-Төйәләҫ ҡасабаһы юлы Башҡортостан Республикаһында дөйөм ҡулланылышлы автомобиль юлдарын төҙөү һәм ремонтлау буйынса территориаль заказ сиктәрендә төҙөлдө. Ремонт эшен подрядсы ойошма--“Башспецстрой материал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшселәре башҡарып сыҡты. Дөйөм алғанда тимер юл тыҡрығынан алып ҡасабаға тиклем арауыҡтағы 3 саҡрым 60 метр юл рәтләнде. Япманың киңлеге 7 метр тәшкил итә. Был участкалағы юлды ремонтлауға республика һәм ҡала бюджетынан 38 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде,--ти Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығының төҙөлөш, транспорт һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Роберт Исҡаҡов.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Төйәләҫ ҡасабаһы янынан үткән Асҡар-Әлмөхәмәт-Сибай юлы быйыл май айында сафҡа инде. Ул 2020 йылдың республика Хөкүмәте ҡарары менән Урал аръяғындағы юлдар хәрәкәтен уңайлы һәм хәүефһеҙ итеү маҡсатында төҙөлә башлағайны. Был юлдың яңыртылыуы төбәк халҡы өсөн бик күп уңайлыҡтар булдырҙы. Иң беренсе сиратта, Өфөгә барыр өсөн хәҙер Силәбе өлкәһенә сығырға кәрәкмәй, туп-тура Асҡар аша башҡалаға юлланыу шул тиклем яҡшы.
Төйәләҫтәр күптән көткән тигеҙ, шыма юлдан хәҙер ҡалаға елдереп кенә килеп етә. Бындай уңайлыҡтарға халыҡ ҡына түгел, төрлө хеҙмәттәр, атап әйткәндә, тиҙ ярҙам, ҡотҡарыусылар отряды, полиция, газ селтәрҙәре, эко-сити йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре лә хәүефһеҙ юлдан йөрөп, халыҡҡа тейешле хеҙмәт күрһәтә алыуҙарына ҡыуана.
Гөлдәр Ҡадаева.