Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
27 Ғинуар 2020, 18:12

Киләсәккә—өмөт менән!

Яңы йылдың бер айы тамамланыуға бара. Тимәк, уҙған йылға байҡау яһап, яңы маҡсаттар ҡуйырға ваҡыт. Республикабыҙҙа халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн теге йәки был өлкәлә күп эштәр башҡарыла. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр бихисап. Сибай ҡалаһы дауаханаһы ниндәй һулыш кисерә? Ошоно асыҡлау маҡсатында баш табип Радик Буранбай улы Нәҙерғолов менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Тулыраҡ сайтта уҡығыҙ

Яңы йылдың бер айы тамамланыуға бара. Тимәк, уҙған йылға байҡау яһап, яңы маҡсаттар ҡуйырға ваҡыт. Республикабыҙҙа халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн теге йәки был өлкәлә күп эштәр башҡарыла. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр бихисап. Сибай ҡалаһы дауаханаһы ниндәй һулыш кисерә? Ошоно асыҡлау маҡсатында баш табип Радик Буранбай улы Нәҙерғолов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
—Радик Буранбай улы, әлеге көндә Сибай дауаханаһында ниндәй проекттар тормошҡа ашырыла һәм ашырылды?
—Сибай үҙәк дауаханаһында “Асыҡ регистратура” һәм “Һаҡсыл поликлиника” проекттары уңышлы тормошҡа ашырылып килә. Шулай уҡ “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Төйәләҫ ҡасабаһында модулле фельдшер-акушер пункты асылды. Ул беренсел медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән. Билдәле булыуынса, был ҡасабала 1020 кеше йәшәй. Шуларҙың 195-е—балалар, ә 91 кешенең йәше 65 йәштән уҙған. Фельдшер-акушер пунктына һыу һәм канализация үткәреү, газ менән тәьмин итеү ҡала бюджеты иҫәбенә башҡарылды.
Шулай уҡ “Ауыл
фельдшеры” программаһы сиктәрендә Башҡор-тостандың Һаулыҡ
һаҡлау министрлығы һәм Төйәләҫ фельдшер-акушер пункты фельдшеры араһында 500 мең һум күләмендәге түләү тураһында килешеү төҙөлдө.
—Ишетеүебеҙсә, автопарк та яңырып тора, дауалау өсөн яңы ҡорамалдар ҙа ҡайтарыла, ремонт эштәре лә бара...
—2018 йылдың аҙағынан алып 2019 йыл тамамланғанға тиклем дауахананың санитар паркы 9 машинаға яңыртылды. Шуларҙың һигеҙе—тиҙ ярҙам күрһәтеү машинаһы, берәүһе—флюромобиль. Тиҙ ярҙам бригадаларының эшен камиллаштырыу маҡсатында биш планшетлы компьютер алынды.
Балалар дауаханаһы бинаһын һәм
поликлиникаһын ремонтлау өсөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенән 16,5 миллион һум күләмендә ярҙам алынды.
Сибайҙа хәҙер юғары технологиялы офтольмологик медицина ярҙамы алырға була. Сөнки микрохирургик ҡулайлама ҡулланылышҡа индерелде. Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институты табиптары менән берлектә Сибай ҡалаһы, Баймаҡ, Хәйбулла һәм Йылайыр райондарында йәшәүсе 320 кешегә операция эшләнелде.
—Кадрҙар мәсьәләһе нисек хәл ителә?
—Ҡалабыҙға эшкә килеүсе йәш белгестәргә ярҙам күрһәтеп, шул рәүешле уларҙы үҙебеҙгә йәлеп итер-гә тырышабыҙ. Был өлкәлә Сибай ҡалаһы хакимиәтенең муниципиаль
программаһы уңышлы эшләп килә. Уға ярашлы, клиник ординатурала белем алыусыларҙың уҡыуҙары өсөн түләү ҡаралған. Шулай итеп, “Акушерлыҡ-гинекология” һөнәре буйынса ординатурала уҡыуға 73 354 һум күләмендә
аҡса бүленде.
2019 йылда Сибай ҡалаһының үҙәк дауаханаһына 24 табип эшкә килде. Шуларҙың ун өсө—йәш белгес (участка педиатр-табибы, анестезиолог-реа-ниматолог, психиатр, кардиолог).
Дауахана хеҙмәткәрҙәре медицина юғары уҡыу йорттары студенттары менән осрашыуҙар ойоштора. 2019 йылда Башҡорт дәүләт медицина университеты һәм Ырымбур дәүләт медицина университеты менән әүҙем хеҙмәттәшлек иттек. Алты кеше менән йүнәлтмәле уҡыуға килешеү төҙөлдө.
Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы өс табип менән 1 миллион һум күләмендәге түләү буйынса килешеү төҙөнө.
—Сибай дауаханаһында урындағы халыҡ ҡына түгел, күрше райондарҙа йәшәүселәр ҙә һаулығын нығыта ала. Был йәһәттән мөмкинлектәр бармы?
—Эйе, беҙҙә сибайҙар ҙа, көньяҡ-көнсығыш райондар халҡы ла сифатлы медицина ярҙамы ала ала. Мөмкинлектәр һәм шарттар булдырыу йәһәтенән дауахананың матди-техник базаһы яҡшыртыу йүнәлешендә эшләүҙе дауам итәбеҙ. Федераль программа буйынса балалар поликлиникаһына 9 миллион 950 мең һумлыҡ "Диаком" рентген аппараты килтерелде. Шулай уҡ кескәйҙәр өсөн тәғәйенләнгән рентген бүлмәһендә ремонт эштәре башҡарылды.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә дауаханаға 4 принтер, 5 координатор селтәре, 5 планшетлы компьютер бирелде. Республикабыҙҙың һаулыҡ һаҡлау министрлығы бюджеты иҫәбенә 110 компьютер, 4 ноутбук һәм 16 куп функциялы ҡоролмалар алдыҡ. Быларҙың барыһы ла үҙ мәлендә тейешле ярҙам күрһәтеү өсөн ҡулланыла.
—2019 йылда дауаханала Йәш табиптар советы булдырылғайны.
—Беҙҙең дауаханала йәштәр күп. Улар берләшеп Йәш табиптар советы булдырҙы. Уның составында әүҙем һәм креатив 13 йәш белгес эшләй. Араларында әле генә интернатураны тамамлаусы табиптар ҙа, һөнәрҙәре буйынса күп кенә уңыштарға өлгәшеп өлгөргән белгестәр ҙә бар. Йәш табиптар советы рәйесе итеп табип-травмотолог Линар Алик улы Ҡыҙрасов билдәләнде. Совет ағзаларының төп маҡсаттары: халыҡ һәм йәш табиптар араһында бәйләнеш булдырыу, йәш белгестәрҙе профессиональ оҫталыҡтарын күрһәтеү буйынса конкурстарға, проекттарға ылыҡтырыу, йәш табиптарға һөнәри һәм фәнни сараларҙа ҡатнашырға ярҙам итеү, киң мәғлүмәт сараларында, интернетта медицина хеҙмәткәрҙәренең имиджын күтәреү, һаулыҡ мәктәптәре ойоштороу, лекциялар һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәреү өҫтөндә эшләү.
—“Табип менән саф һауала йөрөү” проекты ла уңышлы эшләп китте, шулаймы?
—Был акция Еңеү паркында аҙна һайын ойошторола. Был сарала мин үҙем, урынбаҫарҙарым һәм Йәш табиптар советы ағзалары ҡатнаша. Беҙҙең төп маҡсат—халыҡ араһында сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау. Сара барышында беҙ халыҡ менән формаль булмаған шарттарҙа аралашабыҙ, һорауҙарына яуаптар ҡайтарабыҙ. Һауыҡтырыуға йүнәлтелгән был сарабыҙ йәш быуынға ла, өлкәндәр өсөн дә
бик файҙалы. Йәштәр һаулығы хаҡында хәстәрлек күрергә өйрәнһә, оло быуын
һаулығын нығытыу буйынса кәңәштәр ала.
Әйткәндәй, әүҙемлек күрһәткән өсөн
“Табип менән саф һауала йөрөү” проектының координаторы Ольга Бокереянан күп рәхмәт һүҙҙәре алдыҡ.
—“Һаулыҡ мәктәбе” проекты хаҡында ни әйтерһегеҙ?
—Дауахана белгестәре тырышлығы менән “Һаулыҡ мәктәбе” проекты үҙ эшен уңышлы ғына башлап ебәрҙе. Ай һайын “Мир” йәштәр йортонда “Һаулыҡ мәктәбе” тарафынан иң актуаль мәсьәләләрҙе күтәргән акциялар үткәрелә. Шулай итеп “Йөрәкте нисек һаҡларға”, “Йөклөлөккә әҙерлек”, “Артериаль ҡан баҫымы. Ги-
пертония ТУҠТА!”, “Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге”, “Шәкәр диабеты. Ауырыу
йәки йәшәү рәүеше” темаларына арналған саралар үткәрелде. Акцияны үткәреү барышында Һаулыҡ үҙәге эшләй. Унда ҡала халҡы холестерин һәм
артериаль ҡан баҫымы күләмен үлсәй, анкета һорауҙарына яуап бирә, буклеттар ала һәм психолог менән шөғөлләнә. Шулай уҡ төрлө фильмдар ҙа күрһәтелә.
—Пландарығыҙ менән уртаҡлашһағыҙ?
—Сибай үҙәк дауаханаһының киләсәккә пландары ла етерлек. Быйыл апрель айында Сибай ҡалаһының стоматология поликлиникаһының Сибай үҙәк дауаханаһына ҡушылыуы көтөлә.
Ҡаланың үҙәк дауаханаһы нигеҙендә көньяҡ-көнсығыш райондарҙа амбулатор онкологик ярҙам күрһәтеү үҙәктәре булдырыласаҡ. Бының өсөн биналар ҡаралған һәм “Онкология” өлкәһендә кадрҙар әҙерләнгән. Биналарҙы диагностикалау ҡорамалдары менән йыһазландырыу планлаштырыла.
Шулай уҡ Сибай ҡалаһының үҙәк дауаханаһы нигеҙендә Баймаҡ, Хәйбулла һәм Йылайыр райондарында район-ара балалар үҙәктәре булдырыласаҡ.
Район-ара перинаталь үҙәктә заманса талаптарға яуап биргән капиталь ремонт үткәреү планлаштырыла. Бының өсөн 263,07 миллион һум талап ителә.
“Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2020
йылда дауахананы заманса компьютер томографы һәм ангиографик комплекс менән йыһазландырыу планлаштырыла. Шулай уҡ офтальмохирургия һәм травмотологик хеҙмәт өлкәләренең үҫеше өҫтөндә эшләү ҙә планға алынған.
—Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!
Нәркәс Алсынбаева.