Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
23 Декабрь 2022, 08:35

Сибайҙа тағы ла игеҙәктәр тыуҙы

22 декабрҙә Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә быйылғы йылдың 7-се пар игеҙәктәре тыуыуы тураһында акт теркәлгән. Рәсим һәм Эльмира Ғәлләмовтар ғаиләһенә йәм, бәрәкәт өҫтәп 2 декабрҙә Өфө дауаханаһында ҡыҙҙары Эмилия һәм Амелия тыуған. Ҡыҙҙар 7 йәшлек Тимур һәм 2 йәшлек Рамин ағайҙарына иш булып тыуған. -Беренсе узи тикшереүендә игеҙәктәр тыуасағын әйтһәләр, икенсеһендә ҡыҙҙар буласағын белеп ҡыуандыҡ. Донъябыҙ түңәрәкләнде: Аллаға шөкөр ике улыбыҙ, ике ҡыҙыбыҙ бар,--тип ҡыуана йәштәр.

Сибайҙа тағы ла игеҙәктәр тыуҙы
Сибайҙа тағы ла игеҙәктәр тыуҙы

Ғәлләмовтар сабыйҙарға тыуыу тураһында танытмаға ҡушып Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Денис Назаровтың иҫтәлекле бүләген ҡушып биреүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Имен-һау үҫеп китегеҙ! Ҡыҙҙарығыҙ-йондоҙҙарығыҙ ғаиләгеҙгә иш булһын!

Сибайҙа тағы ла игеҙәктәр тыуҙы
Сибайҙа тағы ла игеҙәктәр тыуҙы
Автор:Гульдар Кадаева