Йыйылыш башында унда ҡатнашыусыларҙы Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү һәм күп фатирлы йорттарҙа дөйөм мөлкәтте ҡарау буйынса мәсьәләләр ҡарарына индерелгән үҙгәрештәр менән таныштырҙылар. 1 сентябрҙән ғәмәлгә инәсәк яңылыҡтарға ярашлы, күп ҡатлы йорттарҙа дөйөм мөлкәт, атап әйткәндә һыу, йылылыҡ торбалары һәм башҡа инженер селтәрҙәрен хеҙмәтләндереүгә коммуналь ресурстарға түләүҙәр үҙгәрәсәк.
Форумда ҡаланың күп фатирлы йорттары советтары рәйестәре әүҙемлек күрһәтте. Уларҙың күбеһе халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Әйтәйек, ямғыр һыуҙарын ағыҙыу канализациялары, йорт яны ихаталарына асфальт түшәү, ҡайһы бер кварталдарҙа балалар майҙансығы юҡлығы бәйән ителде. Хакимиәт вәкилдәре, идарасы компаниялар етәкселәре барлыҡ үтенестәрҙе яҙып алды һәм уларҙы киләсәктә ыңғай хәл итергә вәғәҙә бирҙе.
Әйткәндәй,
2023 йылдан республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурыс йортта йәшәүселәр араһында бүленә
Рәсәй Хөкүмәтенең 2022 йылдың 3 мартындағы 92-се ҡарарына ярашлы, киләһе йылдан торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләмәгәндәрҙең бурысы күршеләр араһында бүленә.
Яңылыҡ дөйөм йорт иҫәп-хисап приборҙары булған коммуналь ресурстарға ҡағыла, тип өҫтәне эксперттар.