Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
6 Апрель 2023, 15:20

ҠЫЯР СӘСТЕГЕҘМЕ ӘЛЕ?

Сәсер алдынан, ҡыяр орлоғоноң буш түгеллеген былай белергә була. Бер стакан һыуға бер сәй ҡалағы тоҙ һалып, тоҙ иреп бөткәнсе болғатығыҙ. Унан орлоҡто 10 минутҡа һалып торабыҙ. Һәйбәт орлоҡтар аҫҡа төшә, ә буштары өҫкә ҡалҡа. Тоҙло һыуҙан алғас, яҡшыларын сайып киптерәбеҙ.

ҠЫЯР СӘСТЕГЕҘМЕ ӘЛЕ?
ҠЫЯР СӘСТЕГЕҘМЕ ӘЛЕ?

Май баштарында теплицаға күсереп ултыртыу өсөн ҡыяр сәсер ваҡыт етте. Был эште нисек башҡарырға?

—Апрелдең беренсе декадаһында сәсһәң, май баштарында теплицаға күсереп ултыртырлыҡ була. Ҙурыраҡ һауыттарға (300 мл самаһы һыйышлыҡтағы) сәсеү һәйбәт. Тулыр-тулмаҫ тупраҡ тултырып, һыу һибәбеҙ. Һәр һауытҡа 1-2 орлоҡ һалып, 1,5-2 см тәрәнлектә сәсәбеҙ һәм дымлы тупраҡ менән ҡаплайбыҙ. Сәскәндән һуң һыу һипмәгеҙ, юҡһа орлоҡтар тәрәнгә төшөп китә. Һауыттарҙы пленка менән ҡаплап, йылы урынға ҡуябыҙ.

Иҫеңдә тот!!!
Сәсер алдынан, ҡыяр орлоғоноң буш түгеллеген былай белергә була. Бер стакан һыуға бер сәй ҡалағы тоҙ һалып, тоҙ иреп бөткәнсе болғатығыҙ. Унан орлоҡто 10 минутҡа һалып торабыҙ. Һәйбәт орлоҡтар аҫҡа төшә, ә буштары өҫкә ҡалҡа. Тоҙло һыуҙан алғас, яҡшыларын сайып киптерәбеҙ.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: