Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
10 Октябрь 2019, 11:32

Ҡәнәфер

Ҡан баҫымы түбән булһа, кипкән ҡәнәферҙе ҡуллан...

Ҡытай медицинаһында ҡәнәфер киң ҡулланыла. Был хуш еҫле тәмләткес күп кенә сирҙәрҙән дауа булып тора. Уның составында А, В, С, Е витаминдары, Омега-3, эфир майҙары һәм башҡа минералдар бар.
Көн дә кипкән ҡәнәферҙе сәйнәү хроник ангинанан ҡотолорға ярҙам итә, тиҙәр. Шулай уҡ организмды паразиттарҙан таҙарта, бының өсөн ашауҙан 30 минут алда көнөнә ике тапҡыр ҡәнәфер сәйнәргә кәңәш ителә. Һеҙҙе стоматит, пародонтоз, теш ҡаҙнаһы ҡанап йонсотһа, әлеге тәмләткесте ҡулланығыҙ. Ул ауыҙҙағы алама еҫтән дә азат итер. Аҙыҡ эшкәртеү процесын яйға һалырға ла булышлыҡ итә, ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшырта. Бының өсөн ҡәнәферҙең 2 бөрөһөнә 1 сәй ҡалағы бал өҫтәгеҙ ҙә, ашауҙан 15 минут алда сәйнәгеҙ. Иҫкәртәбеҙ: юғары ҡан баҫымы йөҙәтһә, ашҡаҙанда сей яра булһа, был алым тыйыла.
Ҡәнәфер составында эвгенол бар. Ул иһә яман шеш ауырыуына ҡаршы тороу көсөнә эйә. Шуға ла профилактика өсөн был тәмләткесте ҡулланыу файҙалы булыр.
Ҡан баҫымы түбән булһа, бәләкәй генә ике кипкән бөрө лә ярҙамға килер. Баш ауыртыуын баҫыр, арығанлыҡ бөтөр, тынысланырһығыҙ, йоҡоғоҙ ҙа яйға һалыныр.
Кәңәш: ҡәнәфер сифатлы булһа ғына файҙаһын тойорһоғоҙ. Ә уны тикшереп ҡарарға мөмкин. Ҡәнәферҙе көс менән һыуға ырғытығыҙ. Кипкән үлән батырға, йә вертикаль йөҙөргә тейеш. Ул горизанталь йөҙһә, тимәк, уның шифаһы булмаясаҡ.
*Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
Читайте нас: