Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
15 Май 2023, 09:35

ИКЕ УҢҒАН ЙӘРӘШҺӘ...

--Иремдән уңдым. “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтендә иретеп-йәбештереүсе булып эшләй ул. Айҙың 15 көнөн эшендә үткәрһә, ҡалған 15 көнө--ял. Әммә һис өйҙә ҡул ҡаушырып ултырмай. Йә берәй төҙөлөштә йөрөй, йә заказ буйынса ҡапҡалар, эскәмйәләр, мангалдар, беседкалар, бәүелсәктәр, мунса эшләй. Ауылға арт-объект та эшләп бүләк итте. Ул--ҡышын янып, ауылға йәм биреп, балҡып янып торған йондоҙ. Ә балалар баҡсаһына шундай ай эшләп бирҙе,--тип һөйөнә Лилиә Юлдаш ҡыҙы.

ИКЕ УҢҒАН ЙӘРӘШҺӘ...
ИКЕ УҢҒАН ЙӘРӘШҺӘ...


Йылайыр районы Матрай ауылы халҡы Алик кейәүҙәренән уңған. Уның оҫта ҡулдары менән бында арт объекттар ҙа барлыҡҡа килгән, заказ буйынса эскәмйәһен дә, ҡапҡаһын да эшләй ул.
Әбйәлил районы Атауҙы ауылы егете Алик Мәхейәнов ата-әсәһенең ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килә. Бәләкәйҙән һәр малай кеүек техника янында уралып, тимер-томор араһында соҡоноп үҫә. Мәктәпте тамамлау менән Таштимер ауылындағы һөнәрселек училищеһында тракторисҡа уҡып ала. Унан иретеп-йәбештереүсе һөнәрен дә үҙләштерә. Егетмен тигән кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, оҫта ҡуллы Алик төҙөлөш менән дә мауыға башлай. Нәҡ ошо эше уның яҙмышындә хәл иткес роль уйнай ҙа инде. 2008 йылда ул үҙе эшләгән төҙөлөш бригадаһы менән Йылайыр районы Матрай ауылына мәктәпкә ремонт эшләргә килә. Тап ошо мәлдә таныша ла инде Лилиә менән. Бер ни тиклем дуҫлашҡандан һуң, йәштәр ғаилә ҡора. Матрай һылыуын ғына түгел, ауылдың үҙен дә яратҡан егет ошо ауылда төпләнеп, йорт һалырға ҡарар итә. Йәш ғаиләлә өс ҡыҙ тәрбиәләнә. Әле өлкән ҡыҙҙары Айһылыу Өфөлә уҡый, буласаҡ географ. 13 йәшлек Аида менән 8 йәшлек Илида—мәктәп уҡыусылары. Ҡорған ғаиләләренең усағын һүндермәй, йорттарына ҡот һәм йылы биреп тороусы хужабикә Лилиә Юлдаш ҡыҙы ауылдағы “Йәйғор” балалар баҡсаһын етәкләй.
--Иремдән уңдым. “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтендә иретеп-йәбештереүсе булып эшләй ул. Айҙың 15 көнөн эшендә үткәрһә, ҡалған 15 көнө--ял. Әммә һис өйҙә ҡул ҡаушырып ултырмай. Йә берәй төҙөлөштә йөрөй, йә заказ буйынса ҡапҡалар, эскәмйәләр, мангалдар, беседкалар, бәүелсәктәр, мунса эшләй. Ауылға арт-объект та эшләп бүләк итте. Ул--ҡышын янып, ауылға йәм биреп, балҡып янып торған йондоҙ. Ә балалар баҡсаһына шундай ай эшләп бирҙе,--тип һөйөнә Лилиә Юлдаш ҡыҙы.
Ике уңған йәрәшһә, бәхет барыр йәнәшә, тигәндәй, был ғаилә эшкә бөтмөр, сос һәм хеҙмәт һөйә. Шуға ла тормоштары алға бара. Оҫта ҡуллы, бер эштән дә ҡурҡмаған, нимәгә тотонһа ла матур итеп ослап ҡуйған, егәрле Аликка ла, яҡты хыялдар менән йәшәүсе, маҡсатҡа ынтылышлы, ирен ир итеп, маҡтап, донъяһын ялтыратып тотҡан, эшен дә йәнәшә алып барған Лилиәгә лә ауылдаштары һоҡланып баға. Ошондай күркәм ғаиләләр күберәк булһа ине!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: