Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
28 Ғинуар 2019, 12:09

Сәләмәтлек—кәрәкле ғәмәл

Һаулыҡ мәсьәләһендә шаярыу урынһыҙ. Кеше тормошондағы иң кәрәкле ғәмәл булараҡ, уны һаҡлау һәм яҡлау зарур. Был мәсьәлә дәүләттең дә иғтибары үҙәгендә: йыл һайын граждандарҙың билдәле бер категорияһы өсөн диспансерлаштырыу ойошторола. Миҫал өсөн, быйыл 1920, 1923, 1926, 1929, 1932, 1935, 1938, 1941, 1944, 1947, 1950, 1953, 1956, 1959, 1962, 1965, 1968, 1971, 1974, 1977, 1980, 1983, 1986, 1989, 1992, 1995, 1998 йылдарҙа тыуған Рәсәй граждандары әлеге сарала ҡатнаша ала.

Бушлай үткәрелгән комплекслы медицина тикшереүе 18 йәштәгеләр һәм унан өлкәнерәктәр өсөн, уларҙың социаль хәле, йәғни уҡып йөрөүе йәки эшләү-эшләмәүе мотлаҡ түгел. Сараның төп маҡсаты: сирҙәрҙе һәм хәүеф факторҙарын башланғыс этапта асыҡлап, дауалауҙы ваҡытында башлау. Билдәле булыуынса, сирҙәрҙе иҫкәртеү күпкә отошло, ә инде организмды зарарлаған ауырыу менән көрәшеү күпкә сығымлы ла, һөҙөмтәһе лә билдәһеҙ. Тап ваҡыты үткәреп ебәрелгән сирҙәр инвалидлыҡҡа килтереүҙең йәки халыҡтың ваҡытынан алда мәрхүм булыуының төп сәбәбе булып тора.
Диспансерлаштырыу үтеү өсөн паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкалау полисы кәрәк. Ошо документтар менән теркәлеү урынындағы поликлиникаға (граждан ошо дауалау учреждениеһына ваҡытлыса беркетелгән булһа ла ярай) мөрәжәғәт итергә кәрәк. Төплөрәк мәғлүмәтте регистратурала, йәки медицина иҫкәртеүе кабинеттарында алырға була. Бының өсөн алдан яҙылыу кәрәк түгел.
Диспансерлаштырыу күләме ярайһы уҡ ҙур, ул пациенттың йәшенә, енесенә ҡарап билдәләнә. Тәүге этапта анкета тултырыу ҡаралған, унда пациент үҙенең һаулығы тураһындағы мәғлүмәт менән бүлешә. Кешенең буйы, ауырлығы, ҡан баҫымы, күҙҙәренең осҡорлоғо һәм башҡа үҙенсәлектәр асыҡлана, шулай уҡ анализдар тапшырырға ла тура киләсәк. Электрокардиография (ЭКГ), ҡатын-ҡыҙҙар өсөн маммография үтеү ҙә ҡаралған.Аноним рәүештә ВИЧ-инфекцияға тикшереү үтергә була.
Пациентта инфекцияһы булмаған хроник сирҙең, йәрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарының билдәләре төҫмөрләнһә, табип уны диспансерлаштырыуҙың икенсе этабына ебәрә.
Читайте нас: