Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
14 Декабрь 2022, 11:00

Әлимгә бәхетле баласаҡ теләйбеҙ!

Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә 600-сө бала тыуыуы хаҡында акт теркәлде. Түңәрәк дата аҫтында тыуыу тураһында таныҡлыҡ алған сабый Әлим Исмәғилевтың ата-әсәһе Нәркәс Рәмил ҡыҙы Һәм Хәлил Иншар улы беренсе бәпестәрен имен-аман ҡулдарына алыуға бик шат. Әлим 1 декабрҙә Белорет ҡалаһында тыуған.

Әлимгә бәхетле баласаҡ теләйбеҙ!
Әлимгә бәхетле баласаҡ теләйбеҙ!

. Йәштәр улдары буласағын икенсе тапҡыр ультратауыш тикшеренеүе үткәндә белгән. Исмәғилевтар уларҙың ғаиләһенә айырым иғтибар күрһәтеп, бүләк биргән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Денис Назаровҡа, ҡаланың ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәт белдерә.

Йәш ата-әсәгә улдарын имен һау-үҫтереүҙәрен теләйбеҙ!

Автор:Гульдар Кадаева