Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
4 Апрель 2023, 09:50

ҠАРАҒАТ ЭРЕ БУЛА

Тәжрибәле баҡсасылар картуф ҡабығын ҡарағат өсөн яҡшы ашлама тип белдерә. Ҡыуаҡ төбөнә уны күмгәндә, емештәр эре була. Сөнки картуф ҡабығында минераль матдәләр—крахмал һәм калий күп. Ә бына помидор, картуф, татлы борос, баклажанға был ашлама килешмәй. Ә картуф ҡабығын ҡарағат төбөнә нисек һалырға: сей килешме, бешерелгәненме, киптерепме, йә иһә төнәтмә яһапмы?

ҠАРАҒАТ ЭРЕ БУЛА
ҠАРАҒАТ ЭРЕ БУЛА

Ҡарағат төбәнә йомортҡа менән картуф ҡабығы күмегеҙ

Тәжрибәле баҡсасылар картуф ҡабығын ҡарағат өсөн яҡшы ашлама тип белдерә. Ҡыуаҡ төбөнә уны күмгәндә, емештәр эре була. Сөнки картуф ҡабығында минераль матдәләр—крахмал һәм калий күп. Ә бына помидор, картуф, татлы борос, баклажанға был ашлама килешмәй.

Ә картуф ҡабығын ҡарағат төбөнә нисек һалырға: сей килешме, бешерелгәненме, киптерепме, йә иһә төнәтмә яһапмы?

Кипкән картуф ҡабығы бик тиҙ тарҡалып, ҡарағатты файҙалы микроэлементтарға байыта. Бешкән ҡабыҡта фитофтора ҡалмай, ә был—бик мөһим. Ҡабыҡты сей килеш күмергә уйлаһағыҙ, тәүҙә эҫе һыуҙа бешкәкләп алығыҙ. Ҡайнап торған бер биҙрә һыуға 1 литрлы банкаға тултырылған картуф ҡабығы һалып, 3 көн тоталар. Уны һәр ҡыуаҡ төбөнә 3-әр литр иҫәбенән һибеп сығырға.

Йомортҡа ҡабығына килгәндә, уның да ҡарағат өсөн файҙаһы ҙур. Ҡабыҡты ваҡлап тупраҡҡа күмергә йә төнәтмә яһап һибергә кәрәк. Төнәтмә рецебы: өс литр һыуға бер стакан ваҡланған ҡабыҡ һалып, ҡайнап сыҡҡандан һуң 2-3 минут уҙғас, уттан алалар. Уны биҙрәгә бушатып, 5 литр таҙа һыу өҫтәп болғаталар. Һыуынғас, ҡыуаҡ төптәренә (2-3 литр самаһы) һибеп сығалар. Йомортҡа ҡабығы ҡурай еләге, крыжовник ҡыуаҡтары өсөн дә файҙалы.

 

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: