. Минең башымды әсәй кәрәсин менән буяны ла, яулыҡ ябындырҙы, үҙе төнгә эшкә китте. Баш һыҙлап, әсәй ҡайтҡанды саҡ көтөп алдым. Бик оҙаҡ тоторға ярамайҙыр ахыры. Шунан һуң ул бөжәктәрҙән бөтөнләйгә ҡотолдом.
Бөтә шештәрҙе, елһенеүҙәрҙе (отек) аттың йә һыйырҙың яңы тиҙәге менән компрес ҡуйып дауалайҙар ине. Иҫемдә: аяҡтың сәтәкәй бармағы шеште. Ауыртыуына түҙерлек түгел. Яланаяҡ йөрөйбөҙ бит, инфекция кергәндер инде. Әсәй кис, ятыр алдынан, йылы ғына һыйыр тиҙәге менән ҡалын итеп бөтә табанды ураны. Тынысланып йоҡлап киткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Иртән ҡараһаҡ, ҙур шешектән бер ни ҡалмаған, тиҙәк һурып алып бөткән.
Биле ҡаты ауыртҡан (обострение) кешене яна башлаған тиреҫкә башын ғына ҡалдырып күмгәндәрен дә хәтерләйем. Күмгәс, бөтә кеше унан ситкә китә, ярҙам һорамаһын тип. Уның ваҡыты барҙыр инде, "Сығарығыҙ!" тип аҡырғаны ишетелде.
Үҙем хәҙерге заманда ла шул методты ҡулланғаным бар. Ҡулым һынғас, гипс һалдылар ҙа, беҙҙән башҡа гипска тимә, тип оҙаҡҡа ҡайтарҙылар. Бер ай үткәсме икән, бик ныҡ һыҙлағас, асып ҡараным - беләгем ҡарая башлаған. Балаларҙан ат тиҙәге килтертеп, бер нисә көн ҡалын итеп урап яттым, рәтләнде, Аллаға шөкөр. Табипҡа барып, сиратта ултырғанда эргәмдә бер ҡулы киҫелгән ҡыҙ ултыра. “Перевязкаға килгән инем, миңә әйтеп тә торманылар, шунда уҡ операционныйға алып керҙеләр. Наркоз үткәс ҡараһам - ҡулым юҡ”, - ти. Шулай булыуы ла ихтимал булған бит.
Тағын бер осраҡты килтерәм. Иптәшем бил ауыртыуы менән интегә ине. Бер шулай, билен тотоп, ҡуҙғала алмай ятҡас, ашығыс ярҙам менән дауаханаға оҙаттым. Ике ай ятты а, аяҡҡа баҫа алманы. Йыраҡ ҡалала баш табип булып эшләгән ағаһы яҡшы дарыуҙар ҙа ебәрҙе, блокада ла яһанылар. Һөҙөмтәһе юҡ. Шул саҡ минең башҡа теге тиҙәк иҫкә төштө. Ауырыуҙы Яңы йылға өйгә алып ҡайтырға өс көнгә рөхсәт бирҙеләр. Ул ваҡыт машиналы кеше әҙ ине әле. Нисек алып ҡайтырға тип эҙләнеп тә йөрөмәнем, балаларҙың санаһы менән барып алдым. Автохужалыҡтан (улар аттар ҙа аҫырай ине) ярты тоҡ ат тиҙәге килтерттерҙем. Туң ине. Уны тимер биҙрәлә йылытып, әҙерәк тоҙ ҡушып, ваннаға полиэтиленға ҡалын итеп һалдым да, иптәшемде урап ятҡырҙым. Ике сәғәт түҙҙе. Аяҡтарын ҡайҙа ҡуйырға ла белмәй, нервыһына йоғонто яһай икән. Шулай итеп өс мәртәбә компресс ҡуйҙым да, тағы бәләкәй сана менән итеп ташланым. (Шуныһы ҡыҙыҡ: шул сана менән гаражға ла барып, дауаханала ятыр алдынан алып, йөрөп тә ҡарамаған машинаһын күрһәтеп килдем әле. Түҙә алмай, күрәһе килә). Икенсе көн дауаханаға барып, тәҙрәнән ҡараһам (1-се ҡат), минең янға кәкерәйеп булһа ла, үҙе атлап килә ята, “Тиҙәк ярҙам итте, тиҙәк ярҙам итте...” - тип ҡабатлап-ҡабатлап әйтеп килә. Бер-нисә көндән терелеп сыҡты.
Аяҡ-ҡулдарыбыҙҙы туңдырһаҡ, араҡы менән ыуалар ине. Һигеҙ класстан һуң, башҡа ауылға йөрөп уҡығас, ундай хәлдәр күп булды.
Күҙҙәге арпаны тиҙ генә бөтөрә инек. Ул тамырлы була. Уның тамыры арпалы күҙ яғындағы бөтә биткә тарала. Шуға күрә күҙ эргәһенә генә, йәки күҙ эсенә май буяуҙың, ниҙер тамыҙыуҙың, йылытыуҙың һөҙөмтәһе әҙ була. Мамыҡты йәшел тройной одеколонға манып бөтә битте ышҡыһаң, арпа тамырҙарын көйҙөрә. Спирт менән һөрткәнебеҙ ҙә булды. Тройной одеколон һәйбәтерәк. Көйгәне беленә, бит әсетә. Шул уҡ тампон менән икенсе битегеҙҙе ышҡып ҡарағыҙ - әсетмәй. Шулай бер-ике көн бер нисә мәртәбә эшләһәң - арпа тиҙҙән ҡысыта һәм бөтә башлай.
Күҙгә аҡ төшһә һабындың ҡуйы шыйыҡсаһы менән йыуып терелткәндәрен күргәнем бар. Күҙҙе ағы бөткәнсе көнөнә ике йыуалар. Мин эшләп ҡарағаным бар (башҡа ауырыуҙан), бик ҡаты әсеттерә.
Ҡулда йә аяҡта берәй ер ҡысыһа (тик томалға) башта тырнай инек, унан һыу менән һөртәбеҙ ҙә эре тоҙ менән ышҡый торған инек. Ҡысыуы бөтә.
Арҡа, бил ауыртҡанда әсәйҙәр, бер-нисә күрше йыйылып, урман ситендәге һаҙлығыраҡ урынға сәйнүк тотоп китәләр ине. Шунда соҡор ҡаҙыйҙар ҙа эсенә ҡоро утын яғалар. Янып бөткәс, соҡорҙо төрлө үлән менән тултыралар, һыуына биргәс, үҙҙәре соҡорға төшөп, үләндәр менән ҡапланып яталар ине. Ҡайһы ваҡыт сәй ҡаптырып торор өсөн үҙҙәре менән мине лә алалар ине. Был ысулдың деталдәре иҫтә ҡалмаған.
Балалар тыуып бер ай үткәс тә аяғын тоталар ине. Шуға күрә элек энурез булманы. Мин үҙем, балаларым игеҙәк булыуына ҡарамаҫтан, аяҡтарын тотоп өлгөрә инем.
Эс киткәндә имән ҡайрыһы, йә граната ҡабығы ҡуллана инек. Гранатаны һыуы ҡуйырғанса ҡайнатып, берәр ҡалаҡ бирергә кәрәк.
Хәҙер балаларҙың теше менән проблема яһайҙар. Элек кеше баланың теше ҡаҡшай башлау менән төбөнә еп бәйләп тартып ала ине. Сөнки теш ҡаҡшап ҡуҙғалған һайын теге төптән сығып килгән тешкә тейеп йәрәхәтләй ҙә, яңы теш ҡыйыш-мыйыш булып үҫә. Унан һуң үҫмер саҡтарында тештәрен тигеҙләр өсөн йылдар буйы ҡыршау менән йөрөйҙәр бахырҙар. Матурлап ашай алмай аптырайҙар. Ата-әсә балаһын йәлләп ваҡытында тешен һурҙырмай, ә был алдағы көндәренә тағы ла насарыраҡ ҡыйынлыҡ тыуҙыра.
Һыуыҡ тейгәндә мотлаҡ мунсаға алып барып, яҡшы итеп сабындыралар ҙа, ҡайтҡас мәтрүшкәле, бөтнөклө, баллы сәй эсереп, баштан аяҡ төрөндөрөп түшәккә һалалар ине. Төн урталарында тирле кейемен тиҙ генә алмаштырып, еңелерәк юрған ябып ятҡыралар (баш кейеме һәм йөн ойоҡ ҡалырға тейеш). Иң мөһиме сирҙе тир менән сығарыу тип һананылар. Ни эшләптер элек, ас-яланғас булһаҡ та, бик һирәк һалҡын тейеп ауырыныҡ, ул да “ил эрәте “ ваҡытында ғына. Ҡаты йүтәлләгәндә картуфты ҡабығы менән бешереп, башҡа юрған ябып, шул картуф быуына ултыртып ҡуялар ине.
Бына шулай, элек ауылда бөтә дарыуҙарыбыҙ кәрәсин, тоҙ, араҡы, одеколон, тиҙәк, үлән һәм аҡыл менән эш итеү ине.
Зәйтүнә Күсәпова. ("Бәйләнештә" селтәренән алынды)
*Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!