Бөтә яңылыҡтар
Ҡала тормошо
18 Март 2019, 16:16

«Тормош менән һуғарылыуы ҡиммәт»

Кешелек тарихында музей һүҙе 2,5 мең йыл элек барлыҡҡа килгән. Шул мәлдәрҙән алып йәмғиәт музейһыҙ йәшәй алмай. 1959 йылда Сибай ҡалаһында ла тарих һаҡланған урын барлыҡҡа килә. Ҡала статусын алыуға 4 йыл ғына ваҡыт үткән таусылар төйәге ул мәлдә ҙур төҙөлөш майҙанын хәтерләтә. Ҙур-ҙур йорттар һалыу, кешеләргә йәшәү шарттары тыуҙырыу мәшәҡәттәре, башҡа етди мәсьәләләрҙе хәл итеү менән янған етәкселектә, бәлки, музей ҡайғыһы ла булмағандыр. Әммә улар араһында киләсәкте хәстәрләгән, йәш быуынға ҡаланың тарихын еткерергә теләүселәр был изге эшкә битараф булмаған.

Кешелек тарихында музей һүҙе 2,5 мең йыл элек барлыҡҡа килгән. Шул мәлдәрҙән алып йәмғиәт музейһыҙ йәшәй алмай.
1959 йылда Сибай ҡалаһында ла тарих һаҡланған урын барлыҡҡа килә. Ҡала статусын алыуға 4 йыл ғына ваҡыт үткән таусылар төйәге ул мәлдә ҙур төҙөлөш майҙанын хәтерләтә. Ҙур-ҙур йорттар һалыу, кешеләргә йәшәү шарттары тыуҙырыу мәшәҡәттәре, башҡа етди мәсьәләләрҙе хәл итеү менән янған етәкселектә, бәлки, музей ҡайғыһы ла булмағандыр. Әммә улар араһында киләсәкте хәстәрләгән, йәш быуынға ҡаланың тарихын еткерергә теләүселәр был изге эшкә битараф булмаған.
Ҡала музейы 1959 йылдың 24 мартында ВЛКСМ-дың ҡала комитеты кабинетында Ф.В.Папков инициативаһы менән ҡала мәктәп тарих-крайҙы өйрәнеү музейы булараҡ барлыҡҡа килә. Уға З.В.Смирнова, Ш.М.Шәрипова, Б.М.Мәһәҙиева, Музиповтар ғаиләһе ярҙам итә. Әммә 1966 йылда музей ябыла. Экспонаттар Сибай интернат-мәктәбенә һаҡлауға күсерелә. 1969 йылдың 18 мартында ҡала советы ҡарары менән Островский, 5 адресындағы уҡыу йорто бинаһында музей яңынан тергеҙелә һәм «Ҡала тарих-крайҙы өйрәнеү музейы» тип атала. Ул мәлгә бай ғына коллекция тупланған була, эскпонаттарҙы 2 залдағы «Тыуған яҡ тәбиғәте», «Нумизматика», «Башҡорт милли кейемдәре», «Совет власы һәм край өсөн көрәшеүселәрҙең портреттары» бүлектәренә ҡуялар.
1970—1990 йылдарҙа музей эшмәкәрлеге йәмәғәт башланғыстарына таянып ҡына алып барыла. Шул йылдарҙа тарихты һаҡлаған ҡомартҡылар Пионерҙар йортоноң крайҙы өйрәнеү түңәрәге ҡарамағына күсерелә. Ул түңәрәк хаҡында Башҡортостан телевидениеһында хатта тапшырыу ҙа сыға. 1981 йылда Свердловск киностудияһында Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндө» драмаһы буйынса төшөрөлгән фильмда Сибай музейының экспонаттары ҡулланыла.
1984 йылда ҡаланың Ленин урамы,38/2 адресында урынлашҡан ике ҡатлы бинаһында музей эшләй башлай. Ҡалалаштар шул осорҙа мәҙәни усаҡтың фондын байытыуға тос өлөш индерә. 1991 йылда иһә БАССР Министрҙар Советы ҡарары менән Сибай траих-крайҙы өйрәнеү музейы Башҡортостан Республикаһының Милли музейы филиалы хоҡуғындағы Башҡортостан дәүләт музейҙар селтәренә индерелә. 1993 йылда яңы статуслы мәҙәни усағына ҡаланың Таусылар проспектындағы 45-се йортоноң беренсе ҡаты тулыһынса тапшырыла.Уның майҙаны 1172 квадрат метр тәшкил итә. 2006 йылда республиканың Милли музейы үҙгәрештәр кисергәс, Сибай тарих-крайҙы өйрәнеү музейы ҡала хакимиәтенең муниципаль милкенә әүерелә.
--Мәҙәни усаҡтың төп эшмәкәрлеге уның фондына бәйле. Әлеге көндә беҙҙә 12 мең берәмек ҡомартҡы иҫәпләнә. Тыуған яҡты өйрәнеү буйынса бай материал тупланған. Булған ҡомартҡылар 6 экспозиция залына ҡуйылған,--ти музей директоры Альбина Ярмуллина, эшмәкәрлектәре менән таныштырып.—Урында шулай уҡ төрлө күргәҙмәләр ҡуйыу мөмкинлеге бар. Ижади коллектив һәр ваҡыт эҙләнеү юлында. Бер булып, бергә төптән егелеп эшләгәнгә лә һөҙөмтәләр бар.
Музей директоры А.З.Ярмуллина «Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы етәксеһе» Бөтә Рәсәй конкурсы һөҙөмтәһе буйынса илдең иң яҡшы етәкселәре исемлегенә индерелде. Әлеге көндә мәҙәниәт усағы залында төрлө фәнни-ғәмәли кәңәшмәләр, дәрестәр, акциялар, квест, конкурстар ойошторола. «Сибай музейының тыуған яҡты өйрәнеү яҙмалары» йыйынтығы донъя күрә. Былтыр йыл аҙағында Сибай типографияһында 5-се йыйынтыҡ баҫылып сыҡты.
Хеҙмәткәрҙәр мәктәпкәсә йәштәр учреждениелары тәрбиәләнеүселәренә, мәктәп уҡыусылары, уҡыу йорттары студенттарына, ҡала тормошона битараф булмаған әүҙемселәргә рәхмәтле. Улар йөрөгәнгә лә музейҙа тормош ҡайнай, үҙгәрештәр булып тора. Альбина Зөфәр ҡыҙы әйтеүенсә, йылына музейға 20 меңдән ашыу кеше килә. Сибай музейы эшмәкәрлеген Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та юғары баһаланы. Ҡалаға эш сәфәре менән килгәндә был изге урында ҡарап уның кәңәштәр китабында:«Иҫ киткес музей. Коллекцияһы бик бай. Был урын кешеләр ҡыҙыҡ өсөн генә ингән мәҙәни усаҡ ҡына түгел, тормоштоң үҙе менән һуғарылыуы ҡиммәт»,--тигән ихлас яҙыу ҡалдырҙы. Ошо һүҙҙәр генә музей эшмәкәрлегенә үҙе юғары баһа. Ысынлап та, бөгөнгө көндә Сибай тарих-крайҙы өйрәнеү музейы республиканың иң яҡшы ҡомартҡылар һаҡланған урындарының береһе.
Миңнур Шаһиева.
Сибай музейының фәнни бүлеге мөдире.
Читайте нас: