Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
19 Июль 2019, 13:02

ИҢ ҘУР БАЙЛЫҠ—УЛ ҺАУЛЫҠ

Яман шеш тураһында хәбәрҙар булһаҡ та, был яуыз сир яҡындарыбыҙҙы алып китһә лә, һаулығыбыҙҙы ҡайғыртмайбыҙ, был үҙебеҙгә бер ҡасан да ҡағылмаҫ тип йәшәй бирәбеҙ. Күптәребеҙ яман шеште иртә диагностикалау буйынса дауаханаларҙа бушлай тикшереүҙәр барлығы тураһында белмәй ҙә.

Һаулығым—байлығым тиһәк тә, күп осраҡта уға кәрәкле иғтибар бирмәйбеҙ. Күптәр бөтөнләй хәлһеҙ ҡалып аяҡтан йығылмайынса, сәләмәтлеге тураһында уйлап та бирмәй. Табиптар әленән-әле теге йәки был анализдарҙы йыл һайын бирергә, тикшереү үтеп торорға кәңәш итһә лә, һирәктәр генә ҡушылғанды үтәйҙер ул. Ә бит һаулығың тураһында ҡайғыртып тороу ваҡытында етди һәм үлемесле ауырыуҙарҙы иҫкәртергә мөмкинлек бирә. Үҙ мәлендә тикшереү үтеү арҡаһында ҡайһы берәүҙәр заман афәтенә әйләнгән яман шеш тураһында тәүге стадияларында уҡ белеп ҡала һәм уңышлы дауаланыуға өлгәшә.
Рәсәй буйынса статистикаға күҙ һалһаҡ, яман шеш йыл һайын яҡынса 160 мең кешенең ғүмерен алып китә. Уның үлемесле сиргә әйләнеп китеүе-нең төп сәбәбе—ваҡытында диагнос-тикаланмау.
Заман афәтенә әйләнгән был яман сир тураһында беҙ нимә белергә тейеш? Унан ниндәй ысулдар менән һаҡланырға була? Күптән түгел Сибай халҡы Балалар ижады үҙәгендә үткән лекцияла ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап ала алды. «Нисек яман шештән һаҡланырға һәм һаулығыңды һаҡлап алып ҡалырға» тигән лекцияны «2018 йылдың иң яҡшы табибы» конкурсы лауреаты, табип-онколог Гөлнур Хәмзә ҡыҙы Ниғмәнова алып барҙы. Уның әйтеүенсә, кешенең сәләмәтлеге нәҫелдән, медицинанан, йәшәү рәүешенән һәм экологиянан тора.
«Иң мөһиме—профилактика. Һаулығыбыҙ борсоһа ла, борсомаһа ла, йыл һайын флюрография, УЗИ, ЭКГ үтеп торорға һәм анализдар бирергә кәрәк. Ниндәй генә ауырыу булһа ла уны, дауалауға ҡарағанда, булдырмау яҡшыраҡ»,—тине ул.
Лекция мәлендә күргәҙмә әсбаптар ҙа бар ине. Табип уны бик йәнле һәм ҡыҙыҡлы итеп ҡулланды.
Гөлнур Хәмзә ҡыҙы билдәләп үтеүенсә, организмда ниндәй генә үҙ-гәрештәр булһа ла, уларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Мәҫәлән, йөҙҙөң артыҡ ныҡ ағарғанлығы, йә иһә һарғайып тороуы, миңдәрҙең күбәйеп китеүе һағайтырға тейеш. Әйткәндәй, миңдәрҙе алып ташларға ярамай, был үлемгә килтерә тигән ышаныс булһа ла, табип әйтеүенсә, уларҙы юҡ итеү хәйерле.
Эҫе йәйге мәлдә күптәребеҙ ҡояшта ҡыҙынырға ярата, ҡайһы бер гүзәл заттар махсус рәүештә солярийға ла йөрөй. Гөлнур Хәмзә ҡыҙы билдәләп үтеүенсә, был һаулыҡ өсөн бик тә зыянлы. Бигерәк тә, балаларға һәм өлкән йәштәгеләргә артыҡ ҡыҙынырға ярамай. Солярийҙың зыяны тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
Һау-сәләмәт булыр өсөн насар ғәҙәттәрҙән дә баш тартыу мөһим. «Тәмәке тартыу—яуызлыҡ. Күп кенә ауырыуҙар тап уның арҡаһында барлыҡҡа килә. Тартҡан кеше үпкәләге яман шеш менән ауырыу ҡурҡынысы алдында тора. Юҡҡа ғына элекке замандарҙа тартыуҙы ғәҙәт итеп алған монахтарҙы тереләй стенаға томалап ҡуймағандар»,—ти табип-онколог.
Насар ғәҙәттәрҙән арыныуҙан тыш, һаулығыбыҙ өсөн файҙалы булған эштәрҙе ғәҙәткә әйләндереү ҙә зарур. Иртән йоҡонан тороу менән һәр кем бүлмә температураһындағы 1 стакан һыу эсергә тейеш. Ғөмүмән, һыуҙы кәүҙә ауырлығына ҡарап, көнөнә 1,5-2 литр эсергә кәрәк. Шулай уҡ һәр көндө иртәнсәк бутҡа ашауҙан башлау һаулыҡ өсөн файҙалы. Ит аҙыҡтарын йәшелсәләр менән бергә ашау ҙа дөрөҫ булыр. Күберәк хәрәкәтләнеү, спорт менән шөғөлләнеү—сәләмәт булыуға тағы бер аҙым. Гөлнур Хәмзә ҡыҙы билдәләп үтеүенсә, стресҡа бирелеү ҙә организмды ныҡ ҡаҡшата. Шуға күрә ниндәй генә хәл килеп тыуһа ла, үҙеңде артыҡ бөтөрөргә ярамай. Был донъяла оптимист булып ҡала белеү мөһим. Бының өсөн һәр кемдең ҡыҙыҡлы хоббиһы, күңел һалып башҡарыр шөғөлдәре булырға тейеш.
Яман шеш тураһында хәбәрҙар булһаҡ та, был яуыз сир яҡындарыбыҙҙы алып китһә лә, һаулығыбыҙҙы ҡайғыртмайбыҙ, был үҙебеҙгә бер ҡасан да ҡағылмаҫ тип йәшәй бирәбеҙ. Күптәребеҙ яман шеште иртә диагностикалау буйынса дауаханаларҙа бушлай тикшереүҙәр барлығы тураһын да белмәй ҙә. Йә иһә белһә лә, был мөмкинлекте ҡулланмай. Дауаханаларҙа ҡайһы бер онкомаркерҙарға түләүһеҙ анализ бирергә, ашҡаҙан һәм эсәк буйҙарын тикшертеү өсөн иммунохимик анализ үткәртергә мөмкин.
Лекция барышында Гөлнур Хәмзә ҡыҙы ирҙәргә ҡарағанда ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаулығына яуаплыраҡ ҡарауын телгә алып үтте. Залда ир-аттарға ҡарағанда гүзәл заттарҙың күберәк булыуы ла был турала һөйләп тора ине.
Һүҙ аҙағында табип-онколог һәр беребеҙҙе сәләмәтлеге хаҡында борсолорға, ваҡытында профилактик саралар күрергә саҡырҙы. «Кемдер яман шешкә дусар була ҡалһа ла, юғалып ҡалырға, үҙенә ҡул һелтәп ҡуйырға тейеш түгел. Йәшәүгә өмөт һәр ваҡыт булһын. Шуға күрә беҙ, «Матурлыҡ менән дауала» тигән программа нигеҙендә, яман шеш менән ауырығандарға ярҙам итәбеҙ. Улар менән лимонарийҙарға, театрға һәм музейҙарға йөрөйбөҙ. Шул матурлыҡты күреп сирҙәре тураһында оноталар, йәшәүгә көс табалар»,—тип һөйләп үтте Гөлнур Хәмзә ҡыҙы.
Һаулыҡ—ул ысын байлығыбыҙ. Ә матди байлыҡ бары тик бер айлыҡ. Шуға күрә һаулығыбыҙҙы һаҡлайыҡ. Донъя малы артынан сабып, сәләмәтлегебеҙ хаҡында онотмайыҡ.
Нәркәс Алсынбаева.