Йәйге эҫелек һүрелеп, һалҡындар башланды. Торлаҡ-коммуналь предприятелар хеҙмәткәрҙәренә көн дә “эҫе”, сөнки күп ҡатлы йорттарҙы ҡышҡа әҙерлек эштәренең ҡыҙған мәле. Ҡалалаштарҙың һалҡын миҙгелдәге йәшәйеше һәм хәүефһеҙлеге тап ошо осорҙа башҡарылған хеҙмәттәргә ныҡлы бәйләнгән.
Сибай ҡалаһының 297 күп ҡатлы йортон “Мәғлүмәт иҫәп-касса үҙәге” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәтләндерә. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәт баҙарында 15 йылдан ашыу тотороҡло эшләгән йәмғиәттең был юҫыҡта тәжрибәһе бик ҙур. Планға ярашлы уҙғарылған ремонттарҙан тыш, торлаҡ йорттарҙы техник-тикшереүселәр ҡарап сыҡҡандан һуң асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү, йорттарҙа йәшәүселәрҙең ғаризалары буйынса эштәр көн дә еренә еткереп башҡарылып тора.
Күп фатирлы йорттарҙы йылылыҡ менән тәьмин итеүсе селтәр-ҙәрҙе ҡышҡа әҙерләүгә айырым иғтибар йүнәлтелә. Әлеге мәлдә йорттарҙа гидропомывка һәм опрессовка бара, йәғни, ныҡлы баҫым аҫтында инженер селтәрҙәренең ныҡлығы һәм уларҙың һалҡында тейешле кимәлдә йылыта алыу һәләте тикшерелә. Бөгөнгө көнгә “ИРКЦ” йәмғиәтенә ҡараған 248 күп ҡатлы йорт гидродинамик һынауҙарҙы уңышлы үткән. Ҡышҡа әҙерлек саралары сиктәрендә 9,3 саҡрым йорт эсендәге йылылыҡ, эҫе һәм һыуыҡ һыу торбалары ремонтланған.
—Башҡалар ял иткәндә үҙебеҙҙең эшләгәнгә күптән күнеккәнбеҙ. Шулай тиһәм дә, беҙҙә бер ваҡытта ла тынғылыҡ юҡ, йәй көнө айырыуса ваҡыт етмәй. Инженер селтәрҙәрен ҡышҡа әҙерлектән тыш, биләмәләрҙе төҙөкләндереү, подъездарҙы, йорттарға ингән урындарҙы, нигеҙҙәрҙе ремонтлау, ҡыйыҡтарҙы, ишектәрҙе, тәҙрәләрҙе алмаштырыу, башҡа төр мөлкәтте төҙөкләндереү кеүек эштәр атҡарабыҙ,—ти идара итеү ойошмаһының производство-техник бүлеге начальнигы А.Н.Осипов.—Шулай уҡ ташсы-мейесселәр бригадаһы участкалар буйлап йөрөп фатирҙарҙың вентиляция каналдарын таҙарта, төҙөклөктәрен тикшерә.
Быйыл йәмғиәт етәкселеге торлаҡ йорттарҙың блок араһындағы ярыҡтарын яңыса нығытыу ысулдарын тикшереп ҡарау яҡлы. Быға ҡәҙәр ундай ярыҡтарға монтаж күпереге тултырып, ул кипкәндән һуң йөйҙәрен штукатурлағандар. Ә хәҙер уларҙы күпертелгән полиэтилендан яһалған махсус тығыҙайтыусы әйбер—вилатерм менән ябалар һәм юғары һығылмалы, һауа температураһы йоғонтоһона бирешмәгән герметик менән ҡаплайҙар. Ошолай иткәндә эшкә сарыф ителгән ваҡыт та, сығымдар ҙа аҙая. Бер үк урынға ике тапҡыр автовышка йүнәлтеү йортта йәшәүселәрҙең кеҫәләренә һуға торғайны, ни тиһәң дә махсус транспортты файҙаланыу бик ҡиммәткә төшә.
Йәмғиәт эшселәре ҡышҡы миҙгелгә йылытыу селтәрҙәрен әҙерләү буйынса эштәрҙе сентябрь урталарына тамамлап ҡуйырға иҫәп тота.