Йәшәү дәүерендә һәр кем гражданлыҡ акттарын теркәү бүлегенә мөрәжәғәт итә. Сабыйҙың тыуған көнөн теркәү, никах тантанаһы, юбилей саралары кеүек ҡыуаныслы мәлдәрҙә лә, айырылышыу кеүек үкенесле саҡтарҙа ла тап ошо йорттоң тупһаһы аша үтергә тура килә. Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә ошондай һәм башҡа бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәр әлеге мәлдә 4 хеҙмәткәрҙең иңенә һалынған. Коллективтың етәксеһе, Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Айгөл Әҡсән ҡыҙы Бохарбаева һүҙҙәре менән әйткәндә, уларҙың мәшәҡәтле эше кеше яҙмыштарына шаһит булыу менән ҡәҙерле.
-Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә халҡыбыҙ йолаларына таянып, башҡорт телендә үткәрелгән никах теркәү тантаналары тураһында күптәр һоҡланып һөйләй. Бындай саралар йыш буламы һәм улар йәштәр теләге буйынса ойоштороламы?
-Сибайҙа теркәлгән никахтарҙың 70-80 проценты башҡортса үтә. Сөнки беҙҙең ҡаланы Урал арьяғы төбәгенең баш ҡалаһы, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил райондарынан Сибайҙа никах теркәүселәр күп. Әлбиттә, башҡортса ойошторолған тантаналар күптәргә оҡшай. Туған телебеҙҙә яңғыраған матур ҡотлауҙар, ихлас кәңелдән әйтелгән изге теләктәр, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы иҫкә төшөрөү–былар барыһы ла иҫтәлекле көндә хәтерҙә ҡалырлыҡ булырға тейеш. Никах йортондағы тантананың нисек үтерен өйләнеүсе йәштәр, уларҙың ата-әсәләре менән алдан һөйләшеп килешәбеҙ. Кемдер тыныс шарттарҙа ябай ғына итеп үткәреүҙе хуп күрә, кемдер дәртле көйҙәр, тере тауыш менән йырҙар яңғырауын, йолалар башҡарылыуын теләй. Бындай саҡта беҙ уларға йырсы Рәмил Туйсин менән алдан килешеп ҡуйыуҙарын һорайбыҙ. Сөнки беҙҙең штатта, үкенескә күрә, музыкант ҡаралмаған, үҙебеҙ теләгәнсә ойоштороу мөмкинлеге юҡ.
-Ҡатнаш никахтартарға ҡарашығыҙ нисек? Бындай осраҡтар йыш буламы беҙҙең ҡалала?
-Үҙемдең кейәүгә бирерлек еткән ҡыҙым бар бит инде. Әлбиттә, мин кейәү үҙебеҙҙең милләттән булһа ярар ине, тип теләйем. Барыбер менталитет тигән нәмә ул ғаиләнең берҙәмлегендә ҙур роль уйнай. Тик теләгенә ҡаршы булмаҫбыҙ, тейем. Атайымдың һүҙҙәрен тотам: кемде һайлағанһығыҙ, шуның менән йәшәгеҙ. Дөрөҫө шул. Ә былай ҡатнаш никахтар беҙҙә лә теркәлеп тора. Сит ил граждандары менән дә ғаилә ҡорғандар бар.
-Үкенескә күрә һеҙгә ошо матур парҙарҙың тарҡалыуына ла шаһит булырға тура килә. Бындай саҡтарҙа ниндәй тойғолар кисерәһегеҙ? Ғаиләне һаҡлау өсөн кәңәш итеү мөмкинлеге буламы?
-Мин бында 12 йыл эшләйем. Айырылышыусы парҙар ҙа башлыса ошо мәлдә өйләнгәйнеләр. Әлбиттә, бик үкенесле хәл. Беҙ бит улар өсөн бар эмоцияларыбыҙҙы һалып иң изге, иң матур теләктәр теләнек. Ғашиҡ йәндәрҙең бер-береһен аңлай алмай бүленеп китеүен күреү ауыр ҙа, йәл дә. Был аҙымға бармағыҙ, тип әйтә алмайбыҙ. Сөнки улар беҙгә суд аша айырылышып, никахты өҙөү тураһында ҡағыҙ алыу өсөн генә, штамп ҡуйҙырыу өсөн киләләр. Кәңәш итеп әйтеп тә ебәрәбеҙ ҡай саҡ, тик күбеһенсә негатив ҡарашҡа эләгәбеҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, бындай осраҡтарҙа беҙҙең улар менән һөйләшеп, ниндәйҙер кәңәш биреп ултырырға ваҡытыбыҙ ҙа юҡ. Загс бүлегендә бит халыҡ өҙөлмәй: тыуыу, йәки үлем тураһында таныҡлыҡ алыу, никах, айырылышыу, исем алыштырыу, хәреф төҙәтеү... Шундай ҡаңғырыҡ араһында кемдер менән оҙаҡ аралашыу мөмкинлеге лә юҡ. Мин шулай уйлайым, хөкүмәт ғаилә сәйәсәте, ғаиләне һаҡлау тураһында уйлағанда ЗАГС бүлектәрендә психолог булырға тейешлеген дә күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тейеш. Хатта ярты көнгә булһа ла. Бындай белгестәрҙең ярҙамы айырылышыусыларға ғына түгел, бигерәк тә яҡындарын юғалтып, үлем ҡағыҙы алырға килеүселәр өсөн дә бик кәрәк булыр ине.
-Тормош үҙгәрештәре менән бер рәттән ЗАГС бүлектәренә лә яңылыҡтар индерелә. Һуңғы уңайлыҡтар менән таныштырып үтһәгеҙ.
-Ундайҙар байтаҡ ҡына. Шуларҙың береһе дәүләт хеҙмәте порталы. Никах теркәргә теләүселәр шәхсән ЗАГС бүлегенә килмәй генә ошо уңайлыҡ аша мөрәжәғәт итеп, ғариза бирә ала. Әле йәштәрҙән киләһе йылға теләк белдерә башланылар. Үҙҙәре теләгән датаны һайлап, алдан урын алып ҡуялар. Беҙҙең эштә тағы бер уңайлыҡ индерелде: бынан ары кеше пропискаға бәйле түгел, кәрәкле ҡағыҙҙарҙы теләгән ҡалалағы ЗАГС бүлегендә алырға мөмкин. Бөтә документтар берҙәм реестрға индерелгән.
-ЗАГС тигәндә беҙ иң тәүҙә тантаналы никах теркәүҙе, ғаилә булдырыуҙы күҙ уңында тотабыҙ. Күркәм пар булып оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән ғаиләләр ҙә һеҙгә ҡунаҡҡа килә.
-Эйе. Юбилярҙарҙы ла беҙ ситтә ҡалдырмайбыҙ. Ғаилә булып 50, 60, 70 йыл бергә йәшәгәндәр Башҡортостан Республикаһында 19 йыл инде матур үрнәк итеп билдәләп барыла. Бындай сараны юбилярҙар шатланып көтөп алалар. Шуға күрә беҙҙең бүлеккә ошо мәлдәр етеүен алдан әйтеп, ғариза биреп ҡуйыр кәрәк. Быны юбилярҙар үҙҙәре, йәки балалары, туғандары белгертә.
-Тағы бер ҡыуаныслы мәл--сабый тыуыуын теркәү. Башҡорт йәштәре бөгөн ниндәй исемдәр һайлай? Уларҙың ғаиләһендә нисәшәр бала тәрбиәләнә?
-Әйткәндәй, ошо көндәрҙә быйылғы йылда тыуған 400-сө баланы тәбрикләнек. Радик Васил улы һәм Нурсилә Рәжәп ҡыҙы Тимербулатовтарҙың ғаиләһенә дүртенсе бала булып Раян исемле малай өҫтәлде. Афарин йәштәр, тип һоҡланырға ғына ҡала. Ә былай йәштәребеҙ араһында сабыйҙарына үҙебеҙсә матур исем ҡушҡандар байтаҡ. Арыҫлан, Рамаҙан, Ильяс, Мөхәммәт, Камил, Дәлил исемле малайҙарыбыҙ, Ләйлә, Фатима, Әзизә, Йәсминә, Әйшә тигән ҡыҙҙарыбыҙ бар быйыл. Имен-һау булып, халҡыбыҙға, илебеҙгә кәрәкле булып үҫһендәр, тип теләйем.
Гөлсәриә Әбилева әңгәмәләште.