Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
29 Апрель 2019, 14:26

Донъя операһы йондоҙҙары—Сибайҙа!

Сибай ҡалаһы тамашасыһы үҙ биләмәһендә беренсе тапҡыр опера ҡарап ҡыуанды. Бындай мөмкинлекте«Вива опера» Халыҡ-ара фестивале сиктәрендә Магнитогорск опера һәм балет театры коллективы булдырҙы. Тағы шуныһы: был көндө А.Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә күрше ҡала театры йырсылары ғына түгел, донъя операһы йондоҙҙары--Италиянан Жан Лука Пазолини, Япониянан Харуо Каваками, Ҡытайҙан Ченьянг Лин, Мәскүҙән Ирина Морева, Хачатур Бадалян сығыш яһаны.

Сибай ҡалаһы тамашасыһы үҙ биләмәһендә беренсе тапҡыр опера ҡарап ҡыуанды. Бындай мөмкинлекте«Вива опера» Халыҡ-ара фестивале сиктәрендә Магнитогорск опера һәм балет театры коллективы булдырҙы. Тағы шуныһы: был көндө А.Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә күрше ҡала театры йырсылары ғына түгел, донъя операһы йондоҙҙары--Италиянан Жан Лука Пазолини, Япониянан Харуо Каваками, Ҡытайҙан Ченьянг Лин, Мәскүҙән Ирина Морева, Хачатур Бадалян сығыш яһаны.
Билдәле йырсылар концерт алдынан «Урал аръяғы» сауҙа үҙәгенең конференц-залында гәзит, телевидение хәбәрселәре, Сибай сәнғәт колледжы студенттары һәм уҡытыусылары менән күҙгә-күҙ ҡарашып осрашты. Мәртәбәле ҡунаҡтарға һәр кем һорау биреп ҡалырға ашыҡты. Иң беренсе уларҙан башҡорт ере, операһы менән танышһығыҙмы тип һоранылар.
--Башҡортостанды беренсе тапҡыр күрһәк тә, был ер тураһында ишетеп беләбеҙ. Опера йырсылары Илдар һәм Асҡар Абдразаҡовтар аша башҡорт операһын беләбеҙ. Италияла бер музейҙа башҡорт халҡының милли костюмын күргәнем бар,--тине Жан Лука Пазолини.
Йәштәр йырсыларҙың йәшәү рәүеше менән ҡыҙыҡһынды.
--Беҙ ҙә һеҙҙең кеүек ябай кешеләр. Тик күпселек осраҡта тауышҡа йоғонто яһаусы ризыҡтар менән артыҡ мауыҡмаҫҡа тырышабыҙ. Спорт менән шөғөлләнеү, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу үҙеңде формала тоторға ярҙам итә,--тип яуапланы Хачатур Бадалян.
Жан Лука Пазолини, Харуо Каваками, Ченьянг Лин--өсөһө лә Италияның мәшһүр опера мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре. Ж. Пазолини, Х.Каваками тенор булһа, Ч.Лин--баритон. Улар үҙ-ара итальянса аралаша. Харуоның ата-әсәһе табиптар. Шуға ла улар улдарының үҙ юлдарынан китеүен теләгән. Әммә Харуо бәлиғ булғас опера йырсыһы буларға ҡарар иткән. Ченьянгты, киреһенсә ата-әсәһе баштан опера йырсыһы итеп күрергә теләгән һәм улар моратына ирешкән. Жан Пазолини 30 йәшендә генә йырлай башлаған. Бөгөн йырсылар барыһы ла Халыҡ-ара конкурстар еңеүселәре, лауреаттары, Рәсәйҙә, сит илдәрҙә әүҙем концерт-гастроль эшмәкәрлеге алып бара, опера сәнғәтен популярлаштырыуға тос өлөш индерә.
Ҡала театры фоейында опера һөйөүселәрҙе скрипка уйнап ҡаршы алдылар. Был көндө Магнитогорск опера һәм балет театрының симфоник оркестры, хоры, солистар тулы составта, йәғни 100-ҙән ашыу кеше сығыш яһаны. Театрҙың баш дирежеры Эдуард Намды тамашасылар аяғүрә баҫып алҡышланы. В.Моцарт, Дж.Пуччини һәм башҡа классиктарҙың әҫәрҙәрен опера йырсылары оҫта башҡарҙы. Сит йыл йырсылары арияларҙы төрлө телдәрҙә йырланы.
--«Вива опера» фестивале Рәсәйҙә 13-сө тапҡыр үткәрелә һәм ул Магнитогрск ҡалаһының ғына түгел, Силәбе өлкәһенең визит карточкаһына әүерелде,--ти театрҙың мөхәррире Андрей Кустов, фестиваль тураһында аңлатма биреп.—Быйыл был сара беренсе тапҡыр Силәбе өлкәһенән ситкә сығып, Сибай ҡалаһына килеп етте. Бындай мөмкинлек Сибай театры менән хеҙмәттәшлек, «Алға, Сибай» социаль проекты етәкселеге, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Д.А.Назаров ярҙамында тормошҡа ашты.
Донъя халыҡтары араһында дуҫлыҡты, мәҙәни бәйләнеште, эшмәкәрлекте нығытыуға илткән саранан һәр кем илһамланып, көс-дәрт алып сыҡты, ойоштороусыларға ҙур рәхмәттәр уҡыны. Шулай ҙа күптәр билеттарҙың ҡиммәтлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уларҙың хаҡы 1600-2200 һәм тәңгәлендә тирбәлде.
--Европала ошондай кимәлле солистарҙың концертына билет 12-15 мең һумдан башлана. Иң алыҫ галеркала 7 мең булыуы ихтимал. Был хаҡҡа юл сығымдарын ҡушһағыҙ, тағы ла ҙурыраҡ сумма килеп сығасаҡ,--тине Андрей Кустов.
Ысынлап та, донъя операһы йондоҙҙары бер урында сығыш яһауын ҡайҙа күрер инек әле. Бер тапҡыр ҙа опера ҡарамаған көйөнсә был сәнғәт төрөнә иғтибарҙы иң яҡшы йырсыларҙы тыңлауҙан башлау үҙе бер башҡа үҫеш кимәле булды.