Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
16 Март 2023, 15:30

Арслан һәм Регина - йылдың тәүге игеҙәктәре

Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә быйылғы йылдың тәүге игеҙәктәре тыуыуы тураһында акт теркәлде. Күп балалы Илфат Ислам улы һәм Айгөл Рим ҡыҙы Сафиндарҙың ғаиләһенә йәм өҫтәп сабыйҙары Арслан һәм Регина донъяға килгән. Игеҙәктәрҙе өйҙә Азалия 10 йәш), Ильвина (8 йәш), Разалия (5 йәш) апайҙары көтә. -Өс ҡыҙҙан һуң улыбыҙ булыуын теләнек һәм Аллаһ беҙҙе ишетеп икеләтә бәхет бирҙе! – тип ҡыуана Сафиндарҙың ғаилә башлығы Илфат Ислам улы

Арслан һәм Регина - йылдың тәүге игеҙәктәре
Арслан һәм Регина - йылдың тәүге игеҙәктәре

-Икенсе УЗИ тикшерелеүе үткәндә сабыйҙарҙың игеҙ буласағын белдек. Өсөнсө УЗИ-ла уларҙың енестәрен әйттеләр. Ҡатыным йөклөлөктө еңел үткәрҙе, бәләкәстәр Сибай бала табыу йортонда тыуҙы.

Илфат Сафин шулай уҡ тыуыу тураһында таныҡлыҡҡа ҡушып бирелгән бүләкте ихлас ҡабул итеп:

-Бәпестәребеҙҙең фотоларын ҡуйып барырға альбом булды! Махсус бүләк өсөн Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Денис Назаровҡа ҙур рәхмәт! – тине.

Биш балаға атай-әсәй булған Сафиндарҙы ғаиләләре ишәйеүе менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Игеҙәктәрҙе һәм уларҙың апайҙарын матур итеп үҫтереп, илебеҙгә кәрәкле шәхестәр итеп тәрбиәләүҙәрен теләйбеҙ!

Арслан һәм Регина - йылдың тәүге игеҙәктәре
Арслан һәм Регина - йылдың тәүге игеҙәктәре
Арслан һәм Регина - йылдың тәүге игеҙәктәре
Автор:Гульдар Кадаева