Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
26 Апрель 2023, 11:05

Диктант яҙҙыҡ күмәкләп

Башҡортостандың барлыҡ төбәктәрендә, илебеҙҙең һәм сит ҡитғаларҙың милләттәштәребеҙ йәшәгән мөйөштәрендә “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” акцияһы гөрләп үтте. Әһәмиәтле, матур акцияға йылдағыса Сибай ҡалаһының барлыҡ уҡыу йорттары, мәктәптәр, йәмәғәт ойошмалары ҙур теләк менән ҡушылды.

Диктант яҙҙыҡ күмәкләп
Диктант яҙҙыҡ күмәкләп

Бишенсе йыл рәттән уҙғарылған халыҡ-ара башҡорт теле буйынса диктант яҙыу акцияһына Сибай ҡалаһындағы барлыҡ уҡыу йорттары, мәктәптәр, балалар баҡсалары, һаулыҡ һаҡлау, йәмәғәт ойошмалары дәррәү ҡушылды. Быйылғы диктант яҙыу көнө Милли кейем көнө менән тура килгәнлектән, күптәр сараға күҙ яуын алырлыҡ милли кейемдә килгән ине.

Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институтында 260-ҡа яҡын кеше диктант яҙҙы. Сарала Сибай институты уҡытыусылары һәм студенттары, китапханасылар, юристар, балалар баҡсалары тәрбиәселәре ҡатнашты. Өфөнән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Хәлил Юлай улы Рәхмәтуллин, Башҡортостан Республикаһы адвокаттар коллегияһының Сибайҙағы филиалынан Арсен Марс улы Аҡбулатовтың килеүе сараға мәртәбә өҫтәне.

“Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” акцияһы педагогия колледжында, гимназия-интернатында, ғөмүмән, ҡаланың барлыҡ мәктәптәрендә гөрләп үтте. Был саранан Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ла ситтә ҡалманы.

Автор:Гульдар Кадаева