АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
17 Ғинуар 2020, 16:03

Һыуыҡтан һаҡланығыҙ

Билдәле фитотерапевт Жан-Кристоф Шаррие: “Ҡышын беҙгә һөжүм яһаған микробтарҙың күләме йәйгеләрҙекенән айырылмай. Әммә һыуыҡ һәм витаминдар етешмәүе арҡаһында көсһөҙләнгән организмға һаҡланыуы ҡыйыныраҡ. Шуға күрә ҡышҡыһын йышыраҡ ауырыйбыҙ,”—тип аңлатҡан. Һыуыҡ тейҙереп, ҡыш буйы ауырымаҫ өсөн нимә эшләргә? Тулыраҡ сайтта уҡығыҙ

Билдәле фитотерапевт Жан-Кристоф Шаррие: “Ҡышын беҙгә һөжүм яһаған микробтарҙың күләме йәйгеләрҙекенән айырылмай. Әммә һыуыҡ һәм витаминдар етешмәүе арҡаһында көсһөҙләнгән организмға һаҡланыуы ҡыйыныраҡ. Шуға күрә ҡышҡыһын йышыраҡ ауырыйбыҙ,”—тип аңлатҡан. Һыуыҡ тейҙереп, ҡыш буйы ауырымаҫ өсөн нимә эшләргә?
С витаминына өҫтөнлөк бирегеҙ
С витамины киптерелгән әлморон һәм ҡыҙыл бороста күп
була. Ә цитруслы үҫемлектәрҙә күпкә әҙерәк. Шуға күрә лимонлы сәй урынына әлморон төнәтмәһе эсеү яҡшыраҡ. Һыуыҡ тейеүҙең тәүге билдәләре барлыҡҡа килеү менән дарыухананан алынған С витаминын ҡулланығыҙ.
Иртәнге ашҡа—һоло бутҡаһы
Ҡалҡан биҙе—организмда йылылыҡты көйләй. Шуға күрә уға ярҙам итеү мөһим. Ә һоло бутҡаһы ҡалҡан биҙе өсөн бик файҙалы. Бутҡаға әҙ генә бал өҫтәргә лә була.
Саф һауала йөрөргә һәм бүлмәне елләтергә
Күптәр сирләп киткәндә тышҡа сығырға һәм тәҙрәләрҙе асырға ҡурҡа. Ысынында бактериялар йылыла нығыраҡ үрсей. Шуға күрә бүлмәләрҙе елләтеп тороу һәм тышта йөрөп килеү зарур. Сирҙән көсһөҙләнгән организмға кислород бик кәрәк.
Д витаминын да саф һауала йөрөп кенә алып була.
Һабын дуҫың булһын
Микробтар күбеһенсә ҡулдар аша йоға. Шуға күрә һалҡындар төшөү менән уларҙы йышыраҡ йыуырға кәрәк.
Мунсанан баш тартма
Парланып ултырыу иммунитетты нығыта. Ғалимдар иҫбатлауынса, мунсаға йыш йөрөгән кеше душ менән генә сикләнгән кешегә ҡарағанда һирәгерәк ауырыуҙарға бирешә.
Йод ҡулланырға
Төнгөлөккә аяҡ табандарына йод һөртөп, ойоҡ кейеп ятыу сиргә бирешмәҫкә ярҙам итәсәк. Ғөмүмән, йодтың күп ауырыуҙарҙан дауа булыуы күптән билдәле.
Водород перекисы менән танауҙы йыуҙырырға
Тымауҙың тәүге билдәләре барлыҡҡа килгәс тә танауығыҙҙы водород перекисы менән йыуҙырығыҙ. Бының өсөн 50 мл ҡайнап сыҡҡан йылы һыуға 10 тамсы перекись һалына. Ошо ҡушылма менән танау тишектәрен алмашлап бәләкәй шприц ярҙамында йыуҙыртырға кәрәк. Ғәҙәттә икенсе йә өсөнсө көнгә тымау бөтөнләй юҡҡа сыға.
Сәләмәт булығыҙ!
* Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.