Ҡала мөхите – ул беҙҙең әйләнә-тирә: парк, урам, аллея, һыу буйы ярҙары, матур һәм уңайлы йәмәғәт биләмәләре. Ошо социаль әһәмиәтле объекттарҙы үҙгәртеү, матурлау, яҡшыртыу маҡсатында «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» федераль программа булдырылған. Радий Хәбиров эш башлаған осорҙа уҡ муниципалитеттарҙы үҫтереү программаларын тормошҡа ашырғанда, уңайлы ҡала мөхитен булдырыу—иң мөһим бурыстарҙың береһе, тип билдәләгәйне. Сөнки бындай мөхит кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә.
Сибай ҡалаһы ла, башҡа муниципалитеттар кеүек үк, программаға баштан, йәғни 2017 йылда уҡ ҡушылды. Уның сиктәрендә ҡалала иң беренсе булып «Терра Урал аръяғы» экопаркы өр-яңы төҫ алды. Унан һуң ҡала пляжы төҙөкләндерелде. 2023 йылда сибайҙарҙың яратҡан урыны «Труд» стадионы рәткә килтерелә башланы.
Төҙөлөштөң беренсе этабында стадион биләмәһе йәшелләндерелгән, асфальт түшәлгән, яҡтыртыу бағаналары ҡуйылған, эскәмйәләр, элмәле фонарҙар урынлаштырылған.
✍Икенсе этапта иһә стадионда стритбол (урам баскетболы) менән шөғөлләнеү өсөн яңы майҙансыҡ булдырылды. Уны уратып ағастар һәм декоратив ҡыуаҡтар ултыртыласаҡ.
✍Шулай уҡ төҙөүселәр стадионды уратып 900 метрҙан ашыу асфальт юл һалған. Юлға яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйыу өсөн 35 урын әҙерләнгән.
‼—Стадион элек-электән ҡалаштарҙың яратҡан ял итеү урыны. Күләмле саралар гел шунда уҙғарылды. Йәй спорт менән шөғөлләнеү уңайлы булһа, ҡыш унда ҡала һырғалағы туңдырыла. Стадион биләмәһен әле танырлыҡ түгел итеп үҙгәртәләр: барыһы ла заманса һәм зауыҡлы. Сибайҙар социаль селтәрҙә төҙөкләндереү эштәренән ҡәнәғәт булыуҙарын белгертеп социаль селтәргә постар яҙыуынан ғына майҙансыҡтың үҙгәреше уңайлы ҡала мөхитен тыуҙырыуын күрһәтә,—ти йәмәғәт фекере лидеры, Сибай башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Альбина Ярмуллина.