Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
18 Октябрь 2019, 20:27

Билде уратып сыҡҡан тимрәүҙән нисек ҡотолорға?

Билде уратып сыҡҡан тимрәүҙе икенсе төрлө герпес йә Зоастер вирусы тип тә йөрөтәләр. Ул 90-95 процент кешенең организмында була. Әммә сир булараҡ ҡалҡып сыҡмауы ла ихтимал. Тәнде ныҡ өшөткәндә йә үтә ныҡ йылытҡанда, йонсоғанда, иммунитет ҡаҡшағанда, ҡан ауырыуҙары булғанда, матдәләр алмашыныуы боҙолғанда ул үҙен белгертер һәм һеҙҙе яфаға һалыр.

Билде уратып сыҡҡан тимрәүҙе икенсе төрлө герпес йә Зоастер вирусы тип тә йөрөтәләр. Ул 90-95 процент кешенең организмында була. Әммә сир булараҡ ҡалҡып сыҡмауы ла ихтимал. Тәнде ныҡ өшөткәндә йә үтә ныҡ йылытҡанда, йонсоғанда, иммунитет ҡаҡшағанда, ҡан ауырыуҙары булғанда, матдәләр алмашыныуы боҙолғанда ул үҙен белгертер һәм һеҙҙе яфаға һалыр.
Тимрәүҙең был төрө ниндәйҙер кимәлдә һыу сәсәгенә оҡшаш. Һыу сәсәге иммунитеты ныҡлап үҫешеп өлгәрмәгән балаларҙы йонсотһа, билде уратып сыҡҡан герпес ололарҙы һыҙланырға мәжбүр итә. Ошо сир менән яфаланған өлкән кеше менән контакт булһа, баланың һыу сәсәге менән ауырып китеүе ихтимал. Һәм киреһенсә, ауырыған бала янындағы өлкәндәрҙә әлеге тимрәү барлыҡҡа килеүе ихтимал. Айырыуса 60 йәште үткәндәргә һаҡ булырға кәрәк.
Тимрәүҙең был төрө ҡапыл ғына килеп сыҡмай. Симптомдарының төрлө стадияһы бар. Биле ауырта башлаған кеше уны бөйөр, бауыр йә башҡа ауырыу тип уйлауы ла ихтимал. Һыҙланыуҙар төнөн айырыуса көсәйә. Хәл бөтә, баш ауырта, температура күтәрелә. Тәнгә сәбертмә сыҡһа, улар араһында бәйләнеште күрмәҫкә лә мөмкин. Тик бер аҙҙан унда тимгел-тимгел ҙур ҡыҙыл таптар барлыҡҡа килә. Ҡысыта ла, әсетә лә. Улар тиҙҙән ҡыуыҡтарға әйләнә, эсенән шыйыҡса ла сыға. 5-7 көндән иһә эренләй йә иһә сей яраға әйләнә. Ике аҙнанан улар кибә.
Тимрәүҙең был төрө тән тиреһен һәм нервыларҙы “ярата”. Шуға күрә мотлаҡ табипҡа күренергә һәм дауаханала дауаланырға кәрәк.
Өйҙә һыҙланыуҙы баҫыр өсөн түбәндәге халыҡ медицинаһын ҡулланырға мөмкин: бер нисә тырнаҡ һарымһаҡты ваҡ ҡырғыс аша үткәрергә, уға 50 мл кастор майы ҡушырға һәм 2 сәғәткә 80 градуслыҡ эҫеләге мейескә ҡуйырға. Уның менән сәбертмә сыҡҡан урынды ипләп кенә ыуырға. Ул вирусҡа ҡаршы дауа булып тора, шулай уҡ ҡысыныуҙан ярҙам итер. 6 процентлы аш һеркәһен дә ҡулланырға була. Марляны һеркәгә тығып алырға, һығырға һәм ҡыҙарып торған урынға һалырға. Ә 20 грамм прополисҡа бер стакан араҡы ҡушып, бер аҙна ҡараңғы урында төнәтеп алһағыҙ, уны иртәле-кисле бер балғалаҡ эсергә мөмкин. Ул ауырыу оҙайлығын кәметергә булышлыҡ итер. Шулай уҡ ҡайнап һыуына барған йылы һыуға һарымһаҡтың ике тырнағын, 2 аш ҡалағы бал ҡушып дауа эшләп алығыҙ. Әҙер булғас та эсегеҙ. Көнөнә ике тапҡыр шулай ҡулланһағыҙ, организм вирусҡа ҡаршы көрәшер.
*Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.