Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
26 Март 2019, 17:08

Мәскәүҙәр битараф түгел

Сибай ҡалаһында 2 көн дауамында Рәсәй Федерацияһы Президенты янындағы граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса Совет вәкилдәре 29-сы күсмә ултырыш үткәрҙе. «Рәсәй гринписы» ойошмаһының башҡарма директоры Сергей Цыпленков, экперттар Алексей Киселев, Михаил Крейндлин, Григорий Куксиндарҙан торған беренсе төркөм ҡала хакимиәте етәкселеге, «Дыши, Сибай!» төркөмө әүҙемселәре, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк идаралығы хеҙмәткәрҙәре менән осрашып, урындағы экологик хәл менән танышты.

Сибай ҡалаһында 2 көн дауамында Рәсәй Федерацияһы Президенты янындағы граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса Совет вәкилдәре 29-сы күсмә ултырыш үткәрҙе.
«Рәсәй гринписы» ойошмаһының башҡарма директоры Сергей Цыпленков, экперттар Алексей Киселев, Михаил Крейндлин, Григорий Куксиндарҙан торған беренсе төркөм ҡала хакимиәте етәкселеге, «Дыши, Сибай!» төркөмө әүҙемселәре, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк идаралығы хеҙмәткәрҙәре менән осрашып, урындағы экологик хәл менән танышты.
Советтың яуаплы секретары, социаль хоҡуҡтар буйынса комиссия рәйесе Ирина Киркора, уның ярҙамсыһы Олег Митин составындағы икенсе төркөм ҡала дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре менән осрашты. Күҙгә күҙ ҡарап һөйләшеүҙә шулай уҡ ҡала әүҙемселәре лә ҡатнашты.
--Беҙ тикшереүсе орган түгел. Урында килеп тыуған хәл менән танышыу, кәрәк икән федераль ярҙам күрһәтеү өсөн килдек бында,--тине Ирина Владимировна, ҡалаға сәфәрҙәренең маҡсатын аңлатып.—Беҙҙең Совет ҙур вәкәләттәргә эйә. Шуларҙың береһен генә әйтеп үтәм. Новосибирск ҡалаһында перинаталь үҙәктең төҙөлөшө оҙаҡҡа һуҙылып китеп, уның стеналары ыуалып ҡойола башлаған. Унда беҙ былтыр августа булғайныҡ, быйыл февралдә бинаны төҙөп бөтөүгә аҡса бүленгән дә инде.
Медицина хеҙмәткәрҙәре Ирина Владимировнаға көсөргәнешле режимда эшләүҙәрен белдерҙе. Үҙ сәләмәтлектәренә ҡағылышлы мәсьәләләр ҙә күтәрелде.
--Мин янып ятҡан карьерға яҡын йәшәйем. Ҡырҡыу еҫ былайҙа бронхиттан яфаланған организмымды ҡаҡшатты. Ярар үҙем табип, ҡатыным шәфҡәт туташы. Бағынһаң, хәл түҙерлек,--ти акушер-гинеколог Е.В.Рудометкин.—Әммә мине икенсе нәмә борсой. Экологик хәл насарағайғас та халыҡ дауаханаға ағылды. Сәләмәтлектәре насарайған кешеләр табиптарға ябырылды, йәнәһе лә дөрөҫ диагноз ҡуймайҙар, тейешле дауаламайҙар. Иманым камил, коллегаларым ҡулынан килгәндең барыһын да эшләне. Халыҡ бит ауырығандан түгел, Өфө белгестәренә күренеп ҡалыу йәһәтенән дә дауаханан ҡайтышманы. Шуға ла был осорҙа медицина учреждениеһында сират күҙәтелде.
«Дыши, Сибай!» төркөмө әүҙемселәре Сибай табиптарының хеҙмәтенә дәғүәләре булмауын белдерҙе. Улар хатта Сибай дауаханаһы медицина хеҙмәткәрҙәре лә баш ҡала табиптары кеүек үк дәүләт наградаларына лайыҡлы тип аңлатты. Медиктар Ирина Владимировнаға урында заманса медицина ҡорамалдары ҡайтарылмауға, белгестәр етешмәүгә зарланды. Рәйес үҙ нәүбәтендә асарбаҡтар, наркомандар, эскеселәрҙе дауалау алымдары менән ҡыҙыҡһынды.
Артабан Ирина Киркора БДУ-ның Сибай институтында урынлашҡан ваҡытлыса йәшәп тороу пунктын ҡараны. Уҡыу йортоноң ҡунаҡханаһында урынлашҡан пунктта йәшәү шарттары яҡшы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Сара һуңында Ирина Киркора журналистарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.
--Экологик хәл, халыҡтың сәләмәтлеге торошон билдәләү--эшлекле сәфәребеҙҙең төп бурысы. Хәлде яҡшы итеп өйрәнгәс, беҙ рекомендация яҙабыҙ. Унда төп мәсьәлә урын алып, киҫкен хәлдән сығыу юлдары күрһәтеләсәк,--тине Ирина Владимировна.