Мин—Иҫәнъюлов Урал Хәйретдин улы, меңәрләгән һуғыш осоро балаларының береһемен. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда атайым менән әсәйемдең 2 балаһы—1 ҡыҙы һәм 1 улы үҫеп килеп, өсөнсөһө, йәғни мин әсә ҡарынында булғанмын. Атайым Хәлитдин Хәйрулла улы Иҫәнғолов Ырымбур ҡалаһында уҡытыусы һөнәрен үҙләштереп, Хәйбулла районының Вәлит ауылы мәктәбендә эшләп йөрөгән еренән уны Мәскәүгә комсомол үҙәк комитетына уҡырға ебәрәләр. Әсәйем ике бала менән ауылда ҡалған. Мәскәүҙән уҡыуын тамамлап ҡайтҡас, уны Матрай районы Юлдыбай ауылына район комитетына эшкә алғандар. Үрҙә әйтеүемсә, атайым һуғышҡа киткәндә мин тыумай ҡалғанмын. Уны махсус приказ буйынса комиссар дәрәжәһендә һуғышҡа алғандар.
1942 йылда әсәйемә замполит дәрәжәһендәге ирегеҙ хәбәрһеҙ юғалды, тигән хәбәр килгән. Миңә 3 ай булғанда әсәйем вафат булған. Шулай итеп, ҡәһәрле һуғыш арҡаһында 6, 4 йәшлек һәм 3 айлыҡ бала атайһыҙ ҙа, әсәйһеҙ ҙә тороп ҡалғанбыҙ. Яҙ еткәс беҙҙе әсәйемдең апаһы Матрай районының Һынташ ауылына алып ҡайтҡан. Ағайымды һәм апайымды балалар йортона оҙаталар. Мине, имсәк баланы, унда алмағас, инәйемдәрҙә ҡалғанмын. Шулай тыуғандан тик михнәттәр күрҙем. Ауыр һуғыш йылдары, ирҙәр һуғышта, эш эшләрлек көслө зат юҡ. Ферма мөдире Әхмәтфәиз Сапаров ағай: “Балам, төнгө көтөүгә кеше юҡ, һин булдыраһың”,—тип мине төндә мал ҡарауылларға сығарҙы. “Бөркөт” ҡуша-матлы этем бар ине, икәүләп һыйыр көтөүен көттөк. Бесән мәле еткәс, дилбегә тота беләһең, бесән күбәһе тартырға эшкинәһең, тип тырмаға ултырттылар. Шулай 6 йәштә генә колхозда эшләүем башланды. Ҡыш мәктәпкә барҙым, өҫтә кейем юҡ, өшөтә. 5-се класты бөттөм дә баш көллө эшкә сумдым. 17 йәштә әрме сафына алындым. Хәрби комиссар: “Сынок, ты же еще молодой. Куда тебе?»—тигәс: «Минең атайым да, әсәйем дә юҡ,»—тинем. Ул миңә фатихаһын биреп әрмегә оҙатты.
Армияла танк училищеһына эләктем. Т-34 һәм Т-44 танкыларында орудие наводчигы булып хеҙмәт иттем. Алты айҙан Курил утрауҙарына Сахалин, Камчаткаға оҙаттылар. Имтихандарҙы тапшырғас, бер-ике көн ял бирҙеләр ҙә поезға ултыртып, Көнсығышҡа ебәрҙеләр. Беҙ ҡайҙа барғаныбыҙҙы ла белмә-нек. Күп ҡалаларҙы, ерҙәрҙе үтеп поезда елә торғас, Белоруссияның баш ҡалаһы Минскиға етеүебеҙҙе төшөндөк. Унда беҙ 45 тәүлек барҙыҡ. Шунан беҙҙе төрлө полктарға тараттылар. Мин 06017 хәрби часында хеҙмәтемде дауам иттем. Унда 3 ай булғандан һуң, беҙҙе тағы ла танк училищеһында Т-54-гә наводчик һөнәренә ике ай уҡыттылар. Шунан ғына ысын наводчик булып танк батальонында хеҙмәтемде дауам иттем.
Яҡшы аттым, “ут оҫтаһы” титулын йөрөттөм. 1959 йылда намыҫлы хеҙмәтем өсөн отпуск бирҙеләр, ләкин мин уны алманым. Хеҙмәтемде тултырып, 1960 йылдың ноябрендә тыуған яғыма ҡайтып ысын гражданлыҡ тормошом башланды. Ар- миянан һуң Сибайға килеп эшкә төштөм. Киске йәштәр мәктәбендә 11-се класты бөттөм, шунан тау техникумында тау сәнәғәте электр механигы бүлеген тамамланым. Хәҙерге көндә хаҡлы ялдамын, хеҙмәт ветеранымын.
5-6 йәштән эшләйбеҙ, аслы-туҡлы, яланғас, етем килеш этләнә-этләнә үҙ көсөбөҙ менән кеше булған егет-ҡыҙҙарҙы, йәғни һуғыш осоро балаларына ниңә Хөкүмәт ниндәй ҙә ташлама яһамай, пенсияға өҫтәмә түләмәй икән? Һуғыш ветерандары кеүек, беҙ ҙә бит хәҙерге көндә бик аҙ ҡалдыҡ.
...Ҡайҙа йөрөһәм дә атайым иҫемдән сыҡманы. Ҡәҙерлемдең яу юлын, ҡайҙа ерләнеүен табырға теләп ҡайҙарға ғына барманым, кемдәр менән генә кәңәшләшмәнем, әммә моратыма етә алманым. Шулай ҙа күңелемдә ышанысты юғалтманым. 2018 йылда Өфөгә барғанымда Башҡортостандың хәрби комиссары генерал-майор Игорь Михайлович Харченкоға ҡабул итеүгә барып яҙылып, хә-лемде һөйләнем. Ул мине ихлас тыңланы, ярҙамсыларын саҡыртып: “Бөтә каналдарығыҙҙы ла эшкә егегеҙ, хатта Көнсығыштарҙы ла!”—тип бойороҡ бирҙе. Әң-гәмәләшеп ултырғанда, ҡайҙа йәшәүемде һорашты. Шунан бер 10 минутта ваҡыт үтмәне, генералдың алдына ҡағыҙ килтереп һалдылар. Ул ҡағыҙҙы уҡыны ла: “Вот твой отец нашелся, иди встречайся”—тип уңыш теләп тороп ҡалды.
Атайым Великий Новгород өлкәһе Старорусское ҡасабаһында туғандар ҡәберлегендә ерләнгән булып сыҡты. 80 йәшемдә ҡәберлеккә барҙым. “Атай! Мин һине таптым!”—тинем дә, ҡалғанын хәтерләмәйем, иҫтән яҙып ҡолағанмын. Ярай әле алыҫ юлға, сит тарафҡа ейәнем менән сыҡҡанмын. Ул мине иҫемә килтерҙе. Атайымдың ҡәберен генә тапһам да, үҙен күргәндәй шатландым.
Яугирҙәр үлмәй, улар мәңге тере. Атай-олатайҙарығыҙҙы эҙләгеҙ, хәбәрһеҙ юғалһалар ҙа улар тураһында хәбәрҙәр бар.
Урал Иҫәнғолов.
Баймаҡ ҡалаһы.