АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
19 Декабрь 2016, 23:37

Талҡаҫтың тәбиғәте лә дауалай

Күк Ирәндек тауҙарына һыйынып, оло меңйәшәр ҡарағайҙарға ышыҡланып, көҙгө кеүек ялтырап ята Талҡаҫ күле. Ситтән ҡарағанда ул ғорур ҡаялар уратып алған ынйыны ла хәтерләтә. Тирә-яҡ тәбиғәтенең матурлығы, һыуының шифалы булыуы менән дә йәлеп итеп тора ул. Талҡаҫ күле буйында, уның ҡырсын ташлы ярында халыҡ ял итеүҙе хуп күрә. Тора бара бында «Баймаҡ» ял йорто төҙөлә. 2005 йылда уға «Талҡаҫ» исеме һәм шифахана статусы бирелә.

Башҡортостан шифаханалары араһында «Талҡаҫ» сағыштырмаса йәш булһа ла, халыҡта киң танылыу яулай башланы. Бүтәндәрҙән айырмалы рәүештә, ул үҙенең саф һауаһы, сәнәғәт предприятиеларынан, ҡаланан алыҫта булыуы һәм тыныс ерҙә урынлашыуы менән үҙенә йәлеп итә.

«Талҡаҫ» шифаханаһының матди-техник базаһы ныҡлы. Уға ярашлы дауалау алымдары ла төрлө. Бында һыу аҫтында умыртҡа һөйәген тарттырыу, ингаляциялар, массаж, фитотерапия, спелеотерапия, бальнеотерапия, аппарат физиотерапияһы, функциональ тикшеренеү үтеү өсөн барыһы ла бар. Унан тыш, замана талаптарына яуап биргән яңынан-яңы программалар асыла. Fөмүмән, бында яҡшы итеп дауаланыу, йыл әйләнәһенә ял итеү өсөн бөтә шарттар булдырылған.

«Талҡаҫ» шифаханаһына килеүселәрҙең һәр береһе күңеленә оҡшаған шөғөл таба ала. Йәйгеһен ҡолас ташлап йөҙөргә, пляжда ҡыҙынырға, катамаран, кәмә йә башҡаһын прокатҡа алып күлде иңгә-буйға, тәрәнлеккә иңләргә мөмкин. Балыҡ тоторға яратыусылар суртан, алабуға кеүектәрен аулаһа, ҡарағай урманында йәйәү йөрөүселәр, тауға үрләүселәр саф һауа һулап кинәнер.

«Талҡаҫ» шифаханаһы, үрҙә әйтеүебеҙсә, хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Шуға ла ял итеүселәр шифалы үләндәр йыйып, киптереп алып ҡайта ала. Ҡышҡыһын иһә саңғыла, мотосанала йөрөүҙәр ойошторола. Бар, кафе, кинозал, мунса, сауна—быларҙың барыһы ла эшләй.

«Талҡаҫ» шифаханаһы хеҙмәткәрҙәре Fәҙелша шарлауығына, Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы Темәскә, изге урын һаналған серле Арҡайымға, Һаҡмар йылғаһы буйлап Йәнгүҙәй тауына, Шүлгәнташ мәмерйәһенә экскурсия ла ойоштора.

Ә һауыҡтырыу процедураларына ентекләберәк туҡталғанда шуны әйтергә мөмкин: «Талҡаҫ» шифаханаһы тын юлдары, тире, нервы системаһы, һейҙек-енес системаһы ауырыуҙарын, терәк-хәрәкәт аппараты сирҙәрен дауалау йүнәлешендә эшләй. Уларҙы дауалауҙа түбәндәге алымдар ҡулланыла.

Батҡаҡ менән дауалау «Талҡаҫ» шифаханаһында төп ысулдарҙың береһе булып тора. Ул ҡайҙандыр ситтән килтерелмәй, ә Талҡаҫ күленең төбөнән сығарыла. Батҡаҡтың файҙаһы ҙур, күп төрлө ауырыуҙар менән көрәшеүҙә ҡулланыла.

Ҡоро углекислоталы ванналар тире ауырыуҙары менән көрәшә. Уны ҡулланыу тирене генә яҡшыртып ҡалмай, ҡан әйләнешен дә яйға һала. Йәғни ҡанды шыйығайта, тромбтар барлыҡҡа килеүҙе профилактикалай. Шулай уҡ организмды тышҡы насар йоғонтоларҙан һаҡлай, иммунитетты нығыта, һыуыҡ тейеүҙән ҡурсалай. Углекислоталы ванналар тән яраларының тиҙерәк уңалыуына ла булышлыҡ итә.

Гидромассаж—махсус йүнәлтелгән һыу ағымдары менән эшләнә торған массаж алымы. Уның бер нисә төрө бар. Шуларҙың береһе—ынйы ванналары. Бында ул һыу һәм һауа ҡатышмаһынан эшләнгән ағымдар ярҙамында атҡарыла. Һыу эсендәге һауа ваҡ ҡына ынйыларҙы хәтерләтә.

Процедураның икенсе төрө—дүрт камералы гальваник ванна. Ул терәк-хәрәкәт аппаратының хроник елһенеүен, дистрофик үҙгәреүен, ревматизмдың ҡайһы бер төрҙәрен, көҙән йыйырыуын дауалағанда ҡулланыла.

Скипидар ванналары. Скипидар—углерод менән водородтан торған ҡатмарлы органик ҡушылма. Ул эндартериит, стенокардия, гипертония ауырыуҙарын, инфаркт миокарда һәм полеомелит эҙемтәһен, остеохондроз, спондилез, Бехтерев сирҙәрен, төрлө йәрәхәттәрҙе дауалауҙа ҡулланыла. Шулай уҡ операция һуңынан ҡалған йөйҙө тиҙерәк уңалтыуға булышлыҡ итә.

«Талҡаҫ» шифаханаһында физиотерапия ла киң танылыу яулаған. Бында уның дүрт төрө ҡаралған: УВЧ терапия, электрофорез, электросон, магнитотерапия. Улар барыһы ла кеше организмын юғары йышлыҡтағы электромагнит тулҡындарының тәьҫире менән дауалай. Шулай уҡ физиотерапияның яңы бер төрө—SPA ял итеүселәрҙә ҙур һорау менән ҡулланыла. Ул һыу менән дауалау ысулы. Был процедуралар махсус капсулала үткәрелә.

Тын юлдары ауырыуҙары менән яфаланғандар өсөн айырым дауалау алымдары ҡаралған. Уларҙың иң ябайы—ингаляция, йәғни төрлө дарыуҙарҙы төтөн, пар, газға әйләндереп тын юлына ебәреү. Был процедура бронхиаль астма, хроник бронхит, пневмония менән яфаланыусылар өсөн тәғәйенләнгән.

Спелеотерапия — үҙенсәлекле дауалау ысулы. Ул мәмерйә, тоҙ шахталары климатына ярашлы итеп махсуслаштырылған бүлмә. Ҡан баҫымы, астма, быуын сирҙәренә дусар булғандар өсөн файҙалы.

Массаж — йөрәк-ҡан тамыры, нервы системалары, терәк-хәрәкәт аппараты, тын юлы, ашҡаҙан ауырыуҙары, гинекологик, урологик сирҙәр менән яфаланыусылар өсөн файҙалы.

Дарыу үләндәренең шифаһын ата-бабаларыбыҙ борондан белгән һәм беҙгә ҡомартҡы итеп тапшыра килгән. Шифаханала был йүнәлештә фитобар эшләй. Бында үләндән сәйҙәр, кислородлы коктейлдәр, ҡымыҙ тәҡдим итәләр.

«Талҡаҫ» шифаханаһы заман менән бергә атлай һәм әленән-әле яңы дауалау ысулдарын үҙләш-терә. Шуларҙың береһе парафин терапияһы. Уны йылытып ауыртҡан ергә һалалар. Парафин төрлө сирҙәр менән көрәшеүҙә һәм косметологияла киң танылыу алған. Шулай уҡ үҙенең файҙаһы менән дан алған тоҙ ванналары ла ҡулланыла.

Сәләмәт тәндә—сәләмәт рух тигән девизды алға ҡуя «Талҡаҫ» шифаханаһы. Бында тренажер залдары эшләй. Fөмүмән, спортҡа ныҡлы иғтибар бүленә. Бынан тыш, дауалау физкультураһы был ауырыуҙарҙан профилактика булып тора.

«Талҡаҫ» шифаханаһының ишектәре йыл әйләнәһенә асыҡ. Йылы, уңайлы шарттары булған өс корпуста ла бер, ике, өс, дүрт, биш кешелек урындар булдырылған.

Әйткәндәй, 20-һенән 30 декабргә тиклем «Талҡаҫ» шифаханаһы арзан хаҡҡа путевкалар тәҡдим итә. Был осорҙа 2017 йылдың февраль айына 990 һумға ғына (тәүлегенә) юлламалар алып ҡалырға була. Ашығығыҙ! Акция 10 көн генә дауам итәсәк.

Талҡаҫ күле буйында урынлашҡан шифахананың эргә-тирәгә генә түгел, бөтөн Рәсәйгә даны тарала бара. Бында Башҡортостандан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Ҡаҙағстан республикаһынан да килеп ял итәләр. «Талҡаҫ» шифаханаһын үҙ итеүселәр бында ҡабат-ҡабат килә.

Николай Григорьевич Тигашов, Орск ҡалаһы.

—Мин «Талҡаҫ»ҡа ял итергә бишенсе тапҡыр килдем. Бында, башҡа ерҙәр менән сағыштырғанда, хаҡтар арзан, бөтә процедураларҙы ла ваҡытында үтергә була. Талҡаҫта тәбиғәт үҙе дауалай. Йышыраҡ сентябрь, октябрь айҙарында килергә тырышам. Сөнки бәшмәк йыйырға яратам.

Салауат Әхмәтғариф улы һәм Роза Камил ҡыҙы Хәйбуллиндар, Ейәнсура районы.

—«Талҡаҫ»та беҙ беренсе тапҡыр. Төрлө ерҙәрҙә ял итергә тура килде, тик үҙебеҙҙең ерлеккә етмәй шул. Процедуралар күп, хеҙмәткәрҙәр яғымлы, төрләндереп яҡшы ашаталар. Алла бирһә, киләсәктә был шифаханаға йәнә килергә уйлайбыҙ.

Галина Дмитриевна Булавина, Өфө ҡалаһы.

—«Талҡаҫ» шифаханаһына юлламаны балаларым 90 йәшемә бүләк итте. Үҙҙәре лә килде. Fаиләбеҙ менән рәхәтләнеп ял итәбеҙ. Үҙ ғүмеремдә күп ерҙәрҙә булдым. Әлбиттә, үҙебеҙҙең тыуған яҡты бер ер ҙә алыштыра алмай. Талҡаҫ буйына килгәс тә хайран ҡалдым. Мәғрур ҡаялар, ҡарағайҙар, саф һауа, йылтырап ятҡан күл ожмахҡа тиң. Хеҙмәткәрҙәр иғтибарлы, яғымлы. Дауаланыуҙың да файҙаһы килешә.

Бөртөкбикә Fиниәт ҡыҙы Fәлина, Хәйбулла районы.

—«Талҡаҫ»ҡа бына инде алтынсы тапҡыр килдем. Дауалары килешә. Быуындар һыҙлауынан интегәм. Беренсе тапҡыр килеп ҡайтҡас та шифаһы һиҙелде. Шуға ауырый башлаһам бында килеп етәм. Бер дауаланып алһаң, файҙаһы ла оҙаҡҡа етә. Һыҙланыуҙарым баҫылып ҡала. Хеҙмәткәрҙәр алсаҡ, рәхәтләнеп үҙ телебеҙҙә аралашабыҙ. Алла бирһә, ғүмер булһа, йәнә киләм әле Талҡаҫҡа.

Үҙебеҙҙең төбәктә ошондай шифахананың булыуы ҡыуаныслы. Аҡса түгеп ҡайҙалыр алыҫҡа ла йөрөргә кәрәкмәй. Әгәр бында ял итергә теләгегеҙ булһа, түбәндәге адрес буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин: Баймаҡ районы, Иҫән ауылы, Ирәндек урамы, 3. Телефондар: 8 (34751) 2-29-00, 8-937-489-12-50.

Мәҡәлә реклама хоҡуғында баҫылды.

Читайте нас: