Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
14 Июнь 2019, 12:06

Быларҙы ашау тыйыла!

Бөтәгеҙгә лә мәғлүм, хәҙер магазин кибеттәрендә һатылған күп кенә аҙыҡ-түлек һаулыҡҡа зыян килтерә. Ҡайһы саҡ шуны белә тороп та, уларҙы алыуҙан баш тартмайбыҙ. Беҙ һеҙгә ваҡытығыҙҙы йәлләмәҫкә һәм һатып алмаҫ элек үк һәр бер ризыҡтың составына иғтибар итергә саҡырабыҙ.

Бөтәгеҙгә лә мәғлүм, хәҙер магазин кибеттәрендә һатылған күп кенә аҙыҡ-түлек һаулыҡҡа зыян килтерә. Ҡайһы саҡ шуны белә тороп та, уларҙы алыуҙан баш тартмайбыҙ. Беҙ һеҙгә ваҡытығыҙҙы йәлләмәҫкә һәм һатып алмаҫ элек үк һәр бер ризыҡтың составына иғтибар итергә саҡырабыҙ.
1. Е-621 тигән һан күрһәтелгән икән, был аҙыҡты бөтөнләй урап үтегеҙ. Был тәмде көсәйтеүсе глутамат натрийы (глутамат натрия) ҡушылғанды аңлата.
2. Шәкәрҙе алмаштырыусы матдә (сахарозаменители). Улар-ҙың күбеһе аҙ калориялы һәм иҡтисади яҡтан кеҫәгә һуҡмай (бер пластик контейнер 6-12 кг шәкәрҙе алмаштыра). Әммә быға тулыһынса ышанырға ярамай. Татлы тәмде тойоп, беҙҙең ашҡаҙан кәрәкле углевод порцияһы алыуға «өмөтләнә». Ә бындай алдаҡтан һуң организм ныҡ асығыу тойғоһо кисерә.
3. Трансмайҙар (трансжиры). Әгәр майға 72, 5 процент тип яҙылған икән, унан баш тартығыҙ. Был һан 82,5 проценттан кәм булмаҫҡа тейеш. Килограмлап, ҡаплап трансмай ашағансы, ике ҡалаҡ ысын май ҡулланыу күпкә файҙалы.
4. Ҡыҙыл икра. Ул дөрөҫ һаҡланһа ғына ҡулланыу ҡурҡыныс тыуҙырмай. Йә туңдырылған булырға тейеш, йә күп тоҙло. Әгәр ул аҙ тоҙло икән, тимәк, уны һаҡлау өсөн уротропин, йә лимон кислотаһы ҡушҡандар. Ундайҙар-ҙы алырға кәңәш ителмәй.
5. Кукуруз таяҡсалары. Кибеттәрҙә ниндәй генә тәмлекәстәр юҡ?! «Хлопья с сахаром» тигәндәре лә осрай. Балағыҙға кукуруз таяҡсалары ашатаһығыҙ икән, улар шәкәрһеҙ булырға тейеш. Сөнки шәкәрҙе етештереүҙә ҡулланмайҙар, сөнки ул 140 градуста яна. Шуға ла был осраҡта шәкәр икенсе нәмә менән алмаштырылған.
6. Төрлө емеш тәмдәре ҡушылған бутҡаларҙы ала күрмәгеҙ! Ул химик матдә менән тулған. Ысын еләк-емеш унда юҡ, бары тик тәме генә бирелгән.
7. Барбарис, леденцтар. Еңелсә еүешләнгән кәнфитте ашъяулыҡ өҫтөнә һалығыҙ әле, тәмлекәсегеҙ хәҙер уны тишеп сыға, хатта лакланған өҫтәлегеҙҙе боҙа. Хәҙер уйлап ҡарағыҙ: ашҡаҙанға нисек тәьҫир итә?!
8. Мармелад. СССР заманында һатылғандар менән хәҙергеләр араһында айырма ер менән күк араһы. Был бары тик химик сәнәғәт «мөғжизәһе». Бөтөнләй алмағыҙ!
9. Джемдар. Кибеттән алмағыҙ. Бары үҙегеҙ эшләгәнгә ышанығыҙ!
10. Колбаса, сосискалар,паштеттарҙың күбеһендә ит юҡ. Уларҙың 40 проценты сусҡа тиреһенән тора, башҡа химик матдәләр ҡушыла.
11. Һөт ризыҡтары. Һаҡланыу ваҡыты 2 аҙнанан аша икән, бөтөнләй алмағыҙ. Антисептик ҡапта икән улар, тимәк бында антибиотиктар ҡулланылған.
12. Ҡарбуз. Һигеҙ тапҡыр ҡулланып та, һеҙгә бер нәмә лә булманы икән, туғыҙынсыһында һеҙҙе бәлә урап үтер тип уйламағыҙ. Алама ашламалар ҡулланыла.
13. Боҙолмай торған виноград. 5 тәүлек буйына иҫкермәй, серемәй ята икән, бында нимәләр ҡушылғанын аңлатыуы ла ауыр.
14. Курага, йөҙөм. Йылтырап, матур булып ятҡанына күҙ ҙә һалмағыҙ. Уларҙың ысындары, киреһенсә, бик йәмһеҙ булып күренә кибеттәрҙә.
15. Туңдырма. Ысын һөттән эшләнгән туңдырмаларҙы табыуы бик ауыр. Емеш-еләкле, төҫлө икән, алып та тормағыҙ!
18. Ҡаптарҙағы рулеттар, кекстар. Улар кипмәй ҙә, боҙолмай ҙа. Ул һеҙгә кәрәкме? Шик тыуҙырмаймы?
19. Шоколадлы кәнфиттәр. Уларҙың 90 процентынада ысын шоколад юҡ.
20. Тауыҡ иттәре. Уларҙы гормондарҙа үҫтерәләр. Тауыҡ иттәрендә ҡатын-ҡыҙҙың 6 төр гормоны була, шуға ирҙәргә айырыуса был иткә иғтибар итмәҫкә, ашамаҫҡа кәңәш ителә. Иң яҡшыһы һарыҡ ите. Сөнки тауыҡ ите ул коммерцияға ҡулайлы.
21. Йомшаҡ сырҙар. Уларҙың составында натрий күп. Организм-ға эшкәртеү бик ауыр.
22. Ирей торған ҡә-һүә.Ирҙәргә эсеү тыйыла! Гормондарға бик насар тәьҫир итә.
23. Аромат ҡушылған сәй. Бер нәмә лә ҡушылмаған ысын сәйҙәргә өҫтөнлөк бирегеҙ. Аромат ҡушыла икән, кеше өйрәнә, өҫтө-өҫтөнә шуны алғыһы ғына киләсәк. Ә ундағы кислоталарҙы организмдан сығарыу бик ауырға төшәсәк.
24. Үҫемлек майына «рафинированное дезодорированное» тип яҙылған икән, уны салатҡа ҡушмағыҙ. Унда нәмәлер ҡыҙҙырырға була, әммә ике тапҡыр ҡулланмағыҙ.
25. Кетчуп, соустар. Улар составында химик буяуҙар күп. Улар эсәктәрҙең микрофлораһын боҙа, файҙалы микробтарҙы юҡҡа сығара.
26. Әсеткеле икмәк, аҡ икмәк. Үҙебеҙҙең ҡомалаҡлы йә сөсө икмәккә өҫтөнлөк бирегеҙ.
27. Пакеттарҙағы һуттар. Ысын һуттар юҡ. Балаларығыҙҙың һаулығын уйлағыҙ. Был бары тик химия.
Читайте нас: