Глаукома һәм катаракта – иң таралған күҙ ауырыуҙары. Был сирҙәргә башлыса оло йәштәгеләр юлыға тиһәләр ҙә , һуңғы осорҙа ауырыуҙар йәшәрә барыуын иҫтән сығарырға ярамай. Күҙ ауырыуҙарын ваҡытында дауаламау һуҡырайыуға илтә.
Быға тиклем Урал аръяғы халҡы каратактаға операцияны Өфөгә йә булмаһа Ырымбурға барып яһатһа, хәҙер Сибай үҙәк дауаханаһының офтальмология бүлегендә лә бындай медицина хеҙмәте күрһәтеү мөмкинленлеге бар. Дауаханаға катарактаны ҡырыу кеүек юғары технологиялы операциялар уҙғарыу өсөн факоэмульсификатор урынлаштырылды.
— Был ҡорамал хәүефһеҙ, инновацион технологиялар ярҙамында операция тиҙ һәм сифатлы атҡарыла,— ти бүлектә аппаратты урынлаштырыуға булышлыҡ итеп, операциялар яһарға өйрәтеүсе Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшереү институты хирургы Раян Рәфҡәт улы Хисмәтуллин. – Урал аръяғында йәшәүселәргә был бик уңайлы. Факоэмульсификатор ярҙамында катарактаға йөйһөҙ хирургик операция яһау – был өлкәлә «алтын фонд» булып иҫәпләнә. Был ысул менән эшләгәндә өҙлөгөүҙәр булмай, ауырыу ҙа тиҙ арала һауыға.
Өфө табибы – беҙҙең яҡташ, Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылы егете Раян Хисмәтуллин дауаханаға эш сәфәре менән килгәндә кешеләргә операция яһай. Уға был эштә офтальмология бүлеге мөдире А.Х.Моталлапов ярҙам итә.
— Операция яһатыусылар араһында Урал аръяғы райондарынан да, Сибайҙан да кешеләр бар. Хәҙер инде үҙебеҙ оҫтарҙыҡ, материалдар ҙа етерлек, бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ юғары технологиялы операциялар эшләйбеҙ,—ти Амур Хөрмәт улы.
Офтальмология бүлегендә һуңғы арала яңы һулыш кисерә, матди-техник база нығытыла. Бында шулай уҡ яңы дауахана асылғанда уҡ һатып алынып та, аҡса етешмәү арҡаһында эшләмәй торған ҡоролмалар эшкә көйләнгән.