АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Дан орденының тулы кавалеры

15 апрелдә Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Әхмәткәрим улы Афзалов Әлибаев Әҙеһәм Ғәле улына арналған хәтер марафонын иғлан итте.Интернет-марафонда һәр кем ҡатнаша ала. Бөйөк Еңеүҙең 75-се яҙын, ваҡытлыса ҡыйынлыҡтар булһа ла, бирешмәй, интернет киңлектәрендә дәррәү ҡатнашып, ҡаршы алайыҡ!Акцияла ҡатнашыу өсөн һылтанма - https://vk.com/alibaevadigam

Әлибаев Әҙеһәм Ғәле улы 1925 йылдың 20 майында Йылайыр кантонының (хәҙерге Баймаҡ районы) Йомаш ауылында донъяға килгән.

Дан орденының тулы кавалеры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Чехословакия, Польшаны азат итеүҙә, Берлинды штурмлауҙа ҡатнашҡан.

Фронтта 1943 йылдың сентябренән 1-се Украина фронтында 3-сө гвардия танкылар армияһында 9-сы механизацияланған корпусының 616-сы айырым миномет полкында телефонист булып хеҙмәт иткән.

1944 йылдың 31 июлендә, үҙе тән йәрәхәттәрен алһа ла, артиллерия утынан ныҡ яраланған һалдатты, хеҙмәттәшен сығарған. Ошо батырлғы өсөн 3-сө дәрәжәле Дан орденына 1944 йылдың 27 авгусында лайыҡ булған.

1945 йылдың 18 февралендә Левенберг (Германия) ҡалаһы эргәһендә дошман уты аҫтында элемтә линияһындағы 16 өҙөлгән урындарын ялғай, 11 немецты юҡ иткән, икәүһен пленға алған.

14 апрель көнө Әҙеһәм Ғәле улы ҡаһарманлығы өсөн 2-се дәрәжәләге Дан ордены менән наградлана.

1945 йылдың 27 июнендә ул 1-се дәрәжәләге Дан ордены менән наградлана.

Һуғыштан һуң, 1946 йылдан уҡытыусы булып эшләй, 7 йыллыҡ Муллаҡай мәктәбенең директоры вазифаһын үтәй. Темәс педагогия училищеһын экстренлы рәүештә тамамлай, ҡаты ауырыуға ҡарамаҫтан, 1951 йылда Магнитогорск ҡалаһындағы педагогик институтта юғары белем ала.

Уның иҫтәлегенә, хәрби батырлыҡтарын мәңгеләштереп, Йомаш һәм Муллаҡай ауылдарында бюст ҡуйылған, Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларында уның исемендәге урамдар бар.

1951 йылдың 12 авгусында Муллаҡай ауылында вафат булған. Әсәһе – Хәкимә Ғәббәс ҡыҙы Килдеғошова ауылда һауынсы булып эшләгән, 5 балаһы менән йәшләй тол ҡалған. Хәкимә Ғәббәс ҡыҙының өс улы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан: Хәбиб Ғәле улы- һуғыштан һуң Сибай ҡалаһында эшләгән һәм йәшәгән. Әхмәт Ғәле улы Брест крепосын яҡлағанда һәләк булған. Әҙеһәм Ғәле улы һуғыштан һуң, 20 йәшендә, Дан орденының тулы кавалеры исеменә лайыҡ булған, тыуған яҡтарына 1946 йылда ҡайтҡан.

Ҡатыны – Әлибаева Елизавета Рәхим ҡыҙы (1927-2019), оҙаҡ йылдар рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1967) маҡтаулы исеменә лайыҡ булған.

Ҡыҙҙары: Светлана Әҙеһәм ҡыҙы – филология фәндәре кандидаты,Башҡорт дәүләт университетында эшләй, педагогик стажы -23 йыл.

Әлибаева (Ғәҙелшина) Елена Әҙеһәм ҡыҙы – музыка уҡытыусыһы булып Сибай педагогик колледжында эшләне, вафат булған.

15 апрелдә Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Әхмәткәрим улы Афзалов Әлибаев Әҙеһәм Ғәле улына арналған хәтер марафонын иғлан итте.

Интернет-марафонда һәр кем ҡатнаша ала. Бөйөк Еңеүҙең 75-се яҙын, ваҡытлыса ҡыйынлыҡтар булһа ла, бирешмәй, интернет киңлектәрендә дәррәү ҡатнашып, ҡаршы алайыҡ!

Акцияла ҡатнашыу өсөн һылтанма - https://vk.com/alibaevadigam

Альбина Аблаева.

Читайте нас: