Ҡоштар—тәбиғәттең ғәжәйеп бер бүләге. Уларҙың файҙаһы баһалап бөткөһөҙ: баҫыуҙарҙы ҡоротҡос бөжәктәрҙән, ваҡ кимереүселәрҙән һаҡлайҙар, уңышты арттыралар. Башҡортостанда 300-ләп ҡош төрө иҫәпләнеп 4 төркөмгә бүленә: күсмә, ултыраҡ, күсеп йөрөүсе, ҡышҡа килеүсе ҡоштар. Башҡортостандың «Ҡыҙыл китабы»на һирәк осрай торған йәки һаҡлауға мохтаж булған 52 ҡоштоң исеме индерлгән. Мәҫәлән: таҙғара, берғаҙан, туғаҙаҡ, ҡыуҙы һәм башҡа.
Яҙ етеү менән күсеп йөрөүсе ҡоштар йылы яҡтан ҡайта башлай. Ошо уңайҙан Сибай экология-биология үҙәгенең өҫтәмә белем биреү педагогтары «Сыйырсыҡ» ҡала акцияһы уҙғарҙы. Сараға 12-се мәктәптең — 1-се , 7-се мәктәптең 2-се класс уҡыусылары, уларҙың атайҙары һәм ҡартатайҙары әүҙем ҡушылды. Был көндө эшлекле төркөм ҡаланың Мәжит Ғафури исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркындағы ағастарға 15 сыйырсыҡ ояһы беркетте. Күмәк эш тамамланыуға ҡайһы бер ояларға ҡанатлы дуҫтар килеп тә инде. Сыйырсыҡтарҙың яңы өйҙәрен ҡотлап түгелгән моңдары сибайҙарға яҙ кәйефе өҫтәне.