Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
18 Апрель 2019, 15:23

Милли кейемдәрҙә—милли асыл

Сибай ҡалаһының күп тармаҡлы профессиональ колледжында Башҡортостан Республикаһының ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арналған «Этнографик тәлгәш. Башҡортостан халыҡтары милли костюмдарының тарихи үҙенсәлектәре» төбәк фәнни-ғәмәли кәңәшмәһе үтте. Уҡыу йортоноң фойеһына ингәндән милли мөхит хөкөм һөрҙө: береһенән-береһе күркәм милли костюмдар күргәҙмәгә эленгән, күҙ нурҙары түгелеп эшләнгән ҡул эштәренең төрлөлөгө, зауыҡлығы үҙенә иғтибарҙы йәлеп итә, милли аш-һыу ҡуйылған өҫтәлдәр ризыҡтарҙың күплегенән һығыла.

Сибай ҡалаһының күп тармаҡлы профессиональ колледжында Башҡортостан Республикаһының ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арналған «Этнографик тәлгәш. Башҡортостан халыҡтары милли костюмдарының тарихи үҙенсәлектәре» төбәк фәнни-ғәмәли кәңәшмәһе үтте. Уҡыу йортоноң фойеһына ингәндән милли мөхит хөкөм һөрҙө: береһенән-береһе күркәм милли костюмдар күргәҙмәгә эленгән, күҙ нурҙары түгелеп эшләнгән ҡул эштәренең төрлөлөгө, зауыҡлығы үҙенә иғтибарҙы йәлеп итә, милли аш-һыу ҡуйылған өҫтәлдәр ризыҡтарҙың күплегенән һығыла.
Кәңәшмәнең төп өлөшөн уҡыу йортоноң директоры урынбаҫары Н.Юсубалиева асып, сарала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне һәм уҡыу менән бер рәттән фәнни-ғәмәли эшкә ваҡыт табыусы йәштәрҙең эшмәкәрлеген хупланы.
--Кәңәшмәне төбәк тип атау бик дөрөҫ тә түгел, халыҡ-ара атамаһы биреү ҙә яҙыҡ булмаҫ. Сөнки уның ситтән тороп уҙғарылған төрөндә Белоруссияның П.М.Машеров исемендәге Витебск дәүләт университеты янындағы Оршан, Силәбе педагогия колледждары студенттарының эштәре ҡаралды. Шулай уҡ республикабыҙҙың Дүртөйлө, Белорет, Юлдыбайҙағы уҡыу йорттарында белем алыусылар ҙа мөмкинлектәрен һынап ҡараны,--тине Н.Ә.Юсубалиева.--Бөгөнгө сара юҡҡа ғына халыҡтарҙың милли костюмдарының үҙенсәлектәренә ҡағылмай. Әгәр Рәсәйҙә әлеге ваҡытта 190 милләт вәкиле йәшәһә, шуларҙың 160-ы беҙҙең республиканы төйәк иткән.
Фәнни-ғәмәли кәңәшмәнең төп төрөндә иһә 14 фәнни эш ҡаралды. Йәштәр башлыса башҡорт милли костюмдарына нығыраҡ иғтибарҙарын йүнәлткән. Сибай күп тармаҡлы профессиональ колледжы студенткаһы Камила Сафина Әбйәлил башҡорттарының милли кейемдәрен өйрәнгән. ¤ҫтөндәге костюмды ул шул төйәктең кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙҙары кейгән тип күрһәтте. ¤фө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалынан Миләүшә Салихҡолова башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейемдәрен яҡшы белә. Борон-борондан зауыҡлы баш кейемдәре гүзәл заттың йәмғиәттә биләгән статусын сағылдырған. Тағы шуныһы: хәлле кешеләр генә үҙ ҡатындарына бындай зауыҡлы баш кейемдәре эшләтә алған. Ошо уҡ уҡыу йорто студенты Инсаф Игебаев башҡорт яугирҙарының милли кейемдәренә ентекле туҡталған. Бының өсөн егет башта үҙенең шәжәрәһенә күҙ һалған, төрлө яуҙарҙа ҡатнашҡан ата-бабаларының тарихын туплаған. Сибайҙан Арина Мөхитова рус милли костюм үҙенсәлектәрен барлаһа, Баймаҡтан Анна Мичунова еврей милли кейеменең тарихына айырым иғтибар бүлгән. Юлиә Насырова сабата тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт туплаған. Марина Иванова инде сыуаш халҡының милли кейемдәренең һәр береһенә айырым туҡталған. Сарала ситтән тороп ҡатнашҡан Белоруссия студенттары билдәле, белорусь кейемдәрен тикшергән.
Баймаҡтағы Урал аръяғы агроинженерия колледжынан Гөлдәриә Сәлихова түшелдерек, муйынса, һаҡал, күкрәксә, ҡыҫҡаһы төрлө ерҙә төрлөсә аталған ҡатын-ҡыҙҙың түшен ҡаплап тороусы биҙәүесте ентекле өйрәнгән. Ул хатта ауылдашы--Беренсе Этҡол ауылында йәшәүсе ағинәй Суфия Әсәнованан милли кейемдәр әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе алған. Хәҙер тырыш ҡыҙ түшелдерек, камзул, еңел күлдәк тегә лә белә, хатта тәңкә көмбәҙләү ҙә уға ауыр түгел.
Баймаҡтан Мәҙинә Булатова кисет, янсыҡ темаһына айырым туҡталған.
Сибай ҡалаһы 6-сы мәктәбенең 5 «В» класы уҡыусыһы Кәрим Мөхитов милли өҫкө кейемгә түгел, аяҡ кейеме--быйма баҫыу серҙәрен асты. Малай уҡыусы ғына булһа ла, атаһы Йәүҙәт Мөхитовҡа халыҡ кәсебе-быйма баҫыу эшендә ҙур ярҙамсы ла.
--Арҡайым ҡасабаһында шәхси йортта йәшәйбеҙ. Атай-әсәйем күптән быйма баҫыу менән шөғөлләнә. Атайым бының өсөн оҫтахана эшләһә, йөн менән эш итеү әсәйем Марина иңендә,--тип аңлата малай.--Мин быйма баҫыусылар тоҡомоноң дүртенсе быуынымын. Ҡарт өләсәйем ошо шөғөл менән булышҡан. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ошо кәсебе уны аслыҡ, яланғаслыҡтан ҡотҡарған. Уның шөғөлөн өләсәйем отоп алған, әсәйем дә шулар кеүек бик оҫта. Бөтә ҡасаба ғына түгел, ҡалабыҙ, эргә-тирәләге ауылдар халҡы ла беҙ баҫҡан быймаларҙы кейә.
Үҙен бик ышаныслы тотҡан, кәсептәре хаҡында килештереп һөйләй белгән Кәримде киләсәктә эшҡыуар булырына шик юҡ. Етмәһә фәнни-ғәмәли кәңәшмәгә тәҡдим иткән тикшеренеү эше үҙе әҙер бизнес-проект.
Жюри ағзалары бер тауыштан малайҙың эшен юғары баһалап, уны Гран-приға лайыҡ тип тапты. Беренсе дәрәжәле диплом менән Инсаф Игебаев, Миләүшә Салихҡолова бүләкләнде. Гөлдәриә Салихова, Мәҙинә Булатоваларҙың эштәре икенсе дәрәжәле диплом менән баһаланды. Арина Мөхитова, Анна Мичунова, Камила Сафиналар иһә өсөнсө дәрәжәле диплом менән наградланды.
Сарала һәр бер сығыштан үҙебеҙ өсөн кәрәкле мәғлүмәт алып, һәләтле йәштәребеҙ өсөн ҡыуанып ултырҙыҡ. Ҡыҙҙар-егеттәр милли костюм үҙенсәлектәрен өйрәнеү өсөн бик күп эҙләнгән, тикшеренгән, үҙҙәре өсөн күп асыштар яһаған.