Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
23 Июнь 2022, 18:55

Сибайҙар этнойыйын уҙғарҙы

Сибай башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты этонойыйын уҙғарып, ут күршеләребеҙ Баймаҡ ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов етәкселегендәге делегацияны төп ҡунаҡ итеп саҡырҙы. Тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында уҙғарылған сарала төрлө оҫталыҡ кластары, концерт, түңәрәк өҫтәл, спорт ярыштары уҙғарылды.

Сибайҙар этнойыйын уҙғарҙы
Сибайҙар этнойыйын уҙғарҙы

Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгенең «Яугүл» халыҡ ҡумыҙсылар ансамбле, Зөһрә Иҫәндәүләтова этнойыйын ҡунаҡтарын үҙҙәренең йыр-моңо менән арбаны. Сәсәниә Асия Солтанова ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ класы уҙғарһа, мәргән уҡсы Хөрмәт Таһиров уҡтан атыу буйынса, Алтын ҡасабаһы уңғандары көйәнтә менән ярыш ойошторҙо.

Автор:Гульдар Кадаева