Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
1 Август 2019, 15:40

Бер маҡсат берләштерҙе

Күптән түгел генә Сибай ҡала дауаханаһында йәш табиптар советы үҙ эшен башланы. Был совет—республикалағы йәш медицина белгестәренең иң тәүге советы.

Күптән түгел генә Сибай ҡала дауаханаһында йәш табиптар советы үҙ эшен башланы. Был совет—республикалағы йәш медицина белгестәренең иң тәүге советы. Уның составына яңы ғына интернатураны тамамлаған йәш белгестәрҙән алып ярайһы уҡ тәжрибә туп-лап өлгөргән табиптарға тиклем ингән. Совет ағзалары итеп һәр бер бүлексәнән 13 табип һайлап алынған. Уның рәйесе итеп табип-травматолог, травматология бүлеге ортопеды Линар Алик улы Ҡыҙрасов һайланһа, рәйес урынбаҫары булараҡ—Тимур Рәлиф улы Ғиләзов, секретарь итеп Милена Викторовна Бочарова билдәләнә.
Йәш табиптар советының төп маҡсаты—дауахана эшен яҡшыртыу, йәмәғәт эштәрен алып барыу. Ошо ниәттә ҡалабыҙҙа һәр шаршамбы һайын табиптар менән саф һауала йәйәү йөрөү ойошторолған. Унда баш табип Радик Буранбай улы Нәҙерғолов һәм башҡа белгестәр менән күрешеп һөйләшергә, һорауҙарға яуап алырға мөмкин. Шулай уҡ табиптар тарафынан ҡалалағы беренсе “Һаулыҡ мәктәбе” лә ойошторолған. Күптән түгел генә тәүге “Нисек итеп йөрәгеңде һаҡларға?” тигән лекция булып үтте лә инде. Бындайыраҡ лекцияларҙы ай һайын үткәреү планлаштырыла.
Сибай үҙәк ҡала дауаханаһын борсоған төп мәсьәләләрҙең береһе булып йәш белгестәрҙе эшкә йәлеп итеү тора. “Беҙгә йәш кадрҙар бик кәрәк. Шуға күрә төрлө ҡыҙыҡлы саралар уйлап табып, мөмкинлектәр булдырып, йәш белгестәрҙе ҡыҙыҡһындырырға теләйбеҙ. Медицина бер генә урында тормай, көндән-көн үҫә. Яңы технологиялар ҙа барлыҡҡа килә. Шуға күрә беҙгә заман менән бергә атлаған, креатив табиптар кәрәк. Был дауаханабыҙ үҫеше мөмкинлектәрен тағы ла нығыраҡ киңәйтәсәк”,—ти йәш табиптар советы секретары Милена Викторовна. Уның әйтеүенсә, кешенең сәләмәтлеге 10-30 процентҡа ғына медицинанан тора, ә ҡалғаны үҙебеҙҙең яуаплылыҡ-ҡа бәйле. Шуға күрә ваҡытында про-филактик саралар күреү зарур. Сибай үҙәк ҡала дауаханаһы табиптары кәрәкле һорауҙарға яуап бирергә һәр ваҡыт әҙер.
“Урал аръяғында медицинаны күтәреү теләге менән янып йәшәйбеҙ. Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондары кешеләре ыҙалап, оҙон юлдар үтеп, Магнитогорск, йә Өфөгә барғансы, Сибай дауаханаһына килергә, кәрәкле дауаланыу алырға тейеш. Киләсәктә урындағы үҙәк дауахана ошо райондар халҡы өсөн төп дауаханаға әйләнһә, бик шат булыр инек”,—тип теләктәре менән уртаҡлашты совет рәйесе Линар Алик улы.
Халыҡҡа йөҙ менән боролған йәш табиптар советы ағзаларының изге теләктәренең тормошҡа ашыуын, эштәренең гел генә уң булыуын, юғары маҡсаттарға өлгәшеүҙәрен теләп ҡалабыҙ.
Читайте нас: