АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
11 Ноябрь 2019, 13:17

СӘЛӘМӘТЛЕК—ҮҘ ҠУЛЫБЫҘҘА

Яман шеш ысын мәғәнәһендә заман афәтенә әйләнде. Ҡатын-ҡыҙҙарға түш биҙҙәрендәге һәм аналыҡ муйынтығындағы яман шеште булдырмау өсөн ниндәй саралар күрергә кәрәк?

Яман шеш ысын мәғәнәһендә заман афәтенә әйләнде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ҡартын да, йәшен дә аямай. Был алама сир менән ауырыусыларҙың һаны йылдан-йыл арта бара.
Илебеҙҙә тормошҡа ашырылып килгән милли проекттарыбыҙҙың “Һаулыҡ һаҡлау” тармағы яман шешкә ҡаршы көрәшеүҙе лә төп маҡсаттарының береһе итеп ҡуя. Ошоно күҙ уңында тотоп, Сибай ҡалаһындағы “Мир” Йәштәр йортонда күптән түгел түш биҙҙәрендәге һәм аналыҡ муйынтығындағы яман шеште профилактикалау буйынса лекция үткәрелде. Уны урындағы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы мөдире Диана Ғәптинур ҡыҙы Заманова һәм акушер-гинеколог Анастасия Игоревна Белогубова алып барҙы.
Шуныһы үкенесле: яман шеш башланғыс стадияла үҙен бер нисек тә белгертмәй. Уның барлығын белеү өсөн махсус тикшеренеүҙәр үтергә кәрәк.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың онкологик ауырыуҙары араһында түш биҙе яман шеше 1-се урында тора. 30 минут һайын яңы осраҡ теркәлә, 1 сәғәт һайын бер ҡатын-ҡыҙ ошо ауырыу арҡаһында яҡты донъя менән хушлаша. Шуға күрә был яман сиргә ҡаршы ваҡытында профилактик саралар күреү мөһим.
Өлкәнәйә барған һайын түш биҙе яман шеше менән ауырыу ҡурҡынысы көсәйә бара. Утыҙҙан алып ҡырҡ йәшкә тиклемге арауыҡ—иң хәүефле осор. Шуға күрә ваҡытында кәрәкле диагностик саралар күреү зарур.
Түш биҙендәге яман шеште тәүге стадияларҙа маммография, УЗИ һәм үҙ-үҙеңде тикшереп ҡарау ярҙамында белергә мөмкин. Маммографияны 35-36 йәштә мотлаҡ үтергә кәрәк. 35 йәштән 50 йәшкә тиклемгеләргә уны ике йыл һайын үтеп тороу зарур. 50 йәштән үткәндәр инде йыл һайын тикшерелергә тейеш.
Утыҙ биш йәштән кесерәк булғандарға иң ҡулай ысул—УЗИ. Бында махсус әҙерләнеү ҙә кәрәкмәй. Уны күрем циклының 5-се йә 7-се көнөнә үтергә кәрәк.
Һәр бер ҡатын-ҡыҙ өй шарттарында үҙен-үҙе тикшерә ала. Быны күрем башланғандан һуң 5-11-се көнгә башҡарырға була. Махсус хәрәкәттәр ярҙамында түш өлөшөн генә түгел, ҡултыҡ аҫтын да тикшереп сығыу мөһим. Ҡапшап ҡарау мәлендә ниндәйҙер төйөрҙәр барлығын һиҙеп ҡалһағыҙ, шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Күп кенә ҡатын-ҡыҙҙар ваҡытында үҙ-үҙҙәрен тикшергән өсөн яман шештең артабанғы үҫешенә юл ҡуймай, уны шунда уҡ дауалауға өлгәшә.
Түш биҙендә яман шеш барлыҡҡа килмәһен өсөн иң тәү сиратта насар ғәҙәттәрҙән арынырға кәрәк. Кәүҙә ауырлығының артыҡ ҙур булыуы ла, һаулыҡҡа насар йоғонто яһай. Шулай уҡ тәүге балаһын 30 йәштән һуң тапҡан ҡатын-ҡыҙҙар ҙа сәләмәтлеген хәүеф аҫтына ҡуя. Сабыйға күкрәк һөтө имеҙеүҙән баш тартыу ҙа—онкологик ауырыуҙар барлыҡҡа килеүҙең төп сәбәптәренең береһе. Был алама сирҙең нәҫелдән күсеүе лә билдәле.
Аналыҡ муйынтығы яман шешенә инде нәҫел факторы бер нисек тә йоғонто яһамай. Уның төп сәбәпсеһе булып кеше папилломаһы вирустары тора. Был вирустың йөҙҙән ашыу төрө бар. Шуларҙың 16-сы һәм 18-се төрҙәре иң ҡурҡынысы. Ул күбеһенсә енси юл менән бирелә. Шуға күрә партнерҙарҙы йыш алыштырыуҙан баш тартырға кәрәк.
Кеше папилломаһы вирусы организмда оҙаҡ йәшәгәндән һуң ғына аналыҡ муйынтығы яман шеше барлыҡҡа килә. Был сирҙе булдырмау өсөн кеше папилломаһы вирусына ҡаршы вакцинация үткәрергә кәрәк. Шулай уҡ 5 йылға бер махсус тест үтеп тороу ҙа онкологик күренештәргә юл ҡуймаясаҡ.
Сәләмәтлек—үҙ ҡулыбыҙҙа. Шуға күрә табип кәңәштәрен тотоп, ваҡытында профилактик саралар күрәйек. Ауырыуҙы үҙ мәлендә белеп ҡалыу күп кешенең ғүмерен ҡотҡарыуға булышлыҡ итә.
Читайте нас: