АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
8 Ноябрь 2019, 16:07

БЫЛ АФӘТТӘН ҠОТОЛОП БУЛЫРМЫ?

Медицина йылдан-йыл үҫешһә лә, ВИЧ-ҡа ҡаршы көрәшеү проблемаһы әлегә асыҡ ҡала. ХХ быуаттың афәтенә әйләнгән был ауырыуға ҡаршы дауа уйлап табылмаған әлегә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ВИЧ-инфекцияһы һаман да кеше ғүмерҙәрен ҡыйыуын дауам итә. Ә Урал аръяғында был юҫыҡта хәлдәр нисек?

Медицина йылдан-йыл үҫешһә лә, ВИЧ-ҡа ҡаршы көрәшеү проблемаһы әлегә асыҡ ҡала. ХХ быуаттың афәтенә әйләнгән был ауырыуға ҡаршы дауа уйлап табылмаған әлегә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ВИЧ-инфекцияһы һаман да кеше ғүмерҙәрен ҡыйыуын дауам итә.
Күптән түгел Сибай ҡалаһы хакимиәтендә СПИД-ҡа ҡаршы көрәш алып барыу буйынса ведомство-ара кәңәшмә булды. Кәңәшмә барышында Исхаҡ Фәрит улы Ғилмуллин көньяҡ-көнсығыш райондарҙа ВИЧ-инфекцияһына ҡаршы көрәш алып барыу проблемалары, уның менән зарарланыусыларҙың статистикаһы менән таныштырып үтте. Быйылғы туғыҙ ай эсендә Сибай ҡалаһында—16, Баймаҡ районында ла 16 кеше зарарланған. Йылайыр районында ВИЧ-инфекцияһын йоҡтороусыларҙың һаны 4 булһа, Хәйбуллала—3. Балалар араһында зарарланыусылар юҡ кимәлендә. Башлыса өлкәнерәк йәштәгеләр был афәттең ҡорбанына әйләнә. ВИЧ-инфекцияһын йөрөтөүселәрҙең төп өлөшөн 31 йәштән алып 40 йәшкә тиклемгеләр тәшкил итә. Быйыл яңы осраҡ теркәлеүе былтырғыға ҡарағанда әҙерәк.
Ғөмүмән, Сибай ҡалаһында 248 кеше иҫәптә тора. Шуларҙың 135-е—ир-егет, 113-сө—ҡатын-ҡыҙ. Йәмғеһе 499 пациент күҙәтеү аҫтында.
ВИЧ-инфекцияһы бәйһеҙ енси тормош алып барыусылар, наркомандар, гомосексуалдар һәм иркенән мәхрүм итеү урындарында ултырыусылар араһында киң таралған. Исхаҡ Фәрит улы әйтеүенсә, 403 енси, 71 парентераль, 2 вертикаль юл менән зарарланыу осрағы теркәлгән. 23 осраҡта сәбәптәр асыҡланмайынса ҡалған.
ВИЧ-инфекцияһын йөрөтөүселәрҙең 45 проценты эшһеҙҙәргә тура килә, ә эшләп йөрөүселәр 43 процент тәшкил итә. Ҡалғандары инде студенттар, балалар һәм башҡа категорияға ҡараған кешеләр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яңы ғына донъяға килгән сабыйҙар араһында ла ВИЧ менән зарарланыу осраҡтарын теркәргә тура килә. Күп осраҡта ваҡытлы медицина ярҙамы күрһәтеп, тейешле дарыуҙар биреп, табиптар инфекцияның артабанғы үҫешенә юл ҡуймай, сабыйҙарҙы афәттән ҡотҡарып алып ҡала.
Ике йыл эсендә был ҡурҡыныс ауырыу Сибайҙан—149, Баймаҡ районынан—61, Йылайырҙан—14, Хәйбулланан 16 кешенең ғүмерен алып киткән. Үлем сәбәптәре лә төрлөсә. Күбеһе иммунитет ҡаҡшауы арҡаһында ҡотороп киткән туберкулез, ашҡаҙан ауырыуҙары сәбәпле вафат була. Бәғзеләр ауырлыҡты, оятты күтәрә алмайынса үҙ-үҙенә ҡул һала. ВИЧ-инфекцияһының СПИД стадияһына етеү осраҡтары ла етерлек.
ВИЧ тураһында факттар
1. ВИЧ менән СПИД бер-береһенә бәйле булһа ла, бер үк нәмә түгел.
СПИД—организмда үҫешкән ВИЧ-инфекцияһының үҫеш стадияһы. Кеше вирус арҡаһында түгел, иммунитет насарайыуынан үлә.
2. Ул көнкүреш шарттарҙа йоҡмай. Йәғни, был вирус менән ҡул бирешкәндә, йә ҡосаҡлашҡанда зарарланыу мөмкин түгел. Ул үбешкәндә лә, сөскөргәндә лә, йүткергәндә лә йоҡмай. Дөйөм ҡулланған унитаз, һауыт-һабаның да ҡурҡынысы юҡ.
3. Ул—хроник ауырыуҙар иҫәбендә. Тимәк, табип яҙған дарыуҙарҙы эсеп, уның кәңәштәрен тотҡан хәлдә, зарарланған кеше тулы тормош менән оҙаҡ йәшәй ала.
4. Бөтә кеше лә ВИЧ менән зарарланыу ҡурҡынысы аҫтында. Аҙғын кешеләр, йә иһә наркомандар ғына был вирусты эләктерә тип уйлау—хата. Ул төрлө шарттарҙа йоғорға мөмкин.
5. ВИЧ иң күбе енси юл менән күсә. Шуға күрә енси мөнәсәбәт ваҡытын-да һаҡланыу саралары күреү зарур.
6. Зарарланған ҡатын сәләмәт бала табырға ла мөмкин.
Ғәҙәттә, табип күрһәтмәләрен үтәгән ҡатын-ҡыҙ тулыһынса һау-сәләмәт бала таба ала.
7. ВИЧ-инфекцияһын йоҡторған кеше күп осраҡта СПИД стадияһында үлә.
Быға уның табип кәңәштәрен тотмауы булышлыҡ итә. Кәңәштәрҙе үтәгән хәлдә СПИД стадияһына бөтөнләй барып етмәйҙәр.