Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
27 Ғинуар 2023, 10:30

Юлды рәтләмәйенсә булмай

Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһында йәшәүселәр бер нисә йыл рәттән программала ҡатнашып Аҡташ, Жуков, Алдар батыр урамдарына асфальт түшәтеүгә өлгәште. Быйыл Батыр Вәлид урамының 26-сы йортонан алып 44-се йортонда йәшәүселәр урам юлы япмаһын ремонтлау тәҡдиме менән сыҡты. 3 декабрҙә халыҡ урамда йыйылыш уҙғарып, ошо мәсьләне урын еренә еткереп ҡуйыу мөһимлеген иҫбатланы.

Юлды рәтләмәйенсә булмай
Юлды рәтләмәйенсә булмай

Арҡайымда яҙлы-көҙлө юлдарҙы ямғыр йыуа, шуға күрә асфальт түшәтеп был хәлде ыңғай хәл итергә мөмкин.

Автор:Гульдар Кадаева