Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
23 Май , 10:46

"Атайсал"да - "Моң табыны" Хәйҙәр Тапаҡов.

Бикле ишектәр ҙә, бикле күңелдәр ҙә бер килеп асылыр, асылыр, сөнки беҙ бит уларҙы йыр-моң менән шаҡып “Моң табыны” ойоштороп ҡайттыҡ!

"Атайсал"да - "Моң табыны" Хәйҙәр Тапаҡов.
"Атайсал"да - "Моң табыны" Хәйҙәр Тапаҡов.

    Һүҙемде йыраҡтаныраҡ башламаҡсымын. Быйылғы йылдың февраль айында Дәүләт Думаһы депутаты Байғусҡаров Зариф Закир улы менән түңәрәк өҫтәл артында әңгәмә ҡорғанда Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, популяр йырсы, һәүәҫкәр композитор Рәмил Туйсин Бөйөк Еңеү алдынан “Атайҙар һәм уландар” ярышын үткәрергә йыйыныуы, һәм әлеге мәлдә уның положениеһын әҙерләп ятыуы хаҡында хәбәр итте. Әйткән һүҙ атҡан уҡ, ул уны тиҙ арала тотош Урал аръяғына иғлан итеп апрель айында юғары шарттарҙа тормошҡа ашырып та ҡуйҙы, тағы ла бында ни өҫтәп әйтәһең инде, афарин, тиергә генә ҡала!

     Еңеүселәргә Зариф Закир улы Еңеү көнөндә, Сибай ҡалаһының майҙанында, халыҡ алдында үҙенең бүләктәрен тапшырҙы. Һис һүҙһеҙ бына ошолай эшләнергә тейеш ине лә, әммә байрам сараһын алып барыусылар бүләкләүҙәр алдынан тамашасыларға “Атайҙар һәм уландар” ярышының маҡсатын, эстәлеген, һәм уның үткәрелеү барышын аңлатырға һәм төшөндөрөргә тейештәр ине лә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы улай эшләнмәне. Ә бит төптәнерәк уйлап ҡараһаң ярыш оло мәғәнәгә эйә ине бит, атай менән уландың йәнәш баҫып йырлап тороуҙары, ата кешенең улының күңеленә йыр аша бары яҡшылыҡ, матурлыҡ һеңдереүе илһөйәрлек, телһөйәрлек түгелме ни?! Сөнки тәрбиә иң әүәл ғаиләнән, ата-әсәнән башлана һәм бала күңеленә күсә. Ә бала һәр үҙгәреште, яҡшылыҡты, шул иҫәптән яманлыҡты ла булмышына һәм йәненә һеңдереүсән.

 Ни өсөн һуң әйтеремде “Атайҙар һәм уландар” ярышынан башланым һуң әле, уның сере үтә лә ябай, сөнки Рәмил Туйсин бына ошондайыраҡ кәрәкле һәм мөһим башланғыстарҙы башлап, әйҙәп йөрөүсе. Шуларҙың береһе - “Моң табыны”. Уның маҡсаты – моңдо йәшәтеү, халыҡ йырҙарын халыҡтан алып халыҡҡа еткереү, халыҡ йырҙарын башҡарып ҡына ҡалмау, уның эстәлеге, тарихы, килеп сығышы тураһында тыңлаусыға еткереү. “Моң табыны” ғәҙәти концерттарҙан тере тауыш менән башҡарылыуы, лекторий, ижади лабораторияһы рәүешендә үткәрелеүе менән айырылып тора, һәм отошло ла.

    Баймаҡ районы ауылдарында үткәрелә килгән ошондай осрашыуҙар барышын күҙәтеп барғандан һуң Рәмилгә, әйҙә, ошо табынға әҙәбиәтебеҙҙе, матбуғатыбыҙҙы ла ҡушып ебәрәйек әле, сөнки һүҙ булған ерҙә моң да бар, моң инде үҙ сиратында әҙәбиәттән айырылғыһыҙ, һәм ғөмүмән, ошо ике игеҙәк, матбуғат биттәрендә даими яҡтыртып барылырға тейеш, тигәйнем, ул ҡыуанып ризалашты. Көн боҙолоп тороуға, сағыштырмаса һалҡын булыуға ҡарамаҫтан таң менән юлға сыҡтыҡ. Сәфәребеҙҙең маҡсаты - өс ауыл халҡы менән осрашып, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеү, әңгәмәләшеү, аралашыу, йыр-моң менән уртаҡлашыу. Рәмил үҙе менән баянын ҡурайҙарын да алған. Осрашыуҙың барышы хаҡында алдан килешмәгәнбеҙ ҙә, сөнки алдан ойоштороу, әйтеләсәк һүҙҙе, йырланасаҡ йырҙы күнегелгән кәлейә сиктәрендә алып барыу теләһә ниндәй сараның йәмен һәм тәмен ебәрә. Осрашыу минең тыуған ауылым Һабырҙа, шунан Йомағужа, Ҡашҡар ауылдарында үтергә тейеш. Ауылға етәрәк һәр ерҙең атамаһы уның тарихын барлап, бөгөнгө көндә тамырынан ҡороған ауыл урындарын күрһәтеп һөйләп киләм. Рәмил әйткәндәремде ҡеүәтләп әйтә ҡуйҙы: “Атайым да беҙҙе арбаға ултыртып алып сабынлыҡҡа барышлай ер-һыу атамалары хаҡында үҙ алдына һөйләнгәндәй хәбәрен теҙеп бара торғайны, шунан боронғо берәй йырҙы һуҙып ебәрә лә уның тарихына туҡтала. Ул шул ҡылығы менән беҙҙе өйрәтмәне, ә белгәнен мәжбүр итмәй генә булмышыбыҙға, йәнебеҙгә һеңдерҙе. Шуға ла йырсы, йырсы ғына түгел, ауыҙ тел-ижадын яратҡан, уға бирелгән кеше булып киткәнмендер ҙә...” Ошо ерҙә шуны ла өҫтәп әйтмәксемен, беҙҙең сәнғәт донъяһында һәләттәренә лайыҡлы баҫылған сифат билдәһеләй Туйсиндәр, тип аталған данлы йыр династияһы бар. Ишле Туйсиндар ғаиләһенең ҡайһыһын ғына алма, сәхнәлә баҫып торамы ул, әллә башҡа һөнәр эйәһеме һәр береһе ысын һөнәрмән кимәлендә, юғары зауыҡ менән йырлай. Әйткәндәй, ата-әсәләре яғынан да бейеүселәр, йырсылар бихисап икән. Рәмил уларҙы бер урынға йыйып ошо көндәре Өфөлә ҙур концерт, тамаша күрһәтмәксе, уның юғары кимәлдә үтеренә иманым камил.

Беҙҙе ҡайҙа ла йылы сәйҙәрен әҙерләп, ҡаршы сығып көтөп алдылар һәм шуға күрә лә һәр осрашыу хаҡында айырып һөйләп тороу урынһыҙ. Ошо ерҙә күңелде ҡырған бер күренеш хаҡында әйтмәй булдыра алмайым. Бөгөнгө көндә ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында халыҡ клубтарға, концерттарға, тамашаларға йөрөүҙән биҙеп йорттарына бикләнгән икән, ошо хаҡта ишетеп белә инем, хәҙер үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Ә үҙ эсеңә йомолоп ҡалыу, донъяңды дүрт стена менән сикләү яҡшы нимә түгел. Түгел.

     Осрашыуҙарҙы сәхнәлә түгел, тамашасыларға яҡын, йәнәшә баҫып алып барҙыҡ. Әҙәбиәт, мәҙәниәт, матбуғат хаҡында әңгәмә ҡорам да һүҙҙе Рәмил Туйсинға бирәм, ә ул үҙ сиратында иң башта һәр йырҙың килеп сығыу тарихын һөйләй, беренсе башҡарыусыһы хаҡында әйтә, йырҙың варианттарын иҫкә төшөрә, шунан һуң ғына йырлап ебәрә, ары ҡулына ҡурай, йә баянын ала, ә тамашасылар инде үҙ сиратында: “Был йырҙы әллә күпме тыңлағаныбыҙ булды, үҙебеҙ ҙә көйләп йөрөнөк, әммә уның килеп сығышын бөтөнләй белмәгәнбеҙ икән дә баһа!” тип хайран ҡала.

    Осрашыу барышында “Атайсал” төбәк гәзите хаҡында, уның бөгөнгөһө хаҡында ишетергә теләгәстәр ҡыҫҡа ғына итеп яуап бирҙем: “Атайсал” ул тыуған ер, тыуған төбәк төшөнсәләрен үҙ эсенә һеңдергән, шулай булғас уның эстәлеге лә атамаһына тап килә, ул һеҙҙең гәзит, һәм уның киләсәге лә халыҡтың телде, һүҙҙе, милләтте үҙ итеүенә, яратыуына бәйле”, тип яуапланым. Минең әйткәндәрҙе Ҡашҡар ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Зәкиә Рамазан ҡыҙы Зәйнуллина элеп тә алды: “Атайсал” менән дуҫлығым оҙаҡ йылдарҙан килә, ауылда уны сыға башлағандан яҙҙырған өс кеше бар. Эстәлеге оҡшай, унда көндәлек яңылыҡтарҙан бигерәк, тарихи материалдарына, ер-һыу атамаларына күп урын бирелә, яҡшы кешеләр хаҡында яҙған гәзит уҡымлы, эстәлекле булыуы, өс районды, ике ҡаланы берләштереүе менән алдыра ла. Киләсәктә лә алдырасаҡмын, һәм әхирәттәремде лә “Атайсал менән бергә ҡалырға саҡырам!” Маҡтау әлбиттә майҙай яғыла күңелгә, әммә гәзиттең эстәлеген тағы ла яҡшыртыу йәһәтенән, тиражын кәметмәү яғынан беҙгә, мөхәрририәт хеҙмәткәрҙәренә киләсәктә эшләргә лә эшләргә әле.

    Матбуғат хаҡында һүҙ барғас шуны ла өҫтәп әйтмәксемен, осрашыуҙар барышында хакимиәт башлыҡтары почта хеҙмәткәрҙәре ярҙамы менән гәзитебеҙгә яҙылыуҙы ла ойоштороп ебәрҙеләр, рәхмәт уларға! Шунда уҡ даланлылар лото-уйын һөҙөмтәһендә беҙҙең бүләктәрҙе алып ҡыуандылар.

     Ошоғаса уҙғарылмаған яңы форматтағы осрашыуҙы йомғаҡлағанда Ҡашҡар биләмәһе башлығы Зәйнуллина Зөһрә Рәфғәт ҡыҙы теләген дә белдерҙе: “Халыҡты күпләп йәлеп итерлек, йыр-моң, әҙәбиәт, матбуғат дәрестәренә оҡшаған ошондай сараны киңерәк масштабта үткәрергә кәрәк!” 

     Халыҡ йыр-моңға, йәнле, эскерһеҙ аралашыуҙарға һыуһаған, осрашыуҙар барышында алдымда ултырғандарҙың күҙҙәренә ҡарап шуны тойомланым. Күптәрҙең үҙ эстәренә бикләнеүҙәре хаҡында ла әйтеп үткәйнем бит әле, был кире күренеш тә, өмөтһөҙлөккә бирелеү ҙә һис шикһеҙ үтер, ауылдар буйлап йөрөп ишектәрҙе йыр-моң, сәсән һүҙе менән шаҡып төн ҡараңғылығына текәлеп ҡайтып барғанда Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың “Таңдарҙа гармун уйнаным” шиғыры иҫкә килеп төштө:

                                                  Моңло ғүмерҙәр етешмәй,

                                                  Моңһоҙҙар күберәк әле.

                                                  Моңһоҙҙарҙы уятырға

                                                  Гармундар кәрәк әле!

                                                  Гармундар кәрәк әле!

    Бикле ишектәр ҙә, бикле күңелдәр ҙә бер килеп асылыр, асылыр, сөнки беҙ бит уларҙы йыр-моң менән шаҡып “Моң табыны” ойоштороп ҡайттыҡ!

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас: