Бөтә яңылыҡтар
Победа. Акции
17 Декабрь , 14:10

Яугирҙәргә - Яңы йыл күстәнәсе

Хәйбулла районының Федоровка ауылы халҡы махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ебәрергә 90 банка быҡытырылған ит әҙерләгән. Ә Аҡъюл ауылы ҡатын -ҡыҙҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға күстәнәскә тәмлҽ сәк - сәк һәм ҡош тҽлҽ бҽшҽргән.

Яугирҙәргә - Яңы йыл күстәнәсе
Яугирҙәргә - Яңы йыл күстәнәсе

Итте урындағы крәғтиән-фермер хужалығы етәксеһе Владимир Васильевич Сидельников биргән.

Ҡатын-ҡыҙҙар бергә йыйылып, итте быҡтырып, банкаларға тултырып ҡуйған. Әҙер ризыҡ яҡын арала гуманитар ылау менән алғы һыҙыҡтағы ир-егеттәргә ебәреләсәк.

Ә Аҡъюл ауылы ҡатын -ҡыҙҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға күстәнәскә тәмлҽ сәк - сәк һәм ҡош тҽлҽ бҽшҽргән.

- Саранан ауылдың бҽр ҡатын - ҡыҙы ла ситтә ҡалманы. Килә алмаған оло йәштәге инәйҙәр ҙә май, йомортҡа, бал биреп үҙ өлөшөн индерһә, йыйылған хужабикәләр сәк - сәктҽ тиҙ арала бҽшҽрҽп баллап та өлгөрттө. Риҙыҡты уҡыуҙан ялға ҡайтҡан уҡыусылар матур һүрәттәр мҽнән биҙәп биргән һауыттарға һалдыҡ.
Әҙҽрләгән ризыҡтар яҡташтарыбыҙға өй йылыһын, бҽр аҙға ғына булһа ла Яңы йыл байрамы осҡонон ҽткҽрҽп, күңҽлдәрҽн йылытһын инҽ.
Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, ҡулдан килгәндең барыһын да эшләрбеҙ.
Иң мөһиме, махсус операцияла булған егеттәребеҙ иҫән-имен тыуған яҡтарына, ғаиләләрҽнә әйләнеп ҡайтһын. Беҙ уларҙы түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ, - тип яҙа социаль селтәрҙә Аҡъюл ауылының мәрхәмәтле ҡатын-ҡыҙҙары.

Хәйбуллалар дөйөм көс менән генә еңеү яуларға мөмкинлеген яҡшы аңлай. Шуға ла ҡулдарынан килгәнсе ярҙам итә. Федоровка, Ахъюл ауылдары халҡы әҙерләгән күстәнәстәр ир-егеттәребеҙгә яңы йыл күстәнәсе булып барып етһен. Өйҙә әҙерләнгән аш-һыу яугирҙәрҙең беләктәренә көс, үҙҙәренә дәрт дарман бирһен!

Яугирҙәргә - Яңы йыл күстәнәсе
Яугирҙәргә - Яңы йыл күстәнәсе
Яугирҙәргә - Яңы йыл күстәнәсе
Яугирҙәргә - Яңы йыл күстәнәсе
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: