Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
21 Март 2019, 11:33

«Баҡса--ул һаулыҡ һәм аҡса»

Ҡояш нурҙары ерҙе нығыраҡ иркәләй башлау менән баҡсасылар үҙ эштәренә тотондо. Сибай ҡалаһында 17 йылдан ашыу эшләп килгән «Росток» клубына йөрөүселәр ҙә күптән борос, сәскәләр үҫентеләре ултыртып, уларҙың ҡояшҡа ынтылыуын күҙәтә. Ошо көндәрҙә күптәр помидор ултыртырға ниәтләй. Алдараҡ сәсһәң, улар һабаҡҡа китә һәм ергә ултыртҡанда күп мәшәҡәттәр тыуҙыра ти баҡсасылар. Клуб етәксеһе Елена Зорина, ваҡытында «Орлоҡ» магазинын 9 йыл етәкләгән.Хаҡлы ялға сыҡҡас ҡала баҡсасыларын бер урынға туплау маҡсатында клуб ойошторорға ҡарар иткән. Өлкәндәрҙең яҡшы ниәтен үҙәк китапханаһы етәкселеге хуплаған. Клуб етәкселеге БДУ-ның Сибай институтының фән эшмәкәрҙәре менән хеҙмәттәшлек булдырған.

Ҡояш нурҙары ерҙе нығыраҡ иркәләй башлау менән баҡсасылар үҙ эштәренә тотондо. Сибай ҡалаһында 17 йылдан ашыу эшләп килгән «Росток» клубына йөрөүселәр ҙә күптән борос, сәскәләр үҫентеләре ултыртып, уларҙың ҡояшҡа ынтылыуын күҙәтә. Ошо көндәрҙә күптәр помидор ултыртырға ниәтләй. Алдараҡ сәсһәң, улар һабаҡҡа китә һәм ергә ултыртҡанда күп мәшәҡәттәр тыуҙыра ти баҡсасылар.
Клуб етәксеһе Елена Зорина, ваҡытында «Орлоҡ» магазинын 9 йыл етәкләгән.Хаҡлы ялға сыҡҡас ҡала баҡсасыларын бер урынға туплау маҡсатында клуб ойошторорға ҡарар иткән. Өлкәндәрҙең яҡшы ниәтен үҙәк китапханаһы етәкселеге хуплаған. Клуб етәкселеге БДУ-ның Сибай институтының фән эшмәкәрҙәре менән хеҙмәттәшлек булдырған.
Баҡсасалыр йылдың һәр миҙгелендә лә ҡатышып, осрашып тора. Яҙ үҫентеләр әҙерләйҙәр, йәй буйы гөрләтеп баҡса үҫтереп бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшәләр. Көҙ мул уңыш йыйып алып, сөмбөлә байрамы уҙғарһалар, ҡыш теоретик яҡтан белемдәрен нығыталар. Был юлы ла клуб ағзалары ҡаланың 2-се китапхана филиалына йыйылды. Сираттағы осрашыуға өлкән йәштәге баҡсасылар ҙа, йәштәр ҙә килгән. Өлкәндәр тәжрибәләре менән уртаҡлашты, үткән миҙгелдәге баҡса мәшәҡәттәре, яңылыҡтар тураһында әңгәмәләште. Томат тураһында айырым һөйләшеү булды. Г.В.Корытникова яңы орлоҡтар исемлеге менән таныштырҙы, уларҙы ҡайҙан һатып алырға өйрәтте. Галина Вениаминовна гәзиттән уңайлы ғына һауыттар эшләп, помидор орлоғон шунда сәсеү серҙәре менән бүлеште. Уны ергә ултыртҡанда канау ҡаҙып ултыртыу, һәр үҫентенең төбөнә 1,5 пластик шешәнең төбөн ҡырҡып, баш яғы менән ергә сәнсеп ҡалдырып, шунан аша һыу ҡуйыу тураһында һүҙ булды. Үҫентеләрҙе органик өҫтәлмә туҡландырыу хаҡында ла фекер алыштылар. Шәкәр диабеты менән яфаланыусылар составында крахмал аҙыраҡ булған картуф сорттары менән ҡыҙыҡһынды.
Китапхана хеҙмәткәрҙәре «Росток» клубы ағзалары менән берлектә «Баҡса--ул һаулыҡ һәм аҡса» йәшелсә-емеш, ҡайнатмалар күргәҙмәһе лә әҙерләгән ине. Ултырыштан һуң әүҙемселәр үҙҙәре алып килгән тәм-том, бәлештәр менән сәй эсте.
Көн менән төн тигеҙләшкән мәлдә «Росток» клубы ағзалары баҡса миҙгелен шулай күңелле итеп асып та ебәрҙе.
Гөлдәр Ҡадаева. Автор фотолары.
Читайте нас: